20.09.2013 Ярҙар таҙарҙы, йылға йылмайҙы
«Һыу, һинең төҫөң дә, тәмең дә, еҫең дә юҡ, һине тасуирлау ҙа мөмкин түгел – кешеләр һине эсеп кинәнә, ә үҙҙәре һинең нимә икәнеңде белмәй», – тип яҙған ҡасандыр Антуан де Сент-Экзюпери. Бөйөк француз хаҡ булған. Һыу – кешелектең иң ҡиммәтле ресурстарының береһе, унһыҙ кешеләрҙең дә, беҙҙе уратып алған күп төрлө үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһының да йәшәйешен күҙ алдына килтереүе мөмкин түгел. Был хазинаны беҙгә тәбиғәт биргән, ул беҙҙең тәрбиәлелеккә һәм уның алдында яуаплы икәнебеҙҙе белеүебеҙгә ышанғандыр. Әммә, үкенескә күрә, был байлыҡ кеше тарафынан бик үк юғары баһаланмай. Йылғалар бысрана, күлдәр ҡорой...
Төбәгебеҙҙең экологик торошон яҡшыртыу маҡсатында 2013 йыл Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителде. Ошоға бәйле республика, район кимәлендә төрлө саралар, өмәләр үткәрелеп тора. «Ятып ҡалғансы, атып ҡал» тигән девиз аҫтында «Ейәнсура таңдары» гәзите редакцияһы үткәргән «Йәшә, йылға!» экология акцияһында беҙ ҙә, Сәғит ауылы халҡы, ҡатнашырға булдыҡ. Билдәләнгән ваҡытҡа ауылыбыҙҙың иң әүҙемдәре мәҙәниәт йорто алдына йыйылдыҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар тоҡ тотһа, ә ир-егеттәр бысҡы-балта, көрәк менән ҡоралланғайны. Сарабыҙ Ҡаҫмарт йылғаһы аша үткән күперҙән старт алды. Саф һыулы йылға – һыныҡ ағас ботаҡтары, йәшел сиҙәм – полиэтилен тоҡсайҙар, ҡырсынташлы ярҙар – буш пластик шешәләр... Матурлыҡ һәм насарлыҡ аралашып килгән ошондай күренеш беҙҙе ҡаршы алды. Йәше, олоһо ҡарап тормай дәррәү генә эшкә тотондоҡ. Осраған һәр сүп-сарҙы тоҡтарға тултырһаҡ, ә бына йылғаны ҡамап ятҡан ағас киҫәктәрен ярға сығарып өйҙөк. Ситтән ҡарап торһаң, эшһөйәр ҡырмыҫҡаларҙың ҡыҙыу эш мәлен хәтерләтә ине. Бер нисә сәғәттә әллә күпме ҡый йыйҙыҡ. Шәхси техникаһы булған егеттәр өмәбеҙгә ҙур өлөш индерҙе. Сүп-сар өйөмдәрен арбаға тейәп, тәғәйенләнгән урынға илтеп тә ауҙарҙылар. Йыйыштырылған ярҙарҙы күргәс, ошо бәләкәй генә эштең дә оло бер байлығыбыҙ – йылғабыҙҙы һаҡлап ҡаласағына ышандыҡ. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, ти халыҡ әйтеме. Эшебеҙҙе тамамлағас, һут, тәм-том менән һыйланып та алдыҡ. Өмә Сәғит ауылы халҡының татыулығын, тырышлығын, эшсәнлеген тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Сарала ҡырҡҡа яҡын кеше ҡатнашты. Ауылдыҡылар ғына түгел, ҡала ҡунаҡтары ла был өмәгә ҡушылғайны. «Афарин, сәғиттәр!» – тип кенә әйтергә ҡала. Ошондай экологик өмәне оло йолаға әүерелдерергә һүҙ ҡуйышып таралыштыҡ.
Сарала ҡатнашып, тағы бер хәҡиҡәткә төшөндөк: беҙҙе уратып алған мөхиттең, тәбиғәттең һаҡланыуы кеше ҡулында һәм уның артабанғы яҙмышы киләсәк быуынға бәйле. Ә мин үҙ сиратымда ял итергә килеүселәргә һыу буйын бысратмаҫҡа, сүп-сарҙы урында уҡ яндырырға, йә алып ҡайтып, сүплеккә ташларға кәңәш итер инем.Тәбиғәтте һаҡлау, уны киләсәккә ҡалдырыу – беҙҙең бурыс.
Ләйсән Ҡыуатова,
БДУ студенты.