«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Башҡорт шаяндары һынды ҡатырыр инде



27.09.2013 Башҡорт шаяндары һынды ҡатырыр инде

Сентябрҙең һуңғы көнөндә, йәғни 30-ында, шаттар һәм отҡорҙар клубының, халыҡ телен­дә әйткәндә, КВН-дың сираттағы миҙгелендә ҡатнашыусылар ҡыйыуҙан-ҡыйыу, ҡыҙыҡтан-ҡыҙыҡ, “ослонан-осло” мәрәкәләрен тамашасы хөкөмөнә сығара башлай.
Беренсе миҙгелдәге кеүек үк, фестивалдә сығыш яһаусылар республика кимәленән сығыр, моғайын. Был юлы Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура, Мәсетле райондары, Өфө, Белорет, Сибай, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары рәтендә Мәскәүҙең үҙенән дә килеүселәр буласаҡ, тип вәғәҙәләй ойоштороусылар.
Иҫегеҙҙәлер, үткән фестивалдә Учалының “Горняк дозор”ы чемпион булғайны. Әле башланасаҡ сараларҙа уларҙан да “текәрәк” шаяртыусылар табылырына ышанайыҡ.
Шуныһы ла билдәле булһын: КВН фестивале Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында тантаналы шарттарҙа асыла.

А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға