«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Кейекбайҙа – сәскә байрамы



05.09.2013 Кейекбайҙа – сәскә байрамы

Кейекбайҙа – сәскә байрамыКейекбай ауыл советы ауыл биләмәһендә матур саралар йыл әйләнәһенә үтеп тора. Быйыл да улар сәскә байрамы үткәреп, үҙҙәренә лә, килгән ҡунаҡтарға ла матур байрам яһаны. Ауыл хакимиәте башлығы Илшат Ғаяз улы Сәйфет­динов әйтеүенсә, апрелдә үк биләмәнең һәр ауылында йыйылыш үткәрелеп, тирә-йүнде таҙа тотоу, янғын хәүеф­һеҙлеген тәьмин итеү, ауыл­дар­ҙы матурландырыу буйынса һөйләшеүҙәр булған. Баш­лыҡтың һәм ҡатын-ҡыҙҙар советының был изге ниәтен халыҡ дәррәү күтәреп алған. Быға миҫал булып бихисап өйҙөң баҡсаларында мең-мең төрлө гөл-сәскә балҡып ултыра.
Оҙайлы ямғырҙан һуң аяҙытып, көн ялтлап торһа ла, кейекбайҙар ауыл сараһынан ҡалмаған. Мәҙәниәт йортоноң эсе үҙе матур баҡсаны хәтерләтә: ниндәй генә гөлләмәләр яһап килтермәгән дә, ниндәй генә сәскәләрен тамашасы хөкөмөнә тапшырмаған уңғандар!
– Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йы­лында бөгөнгө кеүек сараларға иғтибарҙы бермә-бер арттыр­ҙыҡ. Йәй дауамында халыҡтың баҡсаһын күҙәтә йөрөнөк. Кешеләр ят-ят гөлдәр һатып алып тәҙрә төптәрен биҙәне, өй алды баҡсаларында ла күҙ күрмәгән сәскәләр күренде. Кейек­байҙа өлөшләтә сүп-сар түгеү урынын рәтләнек, Ғәҙел­гәрәйҙә Һарыла шишмәһенең рәшәткәһен яңырттыҡ, сентябрҙә Кейекбай мәсетен кәртәләп, буяп ҡуйырға иҫәп. Кесерткәнде бөтөрөү маҡсатында иғлан яҙып элдек. Яуын йыл булғас, уныһын да ике-өс мәртәбә йолҡторорға тура килде. Был эштәрҙе ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә эшләнек, – тине Илшат Ғаяз улы, сараға килеүселәрҙе тәбрикләп.
Район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Р. Са­лауатова:
– Район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы һәр ауылда ошондай сәскә байрамдарын үткәреүҙе эш планына индергәйне. Бөгөнгөгә ауаздаш саралар көнөнә ике-өс ауылда үтә. Бесән мәлендә ваҡыт табып, ошо байрамды күтәреп, биҙәп ултырғанығыҙ өсөн рәхмәт, – тине.
Кейекбай ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Нәзирә Сафина сараны бик йәнле итеп алып барҙы. Уның өс ҡыҙы ла талант эйәһе икән. Юлиәһе өҙҙөрөп бейеһә, Диниә менән Зилиә моңло итеп йырланы. Концерт һуңында төрлө номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде. Урын­дағы хакимиәт башлығы ҡулынан “Иң яҡшы хужабикә” тип танылған Сәриә Ырыҫҡолова, Дилара Хәлитова, Нәфисә Фәйзуллина, “Иң күп гөл үҫтереүсе” номинацияһында беренсе урын алыусы Сания Ис­ламова, икенсе урын яулаусы Гөлдәр Сөләймәнова, Миңзәлә Ырыҫҡолова, өсөнсө урын алыу­сы Миңзәлә Мәхмүтова, Сания Алтын­шина, “Иң күп сәскә үҫтереүсе” номинацияһы еңеүсеһе Хәҙисә Исламова, 2 – 3-сө урындарҙы бүлешеүсе Фәнүзә Хәлитова, Ғәбиҙә Туҡбаева, Зөлхәмирә Әминева, Зөлфиә Ҡул­бирҙина, Фәниә Алтын­шина, Розалия Хәлитова, “Иң яҡшы баҡсасы” тип танылған Фирҙәүес Ибраһимова, мәктәп, ФАП, мәҙәниәт йорто бүләктәр һәм Маҡтау ҡағыҙҙары алып һөйөндө. Район ҡатын-ҡыҙҙар советы президиумы ағзалары Таһира Иманғо­лова, Шәүрә Сәлихова менән берлектә “иң-иң”дәрҙең баҡсаларын ҡарап сыҡҡас, ҡатын-ҡыҙҙар ауыл мәҙәниәт йортонда мул һыйлы сәй табыны ойошторҙо.

А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Бөрйән районы.
Автор фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға