«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Аҙаштырған болан балаһылай...



27.09.2013 Аҙаштырған болан балаһылай...

Бер яҡтан, Ер шарының алтынан бер өлөшөндә генә түгел, бәлки унан алыҫта ла кешеләрҙе солғап алған бөйөк идеалдар, дәрт, халыҡтың һуңғы сиккә етеп, көсөргәнеүен талап иткән ҡыйыу пландар... Бөйөк Ватан һуғышында еңеү, кеше ижад иткән нәмәнең һәм кешенең үҙенең Ерҙең тартыу көсөнән ысҡыныуы, иҡтисад, белем, фән, мәҙәниәттең һис ҡасан булмағанса күтәрелеүе.
Икенсе яҡтан, халыҡтың иң яҡшы өлөшөн физик һәм рухи йәһәттән юҡ итеү; ғәйептәре иҫбат ителмәгән миллиондарса кеше өсөн лагерҙар; уларҙан яҙған балалар һәм ҡатындарының мәхрүмлеге һәм яфаланыуҙары. Һыуыҡ өйҙә көн оҙонға ҡалдырылған ас, сүп-сарҙа ҡаҙынған сабыйҙарҙың күҙ йәштәре – былар һәммәһе лә системаның эске туҡымаһына ҡағылмай ҡала алманы. Халыҡтың самаһыҙ көсөргәнеүе, дәүерҙең һуңғы йылдарында етәкселектең булдыҡһыҙлығына ла ҡушылып, совет кешеләрен һындырҙы.
Хәҙер килеп, һәйбәт үк белгестәр була тороп та, беҙ, йәғни Рәсәй зыялылары, шул иҫәптән фәнни-техник интеллигенция ла, илдең хөрт граждандары булғанбыҙ һәм уны тарҡалыуҙан йолоп алып ҡала алмағанбыҙ, тип үкенәбеҙ. Ошондай шарттарҙа үҫкән кешеләрҙе үҙ ватанына – системаға мөкиббән тоғро булмауҙа ғәйепләү мөмкинме һуң? Һәр хәлдә, был – ғәйәт ҙур әхлаҡи мәсьәлә”.
Үҙ кәмселектәребеҙ һәм бәлә-ҡазалар тураһында беҙ иңрәп, хатта кемгәлер үпкәләгән һымаҡ әйтәбеҙ. Тормошта бойомға ашмаҫ һүҙ һәм буш вәғәҙәләр өҫтөнлөклө урын алды. Хәҙер эреле-ваҡлы теләһә ҡайһы мәсьәлә ифрат оҙаҡ хәл ителә йәки йыш ҡына һүҙ генә булып ҡала. Бәләләрҙең башы, шул иҫәптән фән ҡаҙаныштарын иҡтисадҡа индереү ҙә, Рәсәй халҡының ғафиллығы һәм ил яҙмышына ҡул һелтәп ҡарауы менән бәйле. Рус халҡы үҫешенең иң юғары нөктәһен үтте һәм хәҙер йылдам һүнеү осорон кисерә. Ошондай уҡ процесс Рәсәйҙең аҙ һанлы халыҡтарына ла ҡағыла. Хәйер, илдәге тәртиптәргә уларҙың йоғонтоһо былай ҙа аҙ.
Бының сәбәптәре күп кенә. Шуларҙың береһе – быуат буйы, Беренсе донъя һуғышы башланғандан бирле, илдә кеше материалын селекциялау. Ике донъя һәм граждандар һуғыштарында, эпидемиялар, йотлоҡ арҡаһында кешеләрҙе ифрат күп юғалтыу; халыҡтың иң эшсән һәм йүнсел вәкилдәрен кулак итеп һөрөү һәм сәйәси золом, талантлы һәм тәүәккәл кешеләрҙең йөҙ йыл буйына илдән ҡасыуы, ошо процестың әле булһа дауам итеүе, һәр ынтылышты тиҫтәләрсә йыл дауамында баҫып килеү, эскелек – әлеге селекция тигәндең асылы инде.
Ошо юҫыҡтан ике генә исемде миҫал итеп килтерәм. Игорь Ива­нович Сикорский, авиаконструктор һәм эшҡыуар булараҡ, Рәсәйҙә 1908 йылдан уҡ самолеттар эшләй башлаған, ул иҫәптән дүрт моторлы “Русский витязь” һәм “Илья Муромец” самолеттары ла – рус конструкторының эше. 1919 йылда Америка Ҡушма Штаттарына сығып киткән һәм унда дүрт йыл үткәс фирма асып, пассажир, хәрби самолеттар һәм вертолеттар эшләп дан алған. Игорь Иванович 1972 йылда ғына донъя ҡуйған.
