«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » “Журналист һөнәр түгел, ул – диагноз”



20.09.2013 “Журналист һөнәр түгел, ул – диагноз”

“Журналист һөнәр түгел, ул – диагноз”Ошо көндәрҙә элекке хеҙмәттәшем Людмила Кашапованың “Молодежная газета” тарафынан абруйлы премияға тәҡдим ителеүе хаҡында ишетеп, ҡыуаныс кисерҙем. Был журналист ысын кимәлендә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға лайыҡ.
Танышыуыбыҙ әллә ҡасан, бынан 19 йыл элек, Өфө районының “Өфө үҙәндәре” гәзитендә булды. Людмила Кашапованың журналист булараҡ эшмәкәрлегенән бер-ике тарих ҡына һөйләмәксемен.
Бер көндө коллегам Өфө райо­нының эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән репортаж эшләргә китте. Дежур часть милиционерҙары уны төндә юл-транспорт һәләкәте булған урын­ға алып барған. Миловка янында трактор ауған. Тракторсының кабинаға башы һәм ҡулы ҡыҫыл­ған да, бер нисек тә сығара алмай­ҙар. Ауыр техникаға көс етерлек әмәл юҡ, ә ярҙам килеүен көтөргә кәрәк. Һәр минут ҡәҙерле. Булған ғына кешеләр, тракторсыны ҡотҡарабыҙ тип, арыу көс түгә, беҙҙең Каша­поваға ла өлөш тейә. Ситтә ҡалыу тураһында уйлау ҡайҙа. Ярым иҫерек ирҙе ҡотҡарҙылар. Людмила аҙаҡ көн буйына ауырыҡһынып ятты. Уға ошо ҡотҡарыу операцияһында туранан-тура ҡатнашҡанында бала табыр­ға ла күп ҡалмағайны…
Икенсе бер ваҡиға. Тәүгеһенән һуң бер нисә көн генә үткәйне. “Больничный” алырға ла уйламаған Людмиланы машина менән һауыу операторҙары конкурсын яҡтыртырға ебәрҙеләр. Ярышта журналистың яҡташтары – Михайловка һауынсылары еңһә лә, Кашаповаға ауырғараҡ тура килде. Элекке юлдарҙың нисегерәк булыуын күҙ алдына килтерәһегеҙҙер. Соҡор-саҡыр, текә боролоштар… Ҡыҫҡаһы, хеҙмәттәшебеҙ сабыйын алдан тыуҙырыу хәүефе менән дауаханаға эләкте. Ә мәҡәләне гәзиттең киләһе һанына уҡ өлгөртөргә кәрәк ине. Гәзиттең баш мөхәррире Людмила Савенко (әлегәсә ошо йөктө тарта) – бик талапсан етәксе, уның әйткәнен тулыһынса үтәргә тырыша торғайныҡ. Һәм бына гәзит сығырҙан алда миңә Людмила Кашапова шылтыратып, дауаханаға килергә ҡушты. Барһам… бер ҡулынан “капельница” бауҙары һуҙылған, ә икенсеһе менән алдында ятҡан ҡағыҙға шәп-шәп ниҙер яҙа. Әлбиттә, был уның һауынсылар бәйгеһенән репортажы ине!
Бына шундай журналист ул. Яуаплы, һәләтле, ғәҙел. Людмила Кашапова һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер. Уның янына алданған “өлөшсөләр” ҙә, үҙҙәренең иғтибарһыҙлығы арҡаһында бурысҡа батыусылар ҙа, һатыусылар тарафынан зыян күреүселәр ҙә, әҙ тәьмин ителеүселәр ҙә – барыһы, барыһы ла үҙ проблемалары менән йыш килә. Күп осраҡта “Молодежная газета” хәбәрсеһе башланғысы менән суд эше лә асылып, ҡыйыр­һытылыусылар файҙаһына тамамлана. Журналист ты­рышлығының һөҙөмтәһе булып, баҫмала яҡшы материал сыға, үҙенә уның ярҙамын тойған гәзит уҡыусылары рәхмәт һүҙҙәре яуҙыра.

Светлана САЛЯЕВА.
Хәниф СӨНӘҒӘТУЛЛИН фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға