«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Хыялдар ҡабул була



27.09.2013 Хыялдар ҡабул була

Барлыҡ нәмә хыядан башлана. Тәүҙә – хыял, шунан һуң ғына бойомлашыу, ғәмәлләшеү. Хыялда юҡ нәмә тормошҡа аша алмай. Әйтәйек, бына ҡәләм. Ул башта уй, хыял, теләк кенә булған, шунан предметҡа әйләнгән. Ташҡайҙарға соҡоп тарих яҙған кешелек хәҙер бөтөнләй бүтән яҙыу ҡоралдары менән эш итә: ҡәләм, ручка, компьютер... Шағир булырға хыялланып үҫкән Алмас Шаммасовтың “Яңынан тыуыу” тигән китабы ла хыял тип аталған фәлсәфәүи төшөнсәне үҙенсә яҡтыртыуҙан башлана. Уның бала саҡтағы тәүге хыялы ҡомдан яһалған өй булһа, хәҙер ул бөтөнләй башҡаса, уйынсыҡ түгел, ысын хыялдар менән йәшәүсе, алға алған маҡсатына туп-тура, тайпылмай китеп барыусы, аяғында ныҡ баҫып тороу өсөн үҙен бәләкәйҙән әҙерләгән, үҙ көсөнә ышанысы ҙур булған йәш кеше. Ҡасандыр ҡомдан яһалған өйөн малай-шалай килеп туҙҙырғанға илап тороусы бала түгел инде ул, ә үҙенә яңы ғүмер өйө һалыусы. Уны ла емерергә теләүселәр табыла ҡалһа, ул үҙенә былай тип әйтә:
Ә ватһалар уҫал малайҙар,
Иламаҫһың шыңшып.
Башларһың яңы көнөңдө
Үҙ көсөңә ыщанып,
Сөнки һин – кеше!
Хыялдарҙы туҙҙырыусылар һәр кешене лә һәр ваҡыт һағалай. Иң мөһиме – хыялыңды бер кемдән дә урлатмау, рухыңды һаҡлау, өмөт­һөҙлөккә бирелмәү. Ә бының өсөн күңел төшөрөүселәргә ҡарата һаңғырау булыу, үҙ-үҙеңде шәхес булараҡ үҫтереү шарт. Был хеҙмәтте Алмас, 24 йәшлек кенә егет, яңынан тыуыу, тип атай. Был тәрән фәлсәфәүик төшөнсә. Нисек аса был төшөнсәнең асылын Алмас? “Яңынан тыуыу” шиғырын иғтибарлап уҡып сығам. Алмасса, ғүмер аты сабыуҙан туҡтаһа, кеше яңынан тыуа! Ғәжәп бит! Үлмәйенсә тыуып булмай, тигән “Урал батыр” эпосынан уҡ килгән ҡарашты йәш шағир бөтөнләй бүтәнсә картина менән асҡан. Был шиғырҙа һәр строфала – айырым картина. 2-се строфала: ғүмерҙең йәншишмәһе һайыҡһа ла яңынан тыуыу мөмкинлеге асыла, бының өсөн йәншишмәне яңынан тулыландырыу, ғүмер һыуы биреү кәрәк. Алдағы строфала: ғүмер тауының алтындары ваҡланһа ла, йәғни ҡиммәттәре арзанланһа ла, уны яңынан байытырға, тимәк, яңынан тыуырға мөмкин. Алдағы юл­дар­ҙа шағир, шиғырҙарына өндәшеп, үҙен, башы себер китһә лә, дөрөҫлөктө әйтеүҙән ҡурҡмаҫҡа саҡыра. Уйлап ҡараһаң, шағирлыҡтың маҡсаты ла ошо түгелме? Дөрөҫтө әйтмәгән шағир шағир түгел! Бер юлы Аллаға ла, иблискә лә хеҙмәт итеп булмай. Йә, дөрөҫтө әйтеп, ысын шағир булаһың, йә, хәйләләшеп, яраҡлашып йәшәп, шағир була алмайһың! Икенең бере: башың Себер китһә лә, һайла! Кешегә тыумыштан һайлау хоҡуғы бирелгән. Тура, тимәк, дөрөҫтө әйтеүҙән ҡурҡмауҙы Алмас яңынан тыуыуға тиңләй. Ә бит дөрөҫлөктө әйтеү ул батыр булыуҙы ла аңлата. Тарихты батырҙар яһай түгелме? Ҡурҡаҡтар ҡаһарман була алмай. Ҡаһарманлыҡ төшөнсәһе үҙеңдең йәнеңде фиҙа ҡылыу, хатта шәһит китеү төшөнсәләре менән бәйле. Бары батырҙар үҙҙәрен яңынан тыуҙыра! Артабан шағир, уй нурын йәшереп булмай, ул, таң кеүек, яңынан атасаҡ, йәғни яҡты уйҙар менән йәшәүселәр үҙҙәрен яңынан тыуҙыра, тип раҫлай.
Әжәлдәрҙе еңер өсөн
Мин яңынан тыуҙым, –
тип тамамлана был мәғәнәле шиғыр. Тыумайынса үлеп булмай, үлмәйенсә тыуып булмай. Остар тоташ, улар бер-берен дауам итә. Был турала мин үҙем дә байтаҡ шиғыр яҙған кеше булараҡ, Алмастың был шиғырын яҡшы төшөндөм, уның зирәклеге өсөн шатландым.
Алдымда – яңы китап. Мин автор­ҙың уйҙары артынан барам, табыштарын барлайым. Беҙҙән һуң килгән, бөтөнләй бүтән шарттарҙа үҫкән йәш кешенең донъяға ҡараштарын төшөнөргә тырышам. Бына “Республикам” тигән шиғыр:
Һин тик хыял инең быуат элек.
Һине теләгәндәр Себерҙә.
Төрмә булған Рәсәй батшалығы
Быуҙы һине, юл бирмәне бер ҙә, –
ти Алмас, “Республикам!” – тип ғорурланып, исемеңде һинең әйтәбеҙ, ти ул пафос менән. Ғөмүмән, китапта Алмастың пафослы шиғыр­ҙары байтаҡ. Шағирҙарға хас нәмә инде ул пафос, тәбиғи күренеш, хупларға кәрәктер.
Азатлыҡ!
Туғанлыҡ!
Өс нигеҙең һинең – өс таған.
Батшаларға баш бирмәгән халыҡ,
Республика бит беҙ –
Башҡортостан!
Барҙың ҡәҙерен белергә өндәүсе был пафосты шуның өсөн хуплайым, сөнки ер шарында үҙ республикаһы булмаған халыҡтар ҙа юҡ түгел, әйтәйек, башҡорттарҙан миллиондарса һанға артыҡ ҡордтар. Әлбиттә, республикабыҙҙы ысын республика итеү өсөн, яулан­ған үрҙәрҙе кире ҡайтарыу, уны декоративлыҡтан арындырыу өсөн көрәшәһе лә көрәшәһе бар әле. Быны Алмас Шаммасов та яҡшы аңлай. Шуға ла:
Күпме өмөт итәм.
Ник һуң, бөйөк республикам,
Һаман тыумай иртәң? –
тип әйтергә үҙендә ҡыйыулыҡ таба. Ә “Фәхишәгә” тигән шиғырында, бар Рәсәйҙе һинең йөҙҙә күрәм, тип, ошондай һығымтаға килә:
Билдәһеҙ һиңә лә, миңә лә,
Бөгөн ниндәй илдә беҙ?
Үтә етди заман һорауы был. Ижтимағи аң ниндәй таяуҙарға таянырға тейеш? Беҙ белемгә таянған йәмғиәттә йәшәйбеҙме, әллә мәнфәғәттәргәме? Әллә әхлаҡҡамы? Ҡайһы таяу иң дөрөҫө? Белем, ти­һәк, беҙгә, ҡатнашсы түгел, күҙәтсе булыу роле янай. Тор­моштан айырылғанлыҡ, догматизм. Мәнфәғәт, тиһәк, беҙҙе һәр кешенең, төркөмдөң үҙ файҙаһына ғына хеҙмәт ите­үе, тимәк, ҡырағайлыҡ, яуызлыҡ кө­тә. Уртала, үҙәктә әхлаҡ торалыр, тим. Белем менән мәнфәғәтте әхлаҡ менән һуғарырға кәрәк. Сөнки әхлаҡ дөйөм кешелек ҡиммәттәренә таяна. Ә улар тыйыл­ған алым ҡулланмаҫҡа, саралар маҡсатты аҡлай, тип инанмаҫҡа саҡыра.
Алмас яҙғанса, “Салауаттар рухы һынмаған ер, Салауаттар рухы еңгән ер”ебеҙҙе һаҡлау (ә еребеҙ, шулай уҡ телебеҙ ҙә, ниндәй генә бөйөк булһа ла, һаҡлауға мохтаж!) әлегәсә иң ҙур әхлаҡи бурысыбыҙ булып ҡала килә. Йәш шағирыбыҙ был ҡиммәттәрҙе үҙенән тыуыр улдар, ейәндәренә ҡалдырыу тура­һында хыялллана. Иншалла, быны яҡшы аңлаусы йәштәребеҙ булыуына нисек һөйөнмәйһең!
Биттән биткә күсәм. Бына “Битарафлыҡ” тигән шиғыр.
Мин битараф түгел заманыма.
Заманым һуң миңә ник битараф? – тигән һорау ҡуя шағир. Улай ғына ла түгел:
Нимә көтә заманымдан йәнем?
Заманым һуң минән ни көтә? – тип тә уйлана. Минеңсә, шағир ғына түгел, кешемен тигән һәр кеше бирергә тейештер үҙенә был һорау­ҙы. Ул ысынында иһә тыуымдың маҡсатын аҡлау, был ергә нимә өсөн тыуғаныңды, ниндәй идеалдар хаҡына йәшәгәнеңде аңлау өсөн кәрәк. Донъя ул һәр саҡ битараф, ул үҙ ҡанундары буйынса бара. Ул беҙҙең һәр һорауға “эйе” тип кенә яуап бирә, “юҡ” тип әйтә белмәй. Сөнки донъя тәү баштан уҡ шаңдау, ҡайтауаз ҡанундары буйынса уйланылған. Нимә әйтһәк, шуны ишетәбеҙ, нимә сәсһәк, шуны урабыҙ, нимә бирһәк, шуны алабыҙ. Ни хаҡында хыял итһәк, шуға өлгәшәбеҙ. Йыһан өсөн ошо ғәҙеллек кенә дөрөҫ. Образлы итеп әйткәндә, тауҙарға кире ҡаҡлығып ҡайтҡан үҙ ауазыбыҙ ул ғәҙеллек. Донъяға һин үҙең битараф икәнһең, ул да һиңә битараф. Ул һине ишетһен өсөн һөрәнләргә, оран ташларға кәрәк. Бер тапҡыр һәм ҡанундары мәңгелеккә билдәләнгән донъяла йәшәүебеҙҙе һиҙемләп, Алмас былай тип яҙа:
Хыялыңдың йыһанына
Тартылыу бер хәл.
Ни хәжәтең, осор өсөн
Тапмаһаң әмәл?
Был әмәлде, донъя, халыҡ ғәме менән йәшәр көстө лә кеше үҙ выжданынан табырға тейеш. Ошо турала уйланып, шағир:
Ер хәстәрен йөкмәп берәү
Атлап килә.
Әйтәләр: “Эй, ул – диуана!”
Ә кем белә?
Улмы тиле, беҙме тиле?
Әллә дәүләт?
Әйҙә, уйлайыҡ ултырып
Беҙ икәүләп.
Бына мин дә Алмас менән бергә уйланам.
Кем һөртөр йөрәктең йәштәрен?
Ундай табип әле тыумаған!
Дауалау кәрәкме икән йөрәкте?
Илаһын да! Әлдә туңмаған.
Бындай юлдарҙы яҙа алған кеше, әлбиттә, донъяға битараф була алмай.
Күҙ йәштәре – мәрйен ул
Күңелең диңгеҙендә.