Академик, механик Степан Прокопьевич Тимошенко ситкә 1920 йылда сығып китеп, 1922 йылдан әлеге АҠШ-та эшләй. Хеҙмәттәре машиналар эшләү, уның оборона тармағында киң файҙаланыла. Һәр хәлдә, Рәсәй механик-ғалимдары Степан Тимошенконы әле булһа үҙҙәренең остазы итеп йөрөтә. Ул баҡыйлыҡҡа 94 йәшендә генә күсте.
Марат ағай Илһамовтың шәхси китапханаһында 1936 йылда нәшер ителгән “Русские в Шанхае” тигән альбом бар. Текста әйтелеүенсә һәм бик күп фотола күренеүенсә, беҙҙең эмигрант-ватандаштарыбыҙ ун-ун биш йыл эсендә генә эшҡыуарлыҡта, белем юлында, мәҙәниәттә, спортта алдынғы урындарға сыҡҡан икән. Хәҙер донъяла иң ҙур бизнес-үҙәктәрҙең береһе һаналған Шанхайҙа радионы, миҫалға, татар Мамлеевтар үткәреп биргән. Ҡытайҙағы тәүге джаз оркестрын Олег Лундстрем Шанхайҙа ойош­тор­ған. Бына ошондай кешеләр илен ташлап киткән.
Ҡасандыр йәшәү потенциалын юғалтып, йә бөтөнләй юйылып, йәки кескәй ҡәүемдәр рәүешенә ингән (боронғо римляндар, ҡомандар, монголдар...) халыҡтарҙың яҙмышын беҙгә лә ҡабатларға тура килере хаҡында уйлағы килмәй. Этнологтар әйтеүенсә, бер генә этнос та мәңгелек түгел, бәлки этник процесс ҡына ғүмерле. Мәғлүмдер, Русь Византиянан православие һәм бүтән күп нәмәне мираҫ итеп алған. Ер йөҙөнән юйылыр алдынан Балҡан ярымутрауын, кесе Азияны, Урта диңгеҙҙең көньяҡ-көнсығышын үҙ эсенә алып, Рим империяһы тарҡалған саҡта беҙҙең дәүерҙең IV – XV быуаттарында хасил булған күп милләтле бөйөк Византия империяһының хәле ме­нән Рәсәйҙәге бөгөнгө хәлдең оҡшашлығы хәүефкә һала. Ви­зан­тияла ла күп кеше тормошҡа һәм хеҙмәткә тартылыуын юғалт­ҡан, уларҙы һемтәнләү һәм ғәмһеҙлек солғап алған. Әхлаҡ таяуҙары ҡаҡшай һәм рух онотола. Кеше үҙ ғүмерен үҙе өҙә. Шулай, батша Рә­сәйендә 100 мең кешенең өсәүһе генә үҙ-үҙенә ҡул һалһа, хәҙер был һан 40-ҡа, ә ҡайһы бер төбәктәрҙә 70 – 84 кешегә етте. Үлем тыуым өҫтөнән тантана итә, никахтар нығынып өлгөрмәй, тарҡала, етем-еһер күбәйә, халыҡтың физик сәләмәтлеге ҡаҡшай.
Баҡтиһәң, Византия йәмғиәтен дә дәүләт менән йәмғиәттең тотоп тороусы таяуҙарын киҫеүсе эскелек, енәйәтселек һәм коррупция солғап алған икән. Халыҡ донъя малы йәһәтенән ныҡ бүлгеләнгән, йәғни бик байҙар (хәҙергесә әйткәндә – олигархтар) һәм бик фәҡир­ҙәр барлыҡҡа килгән. Тәүгеләр капиталдарын үҙ империяһы эсендә файҙаланырға теләмәй, сит илдәргә алып сығыр булған. Тауарҙар, аҙыҡ-түлек етештереү кәмей барған һәм уларҙы ситтән ташығандар. Ҡасандыр еңелмәҫтәй булып күренгән ғәскәрҙәр сафына әхлаҡһыҙлыҡ һәм мөсһөҙлөк оялаған. Мәскәүҙең бөйөк кенәзе Василий икенсенән аҙаҡ (ул 1415 – 62 йылдарҙа йәшәгән) Рус дәүләте тәхете йүнһеҙ хакимдар ҡулына эләккән. Берәүҙәре хәмер ҡоло булһа, икенселәре үҙ тәнен һәм йәнен ләззәтләндереп, бассейндарҙа йөҙөп, хәбәр һөйләп ғүмер үткәргән. Һөҙөмтәлә ғәйәт ҙур державаның проблемаларын хәл итеүгә форсат ҡалмаған. Комбайндар, төрлө автомобилдәр, истребитель-самолет менән идара итә, тәрән күлдәргә сума, һәр көн телекамералар алдында ултыра алмаһалар ҙа, тегеләр ҙә кәйеф-сафанан мәхрүм булмаған.
Был империяның эстән тарҡалыу билдәләрен һанауҙы дауам итергә мөмкин. ХV быуат уртаһына уның хәрәкәт итеү траекторияһы бифуркация нөктәһенә етте. Математика, фәлсәфиәт һәм байтаҡ бүтән фәндәрҙә ҡулланылған бифуркация төшөнсәһе ошо нөктәнән ары процестың теләһә ҡайһы йүнәлештә китеү ихтималлығын аңлата. Эстән йәки тыштан аҙ ғына һелкетеү ҙә һәләкәткә килтереүе мөмкин. Әлеге хәлдә торған СССР атлы империя уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары башында эстән аҙ ғына төртөүҙән үк таралып төштө.
Византия осрағындағы тышҡы йоғонто элеккерәк замандарҙа уға әллә ни зыян килтерә алмаҫ ине. 1453 йылда ҙур булмаған Төрөк дәүләте ғәскәрҙәре Византияның пай-тәхете Константинополде ала һәм был империяның ахырын аңлата (ҡала Истанбул тип йөрөтөлә башлай). Коррупция һаҙлығына батҡан һәм булдыҡһыҙ дәүләт машинаһы, халҡының ғафиллығы баш ҡаланы обороналауҙы ойошторорға мөмкинлек бирмәй. Ғалимдар был йәһәттән ҡайһы бер саралар тәҡдим итеп ҡарай, дошман ҡала диуарҙары янында ғына тора, ә ҡарар ҡабул итергә тейешле кешеләр, тарихи сығанаҡтарҙан күренеүенсә, һаман “откат”, “бынан миңә ниндәй отош бар?” кеүегерәк һорауҙарға яуап эҙләй.
Ҡала архитектураһына, уның байлығына хайран ҡалған (Айя-София соборы үҙе генә лә ни тора!) солтан олигархтарҙы йыйырға фарман бирә лә, уларҙан баш ҡалаларын ни өсөн ҡурсаларға ярҙам итмәүҙәрен һораша. Тегеләр солтанға тоғро­лоҡ­тары тураһында ант итә башлағас, ул: “Һеҙ үҙ императорығыҙҙы һаттығыҙ, яйы сыҡһа, миңә лә хыянат итәсәкһегеҙ”, – ти ҙә, олигархтарҙың тау-тау байлығын тартып алырға, ә үҙҙәренең башын ҡырҡыр­ға бойора. Әмер, тәбиғи, үтәлә!
Шик юҡ, хәҙерге Рәсәй Феде­рацияһы вафатына тиклемге һуңғы ун йылдағы Советтар Союзына бик оҡшаш. Үҙен идара итеүсе тип йөрөткән фирҡәне генә алайыҡ. “Берҙәм Рәсәй” – шул уҡ КПСС-тың иң хөрт ваҡытындағы клонды хәтерләтә. Уның лидерына һәр йөмлә һайын ҡул сабалар, һайлауҙарҙағы әүеш-тәүештәр тауыштың 95 – 99 процентын тәьмин итә. Юғары Советта элегерәк төҫ-башҡа сибәр ике-өс йәш һауынсы булһа, Рәсәй Дәүләт Думаһында улар урынында – ике-өс йәш спортсы һ.б. Ә состав һуң? Ул яйы сыҡҡанда фирҡәнән иң тәүҙә сығып таясаҡ чиновниктарҙан тора. КПСС ағзалары һымаҡ уҡ, зарураты сыҡҡанда, улар ҙа илде ҡотҡармаясаҡ. Ил етәкселеге лә, әүәлгесә, ғәмәлдә алмашынмай. Ике кеше хакимлыҡты бер-береһенә алмашлап тапшыра тора.
Әлбиттә, империя рәүешендә ҡалған Рәсәй хәҙерге хәлендә оҙаҡ һаҡланмаясаҡ. Күп нәмәләрҙе күрәһе бар, тарих әле тамамланмаған. Ил тормошоноң ҡырҡыу мәлдәрендә уның етәкселәренең, идара итеүсе элитаның роле айырыуса мөһим. Әгәр күптән түгел, тарихты иҫкә алғанда, Советтар Союзының тарҡалыуына Михаил Горбачев ҙур өлөш индерһә, Борис Ельцин Рәсәйҙең бөтөнлөгөн харап итә яҙҙы.
Ошоноң айҡанлы тарихтан бер миҫал хәтергә килә. Ваҡытлы хөкүмәтте етәкләп, Октябрь инҡилабынан һуң сит илгә сығып ҡасҡан А. Керенский гел генә һөмһөрө ҡойолоп йөрөр булған, һис кем менән дә, матбуғат вәкилдәре менән айырыуса, яҡындан аралашмаған. Ғүмеренең ахырына етә тигәндә (1970 йылдар самаһында) Алек­сандр Федоровичтан: “Боль­ше­вик­тарҙың власҡа килеүе ҡотолғоһоҙ инеме?” – тип һорағас, ул: “Был һис тә ҡотолғоһоҙ түгел ине”, – тип яуап­лаған. Йәнә һорау:
– Бының өсөн нимә эшләргә кәрәк булған һуң?
– Бер кешене атырға.
– Кемде, Лениндымы?
– Юҡ. Керенскийҙы.
Бер сит ил ғалимының әйткәне лә хаҡ. “Көнбайыштың бәхетенә күрә, һеҙ, рустар, бүтән бер генә халыҡтың хәленән килмәгәнсә, үҙегеҙгә ауырлыҡтар тыуҙырырға маһирһығыҙ. Дөрөҫ, уларҙы башҡаларҙан яҡшыраҡ еңеп сыға ла алаһығыҙ”.
И. Сталиндың уҙған быуаттың утыҙынсы йылдарында кәңәшмә­ләр­ҙең береһендә хәлдең торошон баһалап, мәсьәлә ҡуйыуы бөгөн дә актуаль яңғырар ине: “Беҙ алдынғы илдәрҙән 40 – 50 йылға артта ҡалғанбыҙ. Ошо артталыҡты беҙ йә ун йыл эсендә бөтөрәбеҙ, йә иһә беҙҙе бөтөрәсәктәр”. Тапҡыр әйтелгән, ә һуңынан ҡәтғи рәүештә эшкә тотонғандар. Хәҙер беҙҙең “халыҡ артистары” матур һүҙҙәр һибеүгә оҫтарҙы, ә тотоп ҡына эшләгән эш юҡ. Хәйер, ул ваҡыттағы һәм бөгөнгө кеше материалы араһында ла айырма ҙур инде.
...”Илсе Ғайса” тигән йыр “Аҙаштырған болан балаһылай, яңғыҙ башым ситтә интегәм” тип башлана. Был Рәсәйҙең донъялағы берәҙәклегенә ишара яһамаймы? Дәүләттәр ғаиләһендә уның таяныр арҡаҙашы ла, ҡулдашы ла ғәмәлдә юҡ. Көсһөҙҙәрҙе һис кем дә юлдаш итергә теләмәй. Тәкәбберҙәрҙе яратыусылар һирәк була. Ҡан ҡәрҙәштәренең ҡәҙерен белмәгәндәргә ышанмайҙар. Шулай ҙа ҡалҡынып, әҙәмсә йәшәп алып китеү форсатынан яҙмағанбыҙмы? Юҡ. Бәләләребеҙ тәбиғәт стихияһы йә тышҡы агрессия арҡаһында хасил булмаған, уларҙы кешеләр тыуҙырған. Шуға күрә улар фаталь күренеш тә түгел. Кешеләр әле хәлде үҙгәртә ала. Әммә Рәсәйгә тип тәғәйенләнгән ваҡыт ифрат йылдам үтә. Тик: “Әле тере ил өсөн бер нәмә лә бөтмәгән”, – тигән хәҡиҡәткә генә өмөт итергә ҡала.
(Аҙағы. Башы 12-се һанда).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға