«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ярыштау ҙа – изге урын



04.10.2013 Ярыштау ҙа – изге урын

Ярыштау ҙа – изге урын Дәүләкән районының Дүртөйлө ауылы эргәһендәге тауҙа Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең илсеһе, сәхәбә Усман ерләнгән
Ошондай уҡ әүлиәләрҙең береһе, Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең илсеһе, сәхәбә Усмандың Дәүләкән райо­нының Дүртөйлө ауылы эргәһендәге Ярыштауҙа ерләнеүе тураһында ла халыҡ электән үк хәбәрҙар булған. Был хаҡта Дәүләкәндең тарихты һәм туған яҡты өйрәнеү музейында ла мәғлүмәттәр һаҡлана. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем сәхәбә ерләнгән урында кәшәнә лә торған, әммә совет власы нығын­ған һайын дини йолалар менән бергә ҡоролмалар ҙа юҡҡа сыға­рыл­ған, күрәһең. Бөгөн Ярыштау башында ҡәберҙең урыны ғына беленеп тора. Әммә милләтебеҙҙең арҙаҡлылары, халҡыбыҙҙың рухи көсөн нығытырға тырышыусылар – Дәүләкән районының “Салауат” хужалығы, Өфө, Дәүләкән ҡалалары, Әлшәй районы вәкилдәре ярҙамы менән сентябрь башында Дүртөйлө ауылында әүлиәләр, сәхәбәләр рухына бағышлап ҡорбан салынып, тау башында аҙан әйтеп, доғалар уҡылды. Ошо уҡ көндө сәхәбәнең ҡәбере урыны кәртәләп алынды, киләсәктә ул халыҡтың иманға ҡайтыу еренә әйләнер, тигән өмөт менән таралышты килгән ҡунаҡтар ҙа, тирә-яҡтағы ауылдар халҡы ла.
1 октябрҙә, Оло йәштәгеләр көнөн билдәләп, Дүртөйлө ауылында йәнә күркәм саралар ойошторолдо. Урындағы “Салауат” хужалығы етәксеһе Йәмил Арыҫланов, хакимиәт башлығы Рима Рәхимова оло йәштәге әбей- бабайҙарҙы байрамдары менән ҡотланы, һуңғы йылдарҙа бик күп мәғлүмәт туп­лаған мәктәп музейы менән таныштырҙы, мәсеткә алып барып, доғалар уҡынылар. Ошонда йәнә лә өлкән быуын вәкилдәре араһында Ярыштауҙағы сәхәбә хаҡында һүҙ сыҡты. Оло йәштәгеләрҙе йәштәр­ҙең эскегә бирелеүе, эшһеҙлеге борсой, улар элекке замандарҙан уҡ халыҡты һаҡлап килгән әүлиә рухына мөрәжәғәт итеп, доға ҡылды. Ауыл муллаһы Мөхәмәтғәли Әхмәтов аяттар уҡыны, Зөлфирә Ғәбделмәнова мөнәжәт әйтте. Хәҙер инде бер кемгә лә йәшерене-батырыны юҡ: йәштәрҙә рух ныҡлығы ҡаҡшаған. Тап әүлиәләр рухы һәр айырым кешелә, милләттә ышаныс тойғолары уятыр ине. Башҡа ерҙәрҙәге кеүек үк, Дәүләкән районының Дүртөйлө, Көрмәнкәй, Ибрай, Аҡҡолай ауылдарының өлкән быуын вәкилдәре бына ошо хәстәр менән йәшәй. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, элекке уҡытыусы, 1924 йылғы Нурғәли бабай Мөхәррәмов сәхәбә Усман хаҡында атай-олатай­ҙары һөйләгәндәрҙән бына нимәләр хәтерләй: ”1920 – 1930 йылдарҙа Ярыштауға йыш менә торғайныҡ, әммә һәр саҡ атай-әсәйҙәребеҙ, унда әүлиә ерләнгән, уның тыныслығын боҙоп ҡуймағыҙ, тип иҫкәртә торғайны. Һуғышҡа китер алдынан да, тауға менеп, әүлиәнән ярҙамынан ташламауын, ризалығын һораным. Ул мәлдә таш ҡоролма тора ине әле. Аллаға шөкөр, фронттан имен-аман йөрөп ҡайттым, әммә кәшәнә юҡ ине инде”. Музейҙа һаҡланған тағы ла бер хәтирә Нурғәли бабайҙың әйткәндәренә ауаздаш. 1910 йылғы Ғәбдрәхим Шафиҡов бына нимә тип һөйләп ҡалдырған: “Беҙҙең әүлиә тыныслығыбыҙҙы һаҡлай, ул Ярыштауҙың башында ерләнгән. Ә ул урын иң таҙа һәм изгеләрҙән һанала. Уның исемен дә беләм, Ҡөрьәндең һуңғы битенә яҙылғайны – Усман әүлиә”. Ошон­дайыраҡ иҫтәлек менән 1915 йылғы Басир Шафиҡов та уртаҡлашҡан: ”Үткән йылдарҙа мосолмандар күңеле ҡушыуы буйынса әүлиәнең ҡәберен ҡараған. Унда таш кәшәнә, плиткалы таштан эшләнгән ҡойма бар, ағас үҫә ине... Ә тау итәге – тотош урман. Хәҙер былар хаҡында һөйләрлек кеше лә юҡ”.
Дәүләкәндең тарихты һәм туған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре лә тарихи-тәбиғи һәм ғибәҙәт ҡылыу һәйкәле урынына сәйәхәт ҡылған. Улар, райондың һаҡлауға, яҡлауға мохтаж урындарының береһе, тип теркәгәндәр был ерҙе. 630 йылда Мөхәммәт бәйғәмбәр тарафынан Башҡортостанға ебәрелгән Талха улы Усман сәхәбәнең, суфыйсы ғилем эйәһенең ҡәбере билдәле һәм билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында Башҡортостан Респуб­ликаһы биләмәһендә урынлашҡан тарихи-мәҙәни ҡомартҡылар исемлегенә инмәгән. Ул исемлеккә, “Көрмәнкәй ҡурғандары – I”, “Көрмәнкәй ҡурғандары – II” тип, Ярыштау һәм уның эргәһендәге ҡалҡыулыҡтар ингән-инеүен. Әгәр айырым атап, әүлиәнең зыяратын да индерһәк, был төбәктә генә түгел, Оло Башҡортостан ерендә ҙур рухи ҡаҙаныштарҙың береһе булыр ине. Сөнки әүлиәләребеҙ, сәхәбәләр беҙҙең еребеҙҙе төрлө афәттәрҙән, глобаль ҡыйралыш­тар­ҙан һаҡлап тора. Иҫләйһегеҙме икән, 2001 йылда, Мәүлет исеме менән генә ҡултамға ҡуйып, берәү “Йәшлек”тә мәҡәлә баҫтырғайны. Унда ла тап рухи терәктәр – дин, иман, тел, әүлиәләр еребеҙҙе һаҡлап алып ҡалыр, уларға хеҙмәт иткәндәрҙең юлдары асылып, һәр эштәре уң булыр, милләтебеҙ һаны яҡын киләсәктә 5 миллион кешегә етеп, тора-бара тағы ла артасағы тураһында әйтелгәйне. Ун йылдан ашыу ғына ваҡыт үткән, әммә Башҡортостанда Мөжәүир хәҙрәт, Ғабдулла Сәйеди, Йәғәфәр ишан, Зәйет, Усман һәм башҡа әүлиәләр ерләнгән урындар яңынан халыҡҡа ҡайтарылып, изге ғибәҙәтханалар булараҡ тергеҙелә икән, тимәк, халыҡтың киләсәге өмөтлө, ышаныслы, яҡты, нурлы була бара. Ошоға сикһеҙ ышанып ҡайттыҡ беҙ Ярыштауҙың үрҙәренән, Әлшәй, Ауырғазы, Дәүләкән ерҙәренә, гүйә, бөтөн Башҡортостанға бағып!

Лариса АБДУЛЛИНА.
Дәүләкән районы.

Гөлүзә Арыҫланова фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға