«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Барыһын да йөрәге аша үткәрә



20.09.2013 Барыһын да йөрәге аша үткәрә

Барыһын да йөрәге аша үткәрәШәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһына дәғүә итеүселәр араһында Ғафури районының “Табын” гәзитендә эшләүсе Самат Ғәлиуллиндың да исеме булыуы үтә ҡыуаныслы хәл. Республика уҡыусыһы уның менән “Башҡортостан”, “Йәшлек” гәзиттәрендә даими донъя күргән сәйәси күҙәтеүҙәре аша яҡшы таныш. Гәзиттә сәйәси темаларға яҙыуы һис тә еңел түгел. Ниндәйҙер мөһим ваҡиға хаҡындағы яҙмаң матбуғатта донъя күргәнсе ике-өс көн, хатта аҙна үтеп китә. Тимәк, был ваҡиға хаҡында телевидение, интернет аша таныш булған уҡыусыға, нимә булыуынан бигерәк, шул сәйәси хәлгә ентекле анализ, уның сәбәптәре һәм эҙемтәләре хаҡында объектив ҡараш талап ителә. Әйтәйек, Сүриәләге хәл тураһында ус аяһындай мәҡәлә яҙыу өсөн дә күпме мәғлүмәтте өйрәнеү, күңелең аша үткәреү талап ителә. Самат Менәүәр улы был бурысты оҫта, лайыҡлы кимәлдә атҡарып килә.
Уның яҙмалары бер тында уҡып сығыла, аҡыл да һатмай, фәлсәфәгә лә бирелмәй, аңлайышлы тел менән һәр кемдең күңеленә үтеп инерлек итеп яҙа. “Саматтың мәҡәләләрен көтөп алам”, “Самат Ғәлиуллиндың сәйәси күҙәтеүҙәрен йышыраҡ бирегеҙ”. Редакция хеҙмәткәрҙәре бындай фекерҙәрҙе йыш ишетә. Журналист хеҙмәтенә ошонан да ҙурыраҡ баһа бармы икән?!
Самат Менәүәр улы менән миңә башта “Табын”, һуңынан “Баш­ҡортостан” гәзитендә бергә эшләү форсаты тейҙе. Редакцияға, оҙаҡ йылдар уҡытыусы, мәктәп директоры вазифаһында эшләп, ҙур тормош тәжрибәһе туплап килде ул. Килде лә, көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәргән мәҡәләләр яҙа ла башланы. Мин уның “Красноусол” шифаханаһы эргәһендәге Изге шишмәләр эргәһендә данлыҡлы Күрпәс бейгә һәйкәл ҡуйҙыртыу, Ерек ауылы эргәһендә автозаправка төҙөү кәрәклеге хаҡындағы үткер мәҡәләләрен яҡшы хәтерләйем. Яҙҙы ла онотто, тиһегеҙме Саматты. Юҡ! Һәр эште аҙағына еткереү ҙә уның холҡонда. Бөгөн Ерек ауылы янында автозаправка эшләй, Күрпәс бейгә һәйкәл асыл­ған. Әлбиттә, ошо һәм бихисап башҡа эштәрҙә лә Самат Ғәлиуллиндың өлөшө бар. “Башҡортостан”да эшләгән сағында ла ул коллегаларын төрлө темаларға берҙәй үк ҡыйыу тотоноуы, бик тиҙ һәм сифатлы яҙыуы менән һоҡландыра ине. Тарихи темалар, ер-һыу атамаларының килеп сығышы булһынмы, тел, милләт яҙмышымы – барыһын да йөрәге аша үткәрер, фәһемле һәм урынлы фекерҙәрен әйтер. Күп тә үтмәй, Ғафури районы хакимиәте уны “Табын” район гәзитенең баш мөхәррире вазифаһына саҡыртып алды. Ошо вазифала, район баш­ҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһында ла халҡы, тыуған ере өсөн күп изге эш атҡарҙы ул. Бөгөн дә үткер ҡәләме, әүҙем тормош позицияһы менән айырылып тора, ә инде ижтимағи-сәйәси темаларға яҙыл­ған мәҡәләләре менән Ғафури районында ғына түгел, тотош республикала билдәле шәхес, Баш­ҡортостан күләмендә танылған һүҙ оҫтаһы.
Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте, ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Самат Ғәлиуллин – Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһын алыу хөрмәтенә күптән лайыҡ журналист.

Марат ӘМИНЕВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға