«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Яңы йылҡы төрө – супергибрид



23.08.2013 Яңы йылҡы төрө – супергибрид

Яңы йылҡы төрө  –  супергибридСиләбе өлкәһенең “Предуралье” ауыл хужалығы предприятиеһында башҡорт, рус һәм яҡут тоҡомло аттарҙан яңы төр барлыҡҡа килтергәндәр. Йылҡысылар әйтеүенсә, супергибрид барлыҡ өмөттәрҙе аҡлаған – аттар эшкә ғәжәйеп һәләтле һәм эҫегә, һыуыҡҡа бирешеп бармай.
“Өс ҡан” – ҙур булмаған кәүҙәле башҡорт, талымһыҙ рус һәм сыҙамлы яҡут тоҡомдарынан яҡшы кәүҙә сифаттарына эйә аттар килеп сыҡҡан. Тәпәш булыуына ҡарамаҫтан, аттар киң күкрәкле һәм ауыр массалы. Уларҙы ит өсөн дә, ҡымыҙ өсөн дә үрсетергә була. Тағы ауыл хужалығында йөк ташыуҙа ҡулланырға мөмкин.
Әлегә “Предуралье” нәҫел репродукторында яңы тоҡомло 160 аттың бер йыл эсендә икәүһе генә үлгән, был яңы тоҡомдоң бирешмәүсәнлеге хаҡында һөйләй – көтөүҙең һаҡланғанлығы 99,5 процент тәшкил итә.
Ойошма киләсәктә аттар үрсетеү буйынса тоҡом заводы статусын алмаҡсы, ә яңы тоҡомло атты көҙгөлөккә Рязандағы йылҡысылыҡ буйынса ғилми-тикшеренеү институтында теркәргә уйлайҙар. Тоҡомло эксперименттар яһау масш­табын киңәйтер өсөн ауыл хужалығы предприятиеһы йылҡысылыҡты үҫтереү буйынса федераль программаға инергә иҫәп тота.

Л. ТАШБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға