27.09.2013 Тапшырыуҙары спектакль кеүек ҡарала
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителгән дәғүәселәр исемлегендә “Башҡортостан“ дәүләт телерадиокомпанияһы журналисы Зөлфиә Рәхмәтуллинаның исемен күргәс, аптырап ҡалдым: мин уны был юғары исемде күптән алған тип йөрөй инем. Уның сәбәбе тик берәү генә: беҙҙең иң һәләтле телерадиожурналистарыбыҙҙың береһе республика халҡының иғтибарын үҙенең сағыу тапшырыуҙары менән яулап алды һәм ошо юғары планканы арымай-талмай тота һәм һис тә төшөрмәй килә.
Бәғзе бер телерадиожурналистар үҙҙәренең тапшырыуында йыш ҡына үҙ персонаһын алға сығарыу менән мауығып китеүсән була. Зөлфиәлә был һыҙат бөтөнләй юҡ. Бөтә тырышлығын ҡуйылған мәсьәләне асыҡлауға йүнәлтә. Бының өсөн ул етди әҙерлек эше алып бара. Республика журналистары менән йыш аралашырға тура килгәс, сағыштырып әйтә алам: беҙҙең журналистикала Зөлфиә Рәхмәтуллина һымаҡ ижтимағи проблемаларҙы тәрән аңлаған автор юҡ кимәлендә. Журналистика факультетын тамамлаған белгестәр иҡтисад, сәйәсәт өлкәһендә, үкенескә күрә, Зөлфиә кеүек тәрән фекер йөрөтә алмай. Хатта аптырап та ҡуяһың, уның аңлау ҡеүәһе ҡайһы бер юғары белемле белгестәрҙең компетенцияһынан да артығыраҡ. Был журналист өсөн республика эфиры тар тиһәң дә була: Рәсәй телевидениеһында Зөлфиә кеүек эшләй алған ҡатын-ҡыҙ журналистар араһынан тик Светлана Сорокинаны ғына әйтә алам. Тик әйтегеҙ: ҡайҙа һуң хәҙер Светлана Сорокина? Үҙенең ҡайһы бер етешһеҙлектәре арҡаһында ул офоҡтан юғалып ҡалды. Ә Зөлфиә Рәхмәтуллина бына инде ун бер йыл беҙҙе үҙенең тапшырыуҙары менән һөйөндөрә. Бының сәбәптәренең береһе булып уның тик башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас тотанаҡлығы,эске рухи көсө тора. Тапшырыуға саҡырылған геройҙар төрлө була: ҡайһы берҙәре экстремистик фекерҙәрҙе ярып һала. Ошо осраҡтарҙа Зөлфиә уларҙы нисектер тынысландыра белә. Күҙәтеүҙәрем буйынса, башҡа тапшырыуҙарҙан айырмалы рәүештә, тамашасылары ла үҙҙәрен тыйнаҡ тота: тапшырыу темаһына ҡағылмаған һорауҙарҙы биреп бармайҙар. Зөлфиәне тура эфир оҫтаһы тип атарға була.
Һүҙемде йомғаҡлап әйтке килә: Зөлфиә Рәхмәтуллина Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһына дәғүә итеүселәр араһында иң лайыҡлыһы булып тора. Ул ғына ла түгел, был шәхесте киләсәктә яңы үрҙәр көтә – уның үҫеш кимәле республиканың власть органдарының берәй юғары баҫҡысын биләрлек.
Илдар ҒӘБИТОВ.