«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Бик лайыҡ кандидат



20.09.2013 Бик лайыҡ кандидат

Йылайыр районының «Ауыл уттары» гәзите мөхәррире Ильяс Такаловтың Шәһит Хо­ҙай­бирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителеп, һайлап алыу турын үтеүен мин Ок­тябрьский ҡалаһында белдем һәм үҙ фекеремде еткерергә ашығам.

Эйе, Ильяс Исмәғил улы был премияға күптән лайыҡ. Район гәзитселәре ҡаҙанында ярты быуаттан ашыу ҡуша ҡайнағанлыҡтан, уны бик яҡшы беләм. И. Такалов редакцияла 1973 йылда фотохәбәрсе вазифаһында эш башланы һәм ошоға тиклем бигерәк тә сифатһыҙ фотолары өсөн тәнҡитләнгән гәзит яҡшы яҡҡа үҙгәреш ала. Дүрт тиҫтә йыллыҡ эш дәүерендә Ильяс Исмәғил улы маҡтауға лайыҡ юл үтте, абруй ҡаҙанды, мөхәррир дәрәжәһенә күтәрелде.[/right] Дубляж булараҡ сығып килгән гәзит башҡорт телен­дәге баҫмаға әйләнеп, аҙнаһына өс мәртәбә сыға башланы, бөтә халыҡ ҡатламына үтеп инерлек махсус биттәр, рубрикалар, тарихи материалдар йыш урын ала, ижади конкурс­тар йыш үткәрелә. Район журналистары ауылдарҙа, халыҡ менән осрашып, туранан-тура һөйләшеүгә сыға. Гәзит күптән инде сифатлы фотолары, бай һәм уҡымлы материалдары менән уҡыусылары араһында популярлыҡ яуланы. Ә мөхәррире ижади һәм эшһөйәр коллектив туплап, улар менән оҫта етәкселек итә. журналистика өлкәһендә оҙайлы эш дәүерендә Такаловтың үҙенең дә төрлө темаларға иҫәпһеҙ-һанһыҙ мәҡәләһе донъя күрә. Үҙен районда белмәгән һәм күрмәгән кеше юҡтыр. Яҡташым оҫта ойоштороусы һәм әүҙем йәмәғәтсе лә. Бигерәк тә районда ул етәкләгән район башҡорттары ҡоролтайы ҙур эш башҡара һәм һөҙөмтәһе гәзит биттәрендә яҡтыртыла. Ҡоролтай тел һәм мәҙәниәтте үҫтереү маҡсатында күп сара үткәрә, төрлө ярыштар ойоштора, Исҡужа ауылында 1812 йылғы һуғыштың 200 йыллығына һәйкәл, Ҡаҙыр­шала З. Вәлидигә таҡтаташ ҡуйыла, “Айыҡ ауыл” акцияһын ойоштороу һәм унда ҡатнашыу буйынса гәзит биттәрендә күп материал баҫыла, күрше райондарҙа үткән сараларҙа ҡатнашып, унан да репортаждар бирелә.
Матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларының атҡаҙанған хеҙмәткәре Ильяс Исмәғил улы Такалов өлгөлө йорт һәм ғаилә башлығы ла, тормош иптәше – БР-ҙың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре Сәфирә Ғәйнислам ҡыҙы менән өс ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр, бөтәһе лә беренсе разрядлы спортсылар, бөгөн етәксе вазифаларҙа эшләйҙәр, ә 6-сы синыфта уҡыған ейәндәре бейеү һәм спорт өлкәһендә республика һәм Рәсәй чемпионы исемен йөрөтә.
Шундай ул беҙҙең Ильяс һәм уның Шәһит Хо­ҙайбирҙин исемендәге премияға һис һүҙһеҙ лайыҡ булыуына инанам.

Ф. РӘМОВ.
Октябрьский ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға