«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Телефоныбыҙ аноним шылтыратыуҙар өсөн түгел



13.09.2013 Телефоныбыҙ аноним шылтыратыуҙар өсөн түгел

«Йәшлек»тең дежур телефонына шылтыратыу­ҙар булмаған бер генә көн дә юҡ. Урында аныҡ яуап алып та, беҙгә мөрәжәғәт иткәндәренә бер аҙ асыу ҙа килеп ҡуйһа, «Йәшлек»тән ярҙам һораусының мәсьәләһен ҡулыбыҙҙан килгәнсә хәл итергә тырышабыҙ, кәрәк икән, ғәҙеллек юллайбыҙ. Шуны аңлаһын ине гәзит уҡыусыларыбыҙ, дежур телефоныбыҙ аноним шылтыратыуҙар өсөн түгел.

Зилә Исҡужина, Әбйәлил районының Беренсе май ауылы:
– Мин – яңғыҙ бала тәрбиәләүсе ҡатын. Ниңә аҙ тәьмин ителгәндәргә, күп балалы ғаиләләргә мәктәп формаһы өсөн түләүҙәр бар, өҫтәүенә, мәктәп ашханаһында льготалы хаҡҡа туҡланалар, ә миңә юҡ?
Зилә, үкенескә күрә, положениеға ярашлы мәктәп формаһы күп балалы, аҙ тәьмин ителгәндәргә генә бирелә. Яңғыҙ бала тәрбиәләүселәргә был ҡағылмай.

Миңйән Шафиҡов, Балаҡатай районының Миҙәт ауылы:
– 5 апрелдә Мәсәғүттән килеп, 7 мең һумға антенна ҡуйҙылар. БЮТ, «Ҡурай» каналы күрһәтергә тейеш ине. Ике ай дауамында 60 канал күрһәтте лә, хәҙер 15-кә ҡалды. Шул антеннаны алдап һатыу­сы фирманы гәзит аша фаш итегеҙ әле. Ниңә халыҡты алдайҙар икән?

Миңйән ағай, һеҙгә антенна ҡуйған ойошма етәкселәре менән бәйләнешкә индек. Уларҙың белдереүенсә, һеҙгә «Телекарта HD» ҡуйылған. Ике айға бүләк сифатында түләүһеҙ телекарта бирелгән, шуға ла 60 канал ҡарағанһығыҙ. Был подписканан ике айҙан һуң баш тартмағас, абонент түләүенә индергән аҡсағыҙ ай һайын алына барған. 7 августа ул бөткән. Хәҙер һеҙгә подписканы оҙайтырға, аҡса түләргә кәрәк. Каналдарҙы Мәскәүҙәге техник ярҙам хеҙмәте операторҙары һүндерә. БЮТ, «Ҡурай» каналына килгәндә, антенна ҡуйыусылар уларҙың һеҙҙең йортта насар тотоуына бер ниндәй ҙә аңлатма бирә алманы. Сөнки антенна-тәрилкәне лә икенсене ҡуйып ҡарағандар. Шулай ҙа ауылда ҡайһы берәүҙәрҙә әлеге антенна менән урындағы телевидениены ҡарап була.

Фәрит Әбүбәкеров, Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы:
– Былтыр ip-телевидение үткәргәйнек, әле бер ай эшләмәй тора. Баймаҡ районы элемтә узелы һаман килеп йүнәтмәй.

– Һеҙҙең мөрәжәғәт буйынса «Башинформ­связь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Баймаҡ район элемтә узелы етәксеһе Айрат Ҡадировҡа шылтыраттыҡ. Уның белдереүенсә, күп кешенең модем-приставкаларын йәшен һуҡҡан. Әле һеҙҙең был ҡорамалығыҙ Өфөгә ремонтҡа ебәрелгән. Сөнки уларҙы урында йүнәтеүселәр юҡ. Әгәр уны ремонтлай алмаһалар, үҙегеҙгә яңынан алып ҡуйырға тура киләсәк. Айрат Ҡадиров әйтеүенсә, йүнәтергә ебәрелгән һуңғы приставкаларҙан йәшен һуғып эшлектән сыҡҡандары булмаған. Шуға ла элемтә бүлеге оҫталары был проблеманы хәл итерҙәр тип кенә өмөтләнергә ҡала.

Аноним, Йылайыр районының Сидоровка ауылы:
– Беҙҙең ауылда ҡатын-ҡыҙҙар эсә. Дүрт бала әсәһенең (исеме редакцияға билдәле ) эсеүенә ҡаршы ауыл хакимиәте бер ниндәй ҙә сара күрмәй. Ике балаһы ситтә уҡый, бәләкәстәренең береһенә – 3 йәш, икенсеһенә – 8 ай. Ире ҡырҙа эшләй. Балалары бигерәк тә йәл бит…

Был борсоулы мөрәжәғәт буйынса Йылайыр районы мәғариф идаралығының опека һәм попечителлек секторы етәксеһе Миңзифа Гибаеваға шылтыраттыҡ. Улар был ғаилә тураһында яҡшы белә. Йыл башында комиссия ғаиләне тикшереп, әсәгә иҫкәрмә яһаған. «Тәртибен үҙгәртергә вәғәҙә биргән ҡатын һүҙендә тормағас, тағы ла комиссия тикшерәсәк», – тине ул.

Аноним, Әбйәлил районының Ишбулды ауылы:
– Ташҡындан зыян күргәндәргә ярҙам ойоштороу буйынса ауылдағы комиссия ғәҙел эшләмәне. Баҙыбыҙға һыу тулғас, беҙ ҙә бит зыян күрҙек, тиһәк тә, әллә була торған аҡса, әллә юҡ, тип ғаризаны ла алманылар. Ниндәйҙер күләмдә зыян күргәнбеҙ, йортобоҙға һыу ингән икән – барыһына ла матди ярҙам булырға тейештер…

Ишбулдылар, комиссияла ситтән килгән кешеләр түгел, үҙегеҙҙең ауылдаштарығыҙ эшләгән, шуға ла кемгә тейеш, кемгә юҡ – улар­ға нығыраҡ билдәлелер…

З. Абзалова, Салауат ҡалаһы:
– Күп мәктәптәрҙе яптылар. Уҡытыусыларға Өфөлә эш бармы икән?

Өфө мәктәптәре педагогик кадрҙарға бик ҡытлыҡ кисермәй. Мәғариф учреждениеларындағы вакансиялар хаҡында Өфө ҡалаһының мәғариф идаралығы сайтына инеп ҡарай алаһығыҙ. Балалар баҡсаларына тәрбиәселәр, өҫтәмә белем биреү учреждениеларына уҡытыу­сылар бик кәрәк.

Шылтыратыуҙарҙы Зөһрә Йәһүҙина ҡабул итте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға