«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Теләгәнеңде мотлаҡ тормошҡа ашыр!



27.09.2013 Теләгәнеңде мотлаҡ тормошҡа ашыр!

Ағалы-ҡустылы Аллаһы Тә­ғәлә­гә:
– Беҙҙе тормоштоң бөйөк фәнен аңларға өйрәт, – тип мөрәжәғәт итә.
– Яҡшы, – тип яуап бирә Хоҙай. – Һеҙ әҙер булғас, мин саҡырырмын.
Туғандарҙың береһе Ал­лаһ­тың саҡырыуын көтә башлай, ә икенсеһе был бөйөк сәғәттең һуғыуына тиклем нисек тә күберәк яҡ­шы ғәмәлдәр, изгелектәр ҡылыр­ға тырыша. Йорт һалған, ҙур һәм матур баҡса үҫтергән, өйләнеп, аҡыллы һәм тәүфиҡлы балалар тәрбиәләгән, икенсе бе­рәүҙең китаптарын уҡып сыҡҡан һәм үҙенекен яҙған, кешеләрҙән нимәгә булһа ла өйрәнгән, үҙе белгәндәрен башҡаларға өйрәткән. Бик ныҡ ашыҡҡан, нисек тә күберәк эшләргә тырышҡан. Һуң ятҡан, таң һарыһынан тороп, эшкә тотонған. Шуға ҡарамаҫтан, барыбер бик аҙ эшләйем, эштәрем иртәгәгә күп ҡала, тип хафаланған. Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһына уның ысын уҡыусыһы булып баҫҡыһы, тормош өсөн тағы ла күберәк нәмәләр башҡар­ғыһы килгән.
Ә ҡустыһы һаман да, ваҡытты ашыҡтыра биреп, Хоҙай иң яҡшы ҡылыҡтарға өйрәтер әле, тип көткән. Һәм бына ағалы-ҡустылы, ҡартайып, үлер ваҡыттары етеп, тағы Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт иткән:
– Ғүмеребеҙ буйына беҙҙе нимәгәлер өйрәтеүеңде көттөк. Донъяның бөйөк эштәрен башҡарыу өсөн Һинең уҡыусыларың булыр­ға теләнек.
– Һеҙ донъяны үҙгәртеү өсөн минән белем алырға уйланығыҙ, – ти Хоҙай. – Әммә берегеҙ нимәлер теләгәндә, икенсегеҙ көсөн йәлләмәй шул нәмә өҫтөндә эшләне. Бына сәғәтегеҙ һуҡты, һеҙгә был донъяны ҡалдырып китергә ваҡыт етте. Артығыҙға әйләнеп ҡарағыҙ әле, үҙегеҙҙән һуң ер йөҙөндә нимә ҡалдыр­ҙығыҙ?
Береһе үҙенең бар эштәрен, ә икенсеһе тик теләгән нәмәләрен генә күрҙе.
– Ысын уҡыусы, – ти Аллаһы Тәғәлә, – ул ниҙер теләгән кеше тү­гел, ә теләге булып, ошоларҙы тормошҡа ашырған кеше, бысраҡ һәм ауыр эштәрҙән ҡурҡҡан бәндә түгел, ә ошоларҙы донъя­ға файҙалы итеүсе. Тик хеҙмәт аша ғына иң ҙур белемде алырға мөмкин. Теләү генә ул – буш нәмә, ә теләгәндәреңде тор­мош­ҡа ашырыу – бөйөклөк.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА
тәржемәһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға