«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Евразия тауышы» яңғыраны



30.08.2013 «Евразия тауышы» яңғыраны

Был аҙнала Өфөлә «Евразия тауышы» мил­ли тапшырыуҙарҙың Бө­тә Рәсәй фестивале үтә. Былтыр был форум Бүрәтстанда «Алтай тулҡыны» исеме аҫтында ойошторолғайны. Бы­йыл эстафетаны иң полиэтник төбәк булған Башҡортостан ҡабул итеп алды. «Баш­ҡортостан» телерадиокомпанияһы үткәргән сараның маҡсаты –телевидение һәм радио программалары ара­һында этнография һәм культурология темаһына арналған сағыу эш­тәрҙе асыҡлау.

Фестивалгә Рәсәйҙең 74 төбәк телерадиокомпанияһы һәм 53 студияһы 300-ләп проектын тәҡдим иткән. Сараның эксперт советы етәксеһе, конкурсҡа килгән эштәрҙе ҡарап сыҡҡан Гәүһәр Батталова әйтеүенсә, фестиваль күп талантлы журналистарҙы асыҡлаясаҡ. «Калининград, Төмән өлкәһе, Сыуашстан телерадиокомпаниялары хәбәрселәренең тапшы­рыу­ҙары бик көслө эшләнгән. Сценарийҙары, оператор, режиссер, компьютер графикаһы инженерҙарының эше жанр ҡанундарына тура килеп тора» , – ти ул.
«Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн иң яҡшы программа», «Алып барыу­сының иң яҡшы эше» номинацияларына Башҡор­тос­тан журналистарының эше лә тәҡдим ителгән. Дөйөм алғанда, тапшырыуҙар иң яҡшы публицистик, нәфис, күңел асыу программаһы, иң яҡшы алып барыусы, режиссер, оператор эше номинацияларында баһаланасаҡ. Фестиваль – төрлө төбәктәрҙән йы­йыл­ған журналистар өсөн тәжрибә уртаҡлашыу май­ҙаны ла. Танылған кино­режис­сер­ҙар, телевидение алып барыусылары, продю­сер­ҙар улар өсөн оҫталыҡ мәктәбе үткәрҙе. «Евразия тауышы» фестивале еңеүселәренең эштәре Башҡор­тостан телевидениеһы аша күрһәтеләсәк.
Форумды ябыу тантанаһы бөгөн М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында була.

З. ХӘСӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға