«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Тыуған яғы тәбиғәтенә һөйөүе сикһеҙ



13.09.2013 Тыуған яғы тәбиғәтенә һөйөүе сикһеҙ

Йәш рәссам Резеда Таһирова киләсәктә Башҡортостандың бөтә иҫтәлекле урындарын һүрәттәрендә мәңгеләштерергә йыйына
Тыуған яғы тәбиғәтенә һөйөүе сикһеҙ
Бөтә донъяла танылыу яулаған рәс­самдар­ҙың әҫәрҙәре менән бер рәттән, йәш башҡорт рәссамдарының да матурлыҡ үрнәге булырҙай әҫәрҙәре күп. Тимәк, матурлыҡҡа юл асыҡ. Ҡурҡма­йынса алға атлайыҡ. Таныш булығыҙ – һеҙҙең алдығыҙҙа өмөтлө йәш рәссам Резеда Таһирова. Бала саҡтан тирә-яҡ мөхиттең матурлығына ғашиҡ булып үҫкән ҡыҙ эштәрендә сағыу буяуҙарҙы һис тә йәлләмәй – уның картиналарындағы кешеләр һәм пейзаждар тыуған яҡтың иҫ киткес гүзәллеген һәм изге күңелле ауылдаштарының яҙмышын һүрәтләй. Ҡыҙ республикалағы коллектив күргәҙмәләр­ҙә бик йыш ҡатнаша, ә күптән түгел Рәссамдар союзының Бәләкәй залында Резеданың тәүге шәхси күргәҙмәһе ойошторолдо.
– Резеда, гәзит уҡыусыларҙы үҙең менән таныштырып үтһәңсе?
– Мин иҫ киткес гүзәл тәбиғәтле Белорет районының тауҙар теҙмәһе уратыуында, ҡурсаулыҡ биләмәһендә урынлашкан Манышты ауылында тыуғанмын. Туғыҙ класс белемде тыуған ауылым мәктәбендә алғас, 2003 йылда Өфө сәнғәт училищеһының һынлы сәнғәт бүлегенә уҡырға индем. Училищела Рәмилә Шәйәхмәт ҡыҙы Гордееваның ҡулы аҫтында һөнәр башланғыстарына төшөндөм. 2008 йылда артабан белемемде камиллаштырыу маҡсатында Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһына, шулай уҡ һынлы сәнғәт бүлегенә имтихандар тапшырҙым. Әлеге ваҡытта һуңғы курсты – диплом йылын тамамларға ҡалды. Мине академияла аҡыллы, кешелекле, изге күңелле уҡы­тыу­сыларҙың береһе, көслө һәм билдәле рәссам – Михаил Алексеевич Назаров уҡыта.
– Йәш рәссам кем ул?
– Йәш рәссам – ул әле генә ижад донъяһына тәпәй баҫып атларға өйрәнгән бала йәки тәү тапҡыр осорға ҡанат нығытҡан ҡошсоҡтор, тип уйлайым. Күргән әйберенең йә иһә уйлаған фекеренең мәғәнәһен ижад аша күрһәтә башлаусы һәм, тамашасы уны аңлаһа ине, тип көнө-төнө ҡайғырыусы (көлә).
– Ҡасан рәссам булырға уй килде, ғөмүмән, һынлы сәнғәткә юлың ҡайҙан башланды?
– Беҙ ғаиләлә өс бала, барыбыҙ ҙа бәләкәстән үк һүрәт төшөрөп үҫтек. Атайым рәсем дәрестәрен уҡытҡанға күрәме, бындай ҡыҙыҡһыныуыбыҙ булғандыр инде. 7 – 8-се кластарҙа төрлө олимпиадаларҙа, гәзит һәм журналдар иғлан иткән конкурстарҙа ҡатнаша башланым. Һүрәттәрем апаруҡ килеп сыға, тирә-йүндәгеләр хуплай башлағас, рәссам булыу хаҡында төплөрәк уйландым. Артабан училищела уҡыу йылдары, яңынан-яңы һын­лы сәнғәт серҙәре, ижад кешеләре менән аралашыу мине тулыһынса сәнғәт донъяһына тартып алды.
– Яҡшы һөҙөмтәләр булһын өсөн юғары белем мотлаҡмы?
– Ниндәйҙер маҡсаттарға ирешер өсөн белем, һис шикһеҙ, кәрәк, ләкин мин нәҡ юғары уҡыу йорто белеме талап ителә тип һанамайым. Шулай ҙа әлеге көндә уҡығаным тик файҙаға ғына булыр тип иҫәпләйем. Сөнки уҡытыусыңдың хеҙмәтен лайыҡлы баһалай белергә кәрәк, остазым биргән белем минең өсөн мөһим.
– Һинең өсөн илһам сығанағы ниҙә?
– Тәбиғәттә, көндәлек тормошта үтеп киткән бер генә мәл дә ҡабатланмай. Тик ошо гүзәллекте тотоп ҡала белергә кәрәк. Тап ошо хаҡта уйлаһам, күңелемдә илһам тыуа.
– Картиналарыңа ҡарағанда, ижадың һәр саҡ тәбиғәткә, тыуған яғыңа бәйлеме?
– Ысынлап та, һүрәттәрем тыуған яғым тәбиғәтенән күсерелгән, күбеһенсә үҙем тәпәй баҫҡан, бала сағымда бар донъямды онотоп уйнаған, күңелгә иң яҡын ерҙәр. Сөнки мин дә, бик күптәр кеүек, үҙемдең ауылымды яратам, һоҡланам. Йәнтөйәккә ҡарата һөйөү бер ҡасан да һүнмәҫкә тейеш, ни тиһәң дә, беҙ йәшәү өсөн көс-ҡеүәтте, энергияны тап ошо ерҙәрҙән – тамырҙарыбыҙҙан алабыҙ.
Беҙҙең Башҡортостаныбыҙ шул тиклем матур, бай тәбиғәтле, Алла бирһә, республиканың барлыҡ иҫтәлекле ерҙәрендә булып, ундағы күренештәрҙе төшөрөргә теләйем. Һәр райондың тәбиғәте үҙенсә бик матур – уларҙың барыһын да картиналарҙа мәңгеләштерер инем.
Тағы ла мин линогравюра тигән һүрәт төшөрөү ысулын үҙ итәм. Линогравюра – линолеум йәки башҡа синтетик пластик өҫтөнә соҡоп һүрәт яһау. Академияның графика бүлегендә шөғөлләнгән студенттарҙы күҙәтеп йөрөп, мин дә ылығып киттем. Линогравюрала тик аҡ-ҡара композиция – ул төҫлө буяу менән эшләгәнгә ҡарағанда күпкә ҡыйыныраҡ, үлсәмдәрен дөрөҫ һала белергә лә кәрәк.
– Картина төшөрөүгә уртаса күпме ваҡыт китә?
– Төрлөсә, күптән инде башыңда йөрөткәнең тиҙ генә килеп сыға, киндерҙә хатта бер-ике аҙнала әҙер була. Оҙаҡ ваҡыт яйға һалынмаған, ҡәнәғәтлек килтермәгән һүрәттәр ҙә бар. Дөрөҫөн генә әйткәндә, һүрәт төшөрөү ул күңел торошонан, алдыңа ҡуйылған маҡсаттарҙан хасил була. Һәр картина рәссам өсөн ниндәйҙер һорауға яуап булып тора.
– Кемдең фекере һинең өсөн тәүге урында һәм ныҡ мөһим?
– Кемгә күрһәткәнмен – барыһының да фекере мөһим. Сөнки һәр бер кеше – ул индивид, уй-фекерҙәр ҡабатланмай.
– Персонаждарҙы ниндәй нигеҙгә таянып уйлап сығараһың, әллә тик тирә-яғыңдағы кешеләрҙе һүрәт­ләй­һеңме? Үҙеңдең айырым алымдарың бармы? Бәлки, тәбиғәттә ниндәйҙер ғәҙәти булмаған формалар эҙләп йөрөйһөңдөр?
– Персонаждарҙы эҙләгәндә башҡа төрлө идеялар килә. Уның ниндәйҙер герой йәки ябай кеше булыуы мөмкин. Бала саҡ һүрәттәремдә, мәҫәлән, тик туғандарымды, күршеләремде төшөргәнмен. Бала күңеле саф – ул геройҙарымды бер ҡалыпҡа һалып, бер үк характерҙа һынландырғанмын. Ә хәҙер кешене һынландыра башлау менән күңелде шик тойғолары солғап ала – мин был геройымдың хистәрен, күңелен тоя алырмынмы, кисерештәрен ҡағыҙҙа күрһәтеп булырмы?
Пейзажға килгәндә, уны төрлөсә итеп һүрәтләргә тырышам – сөнки тәбиғәт оло мөғжизәгә тиң һәм һәр саҡ үҙгәреп тора. Шуға күрә пейзаждарҙы төрлө алымдар ҡулланып, стилемде үҙгәртеп, эксперимент яһап та ҡарайым. Ләкин һөҙөмтә шул уҡ – ысын тормоштағы кеүек килеп сыға. Күрәһең, рәссамға булмышын үҙгәртеүе еңел түгелдер. Ә этюдҡа йөрөгәндә мастихин менән төшөрөргә яратам.
– Һиңә ҡайһы рәссамдар оҡшай, кемдәр­ҙән оҫталыҡ дәрестәре алырға теләр инең?
– Мөмкинлек булһа, сит ил рәссамдарынан Модильяни, Эгон Шиле, Джакометти Альберто, Джакомо Манцу, Альбер Марке, рус рәссамдарынан – Врубель, Стожаров, Явленский, Тюлькинда һөнәр оҫталыҡтарына өйрәнер инем. Шулай ҙа үҙемдең уҡытыу­сымдан да бик ҡәнәғәтмен.
– Берәй ҡасан абстракт живописҡа мөрәжәғәт итермен, тип самалай алаһыңмы?
– Әйтеүе ауыр. Беҙ­ҙең тормош шун­дай ҡатмарлы ла, ябай ҙа кеүек. Беҙ һәр йәшәгән көнөбөҙҙә тиҙ ағым­ға буйһонабыҙ. Был ағым, бәлки, берәй ваҡыт мине аб­стракт живопись кимәленә үҫтереп, Алла бирһә, аб­стракционизмға еткерер.
– Һиңә миллион һум аҡса тәҡдим итеп, сәнғәттән баш тарт, тиһәләр, ризалашыр­һыңмы?
– Юҡ, әлбиттә. Мин ошо уҡыған йылдарымда картина киндерҙәре менән буяуҙар­ға киткән аҡсаны йыйһам, әллә ниндәй әйберҙәр алырға булыр ине. Рәссам ҡатын-ҡыҙҙар магазинға ингәндә күлдәк һәм ирен буяғыс эҙләмәй, туп-тура майлы буяу, ҡәләм, бумала һатылған ергә йүнәлә. Мин бер ваҡытта ла тормошта ижад юлын һайлауыма үкенмәйәсәкмен.
– Әңгәмә өсөн рәхмәт, һылыу! Уңыштар һиңә!

Лилиә ХӘЛИТОВА
әңгәмәләште
.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға