20.09.2013 Ағинәйҙәр ҙә ҡулдарына тырма алды
Баймаҡ районында «Таҙа шишмә» акцияһында бөтәһе 24 шишмә, 22 ҡоҙоҡ, йылға буйҙары таҙартылды
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арнап, ер өҫтө ҡарҙан әрселеү менән бөтә район буйынса бик күп сара, экологик өмә үткәрелде. «Һыуҙарыбыҙҙы, тәбиғәтебеҙҙе киләсәк быуынға ҡалдырайыҡ!» республика акцияһына ҡушылып, Баймаҡ район ҡатын-ҡыҙҙар советы «Таҙа шишмә» акцияһын иғлан итте. Уны район ҡатын-ҡыҙҙары дәррәү күтәреп алды һәм ихлас ҡушылды. Һәр урында шишмәләр, ҡоҙоҡтар барланды, тирә-яғы сүп-сарҙан таҙартылды, күптәре кәртәләп алынды. Был өмәләрҙә ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, йорт хужабикәләре, уҡытыусылар, мәктәп уҡыусылары әүҙем ҡатнашты.
Өмөтбай ауылы ҡатын-ҡыҙҙары тарафынан Мохан, Сәхип, Ҡайын күпер шишмәләре таҙартылды, бөтәһе 25 трактор сүп-сар түгелде.
Ишмырҙа ауылында мәсет эргәһендәге Оло ҡойоно таҙартыу, тирә-яғын тәртипкә килтереү буйынса өмә бик ойошҡан үтте. Ҡоҙоҡ эргәһендәге таштарҙы бер урынға өйөп, төрлө төҫтәргә буяғандан һуң уҡыусылар «Оло ҡойо 1853 – 2013» тигән яҙыу ҙа яҙып ҡуйҙы.
Ҡаратал ауылында ла ҡатын-ҡыҙҙар, ауыл йәмәғәтселеге акцияға ихлас ҡушылды. Улар тарафынан ауыл уртаһындағы Мотаһар, Баймаҡ – Ҡаратал юлындағы – Аҡма, Ҡаратал – Беренсе Этҡол юлы буйындағы Мырҙабулат ҡоҙоҡтары, Ғәйниямал тауы янындағы шишмә таҙартылды. Аҡма ҡоҙоғо яңынан кәртәләнеп, буялды.
Һаҡмар ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары Һаҡмар йылғаһы буйын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса өмәлә әүҙем эшләне, трактор ярҙамында тиҫтәнән ашыу тоҡ ҡый йыйып түкте.
Темәс ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр клубы ағзалары, Биктимеровтар һәм Сәлиховтар ғаиләләре Яғалса тауы итәгендә урынлашҡан Монаш шишмәһен таҙартыу буйынса өмәлә 23 тоҡ сүп-сар йыйҙы. Ялға туҡтаған мәлдә В. Сәлихова республикалағы һәм райондағы экологик хәл тураһында мәғлүмәт бирҙе, С. Билалова «Ҡыҙыл китап»ҡа ингән үҫемлектәр менән таныштырҙы.
Йомаш ауылында Кеүәшле йылғаһын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса өмә лә бик дәррәү барҙы. Өмәлә ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, ағинәйҙәр, янғын һүндереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре, халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә теркәлгән кешеләр әүҙем эшләне. Йыйылған сүп-сарҙы түгеүгә өс йөк машинаһы йәлеп ителде.
Урғаҙа ауылы ҡатын-ҡыҙҙары Урғаҙа йылғаһы буйҙарын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса өмәлә тырышып эшләне. Уның барышында тиҫтәгә яҡын тоҡ ҡый йыйып түгелде.
Ишмөхәмәт ауылында ойошторолған өмәлә Дауыт ҡоҙоғо, шишмәләрҙең тирә-яғы сүп-сарҙан таҙартылды. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторған сарала ауыл халҡы әүҙем ҡатнашты. Хәмит Үлйәбаев ике улы менән ҡороған ике шишмәне таҙалап, таш менән бурап ҡуйҙы.
Иҫке Сибай ауылында дүрт шишмә – Сәрүәр, Һары, Һалҡын, Ҡаракүбәк шишмәләре һәм Зарифа ҡойоһо сүп-сарҙан таҙартылды.
Беренсе Этҡол ауылы ҡатын-ҡыҙҙары Зиннур шишмәһен тәртипкә килтерҙе, Ғәҙелбай ауылында ағинәй Көнһылыу Байрамғолова етәкселегендә Ҡасҡын шишмәһе һәм Батҡаҡлы йылғаһы буйҙары матурланды.
Мерәҫ ауылы ҡатын-ҡыҙҙары Аҡминде, Көрәнбейә, Тәрәноя йылғаларын таҙартыуға күп көс һалды. Өмәнән һуң йылға буйҙары күркәмләнеп, йәмләнеп ҡалды.
Байыш ауылында йәй буйына бер нисә экологик өмә ойошторолдо. Өмәләрҙә бөтә ауыл халҡы ҡатнашты. Урғаҙа йылғаһының үҙәнен таҙартыуға бөтәһе 56 кеше сыҡты. Шулай уҡ Доңғойо, Уҫаҡлы йыры шишмәләрен тәртипкә килтереүҙә өлкәне лә, йәше лә тырышып эшләне.
Ишбирҙе ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы Йылайыр, Ҡуһа йылғалары буйҙарын таҙартыуҙы ойошторҙо. Тәтек ҡоҙоғо кәртәләнде, буялды.
Бөрйәнйылға ауылында Бөрйән, Һарыҡал буйҙары таҙартылды, Үрге ҡоҙоҡ, Алама йылға ҡоҙоғо тәртипкә килтерелде.
Юлыҡ ауылында Мағаш, Төгән йылғалары буйҙары таҙартылды, Яманташ ҡоҙоғо тәртипкә килтерелеп, рәшәткәһе буялды.
Ҡолсора ауылында Ҡотоҡ башы шишмәһен, Ҡуянтау ауылында Нурлыбай, Шәһит шишмәләрен, Күсей ауылында Аҡма йылғаһы буйҙарын, Билалда Моңдо шишмәһен, Байымда Таулы йылғаһы буйҙарын, Түбәлә Сапсал буйындағы ҡоҙоҡтарҙы, Бетерәлә Бетерә йылғаһы буйҙарын, Татлыбайҙа Ҡаран, Шөбөрләп шишмәләрен, Йәнйегеттә Улаҡ шишмәһен, Шәкир ҡоҙоғон, Таулыҡайҙа Һаҡмар, Ҡарғалы йылғалары буйҙарын, Буранбайҙа Ташкит ҡоҙоғон, Күгиҙелдә Суҡҡарағас йылғаһы буйҙарын таҙартыу буйынса өмәләрҙә урындағы халыҡ ҙур теләк менән ҡатнашты.
Район ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторған экологик өмәләрҙә бөтәһе 24 шишмә, 22 ҡоҙоҡ (шуларҙың һигеҙе кәртәләп алынған, буялған), йылға буйҙары таҙартылды.
Эйе, Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылында тәбиғәтте таҙартыу буйынса ҙур эштәр башҡарылды. Һәр ауылдың был изге эшкә ҙур теләк менән, әүҙем ҡушылыуы ҡыуандырҙы. Киләсәктә лә бындай өмәләр йыш үткәрелер, йылға-шишмәләребеҙ һәр саҡ саф һәм тулы һыулы булып ҡалыр, тип ышанайыҡ.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Баймаҡ районы.