«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ирәндек тауында булған хәл



05.09.2013 Ирәндек тауында булған хәл

Йәйге матур көн ине. Беҙ Баймаҡ районының Байым ауылында үткән «Һау­мыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамынан ҡайтышлай Талҡаҫ күле буйындағы матур ҡунаҡханала туҡталып, Өфөгә ҡайтырға сыҡҡайныҡ.
Күңелле генә китеп барғанда юлда аттар өйөрөн күреп ҡалдыҡ. Улар бик матур ине. Һәм беҙ улар янында туҡтап фотоға төшөргә булдыҡ.
Барыбыҙ ҙа саф һауаға сыҡтыҡ. Самат ағай еләк ҡарап, алғараҡ китте. Ғәлиә апай аттар янына яҡыныраҡ төштө. Мин дә уның эргәһендә инем. Өләсәйем машина янында тороп фотоға төшөрә ине. Көтмәгәндә бер алмасыбар ат өйөрҙән айырылып китте лә беҙгә ҡарай сапты. Барыбыҙ ҙа аптырап, хатта ҡурҡып ҡалдыҡ. Машина янында торған өләсәйем: «Ҡасығыҙ, ҡасығыҙ!» – тип ҡыс­ҡырып ебәрҙе. Мин нимә эшләргә лә белмәй, торған урынымда ҡатып ҡалдым, ә Ғәлиә апай беҙҙән байтаҡ алыҫлашып өлгөргән ире – Самат ағай яғына ҡарай йүгерҙе. Бер аҙ барғас, араның алыҫлығын аң­лап ҡалып, йүнәлешен машина яғына ҡарай үҙгәртте. Ул арала ат миңә бөтөнләй яҡынлашты. Шул ваҡыт беребеҙ ҙә көтмәгән хәл булды. Ғәлиә апай эләгеп ҡолап китте лә, ҙу-у-ур аттың алдына ғына тиерлек барып ятты. Быны көтмәгән ат та кинәт кенә туҡтап ҡалды. Ап-аҡ күлдәктәге Ғәлиә апай менән ат гипнозланған кеүек бер-береһенең күҙҙәренә ҡарап ҡатып ҡалды. Барыбыҙ ҙа өнһөҙ. Ниһайәт, Ғәлиә апай аяғына тороп баҫты һәм беҙ икәүләп машинаға ҡарай йүгер­ҙек.
Өфөгә ҡайтып еткәнсе беҙ был ваҡиғаны иҫләп көлөп барҙыҡ. Ҡартатайым иһә: «Ниңә аттан ҡастығыҙ һуң, уға икмәк кенә бирергә кәрәк ине», – тип әйтеп ҡуйҙы.

Эллина ФӘЙЗУЛЛИНА,
3-сө гимназияның 7-се «В» синыфы уҡыусыһы.


Өфө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға