27.09.2013 Йәш журналистар стресҡа бирешмәй
Кисә баш ҡала янындағы һауыҡтырыу үҙәктәренең береһе байрамға килгән ҡунаҡтарҙы, абруйлы ҡәләм оҫталарын һәм йәш журналистарҙы ҡабул итте. Сараны ойоштороусылар – БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы, БР Журналистар союзы, “Молодежная газета” республика гәзите.
Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Борис Мелкоедов сәләмләне. Яңы медиа һәм заманса журналистика хаҡында Воронеж дәүләт университеты деканы Владимир Тулупов һөйләне. Йәштәр Ufa1.ru сайтының баш редакторы Олег Смаковтың интернет-журналистика хаҡында сығышын тыңланы.
Бындай сарала тәү тапҡыр ҡатнашыусы Туймазы ҡыҙы Зөлфиә Ишмәева һөйләүенсә, фестиваль юғары кимәлдә ойошторолған. Бик аҙ ғына ваҡытта ул яңы дуҫтар табып өлгөргән, хатта үҙенең яҡташын осратҡан. Яҙыуҙан тыш, гәзитте баҫыуҙа техник яҡтан яуаплы белгестәр ҙә бар. Мәҫәлән, Динис Сафин Нефтекама ҡалаһының машиналар эшләү колледжын тамамлағандан һуң “Балтач таңнары” гәзитенә верстка инженеры булып эшкә урынлашҡан. “Журналистар коллективында эшләү бик оҡшай. Улар ‒ асыҡ һәм ярҙамсыл кешеләр. Был сарала барлыҡ республиканан килгән коллегаларым менән тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге лә тыуҙы”, – тип һөйләй егет. Ә бына “Әбйәлил” гәзитенән килгән Әлиә Мусина фестивалдә тәүгә ҡатнашмай. Уның фекеренсә, журналистарҙың һөнәри оҫталығын арттырыу маҡсатында тиҫтә йыл ойошторолған сараның форматын бер аҙ үҙгәрткәндә лә була.
Фестивалдең программаһы, йылдағыса, бай һәм актуаль: оҫталыҡ дәрестәре, “Беҙ беренсе булдыҡ” темаһына “түңәрәк өҫтәл” үткәрелә, “Журналист – стресҡа бирешмәүсән һөнәр” тип аталған эшлекле уйындар, Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған ижади конкурстар ойошторола, күренекле журналистар лекция уҡый.
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.