Тик бәхетле сағыңда ул
Ялтыраһын күҙеңдә.
Шиғри юлдармы былар? Әл­биттә! Һәм бындай мәрйендәр әҙ түгел китапта.
Эй, сәскәләр, хушбуй аллалары!
Илтегеҙ һеҙ мине урманға.
Һеҙҙең ҡуйындарға бит һыйынып
Йоҡлармын мин бер саҡ мәңгегә.
Йәш көйөнсә лә ғүмер осланмышы тураһында ошолой уйлап була икән! Ә мин Алмас йәшендә саҡта донъяға мәңгелеккә килгән кеүегерәк йәшәй инем...
“Ҡолон” тигән шиғырында автор:
Һин сабаһың, тормош – болон,
Киң ул, ҡолон.
Сапһаң ине изге булып
Намыҫ юлың,–
тип хыяллана.
Алмас Шаммасовтың “Ватыҡ көҙгө” тигән шиғыры ла иғтибарымды йәлеп итте.
Ул – һыныҡ көҙгө. Ватыҡ көҙгө.
Сүплектә тора һаман.
Әммә унда әле лә тормош
сағыла...
Эйе, көҙгө киҫәге лә тормошто бөтөн көҙгө кеүек үк күрһәтеү һәләтенә эйә. Шуның кеүек үк, тормоштары емерелгән, күңелдәре кителгән кешеләр ҙә барыбер беҙҙең ысын тормошто сағылдыра. Объектив дөрөҫлөк шулай. Был шиғырының аҙағына Алмас дүрт юллыҡ та өҫтәгән:
Кем һине нығыраҡ ярата?
Көҙгөңмө? Ундағы үҙеңме?
Бахыр! Күпме ҡарама,
Тапмаҫһың ысын йөҙөңдө.
Килешәм: бахыр кешеләрҙең үҙ йөҙө булмай! Автор уйының сағылышы көҙгө образында ниндәй оҫта кәүҙәләнеш алған!
Алмас Шаммасовтың китабында мин “ирек ҡоло” тигән ғәжәп һүҙбәйләнешкә юлыҡтым:
Эҙлә еңеү юлын,
Туған ҡулын.
Ҡоторт йөрәгеңдә бөлгән
Ирек ҡолон!
Эйе, кеше ҡоллоҡтан, тимәк, эске меҫкенлектән, арынырға тейеш. Сөнки, төптән уйлағанда, ҡоллоҡ – ул уйлау, тойомлау алымы. Беҙгә, Алла ҡолдарына, һаманғаса эске азатлыҡ, рух ирке етеп бөтмәй шул.
Халыҡ аңра, ти берәүҙәр.
Аңра микән?
Мал-тыуарҙай, көтөүҙәй ул
Бара микән? –
тип ҡуя үҙенең сираттағы ҙур һорауын шағир. Етди һорау. Уға яуап бер ҡатлы ғына түгелдер. Ҡол асылынан арынып бөттөмө халҡыбыҙ? Һарыҡ хәленән, көтөү, өйөр инстинктынан сыҡтымы? Һәр көтөүсе яҡшы белә: бер һарыҡтың тондороп алға ырғыуы була, тотош өйөр ҙә күҙе тоноп уның артынан саба! Рәйес Түләктең ошо хаҡтағы “Яныу” тигән тетрәткес поэмаһы иҫкә төштө: һарайҙа янғын сыҡҡан. Бер һарыҡтың янғын эсенә ташланыуы була, уның артынан бөтә көтөү эйәрә. Туҡтатырға теләүсе көтөүсене улар иҙеп, тапап үтә! Минеңсә, әлегә беҙҙең йәмғиәтебеҙҙә күптәр хәҡиҡәтте үҙ аллы төшөнөргә теләмәй, дыуамал башлыҡтар артынан бара. Алмас иһә аңра халыҡ хаҡындағы үҙ һорауына яуапты ошолай бирә:
Батшаларға, хужаларға
Табынһа ла,
Кәрәк икән, ул шуларҙы
Бәреп һала.
Был оптимистик ҡараш менән килешергә лә була. Сөнки бөтә төрлө власть та, әгәр ул үҙенең асылы менән тоталитар икән, тарҡалыуға дусар. Уны ысын граждандар йәмғиәте, ысынлап та, бер көн килеп юҡҡа сығара ала! Сөнки тап граждандар йәмғиәте генә демократияға эйә була ала һәм ул ғына административ аппаратты, башҡарма органдарҙы үҙе ялларға бурыслы. Ысын граждандар йәм­ғиә­тендә генә тарихты өйөр һәм уның эйәрсендәре яһамай, ә айырым шәхестәр яһай һәм етәкләй. Хәҙер уйлайыҡ инде: ҡытлыҡ кисермәйбеҙме шундай шәхестәргә? Бына бит ниндәй һорауҙарға яуап эҙләргә этәрә Алмастың шиғырҙарында күтәрелгән мәсьәләләр. Йәштәр, тимәк, йоҡламай, уйлана, эҙләнә. Бына уның “Ситлектә” тигән шиғыры ла азатлыҡ темаһын яҡтырта:
Мин ситлектә. Мин – һандуғас.
Биклектәмен. Мин ҡол булғас,
Ағаста һайрамағас, һандуғас
булыуҙан ни фәтүә!
Тарих хәтерен бер ҡасан да
юймай
Йәшәйбеҙ, барбыҙ, балҡырбыҙ! –
тип раҫлай Алмас Шаммасов. Булабыҙ, тиһәк, булабыҙ, булмайбыҙ, тиһәк, булмайбыҙ. Ыңғай уй­ҙар­ға өҫтөнлөк бирә йәш шағир. Сөнки уй ҡасан да бер ҡабул була, бойомға аша. Позитив фекер генә тыуҙырыу тылсымына эйә, ә емереүсе көс ул – бүтән. Уйыбыҙға ҡарап кемдер булабыҙ, йә булмайбыҙ. Шуға ла Алмас Шаммасов үҙ шиғырҙарында кешеләрҙе ҡорбан позаһына баҫмаҫҡа саҡыра:
Еңелеүҙең елдәренә
Елкәңде бораһың да,
Бар ғаләмгә белдерәһең:
Еңеү тигән маяҡ – бына!
Сөнки донъя беҙҙән үҙ бәхетебеҙ өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөбөҙгә алыуыбыҙҙы көтә.
Бына, мин Алмас Шаммасовтың “Яңынан тыуыу” тигән китабының йөкмәткеһенә бер килке байҡау яһаным. Һәм күрҙем, буш шағир түгел ул. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, етди темаларға тотонорға үҙендә батырлыҡ тапҡан, ул эҙләнә, уйлана. “Яңынан тыуыу” тигән китап атамаһына, минеңсә, ғәйәт ҙур һәм ябай мәғәнә һалынған: кеше үҙен үҙгәртергә, үҫергә бурыслы! Һәм, үҙен үҙгәртһә, ул тотош йәмғиәтте лә үҙгәртә ала!. Ә беҙ, совет системаһында тәрбиәләнеп үҫкән быуындар, үҙебеҙҙе түгел, донъяны үҙгәртеү идеялары менән йәшәнек һәм эшләнек. Нимә килеп сыҡты? Торғонлоҡҡа ғына дусар булдыҡ түгелме? Кеше, үҙенең тәбиғәтен үҙгәртеп, яңы сифатҡа күсә ала! Алмастың да иң ҙур хыялы ошо юҫыҡталыр, тимен. Яңынан тыуыу – уныңса, яңы кешелек сифаттарына эйә булыу! Ошо хыялына өндәшеп, ул былай ти:
Һин ҡайҙалыр? Мин табырмын.
Йүгән әҙер ҡулымда.
Алып сығып китәм һине
Сикһеҙ ғүмер юлыма.
Ошо юлда мин уға уңыштар теләп, йәштәр премияһына уның, һис шикһеҙ, лайыҡлы икәнен әйтергә теләгәйнем.

Таңһылыу Ҡарамышева,
шағирә, БР-ҙың атҡаҙанған
мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов исемендәге
премия лауреаты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға