«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Изолятор Иглинға күсерелә



23.08.2013 Изолятор Иглинға күсерелә

Тиҙҙән Иглин районының Верный ауылында комплекс төҙөлөп, унда әле Өфөнөң Достоевский урамында урынлашҡан 1-се тикшереү изоляторы күсереләсәк. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов был хаҡта Федераль яза үтәү хеҙмәте етәксеһе Геннадий Корниенко менән осрашыуҙа рәсми рәүештә килеште.
Геннадий Корниенко белдереүенсә, Рәсәй Президенты структура алдына өҫтөнлөклө бурыстар ҡуйған. Улар араһында инфраструктураны үҫтереү, һаҡ аҫтында тотоу стандарттарына яуап биргән заманса комплекстар төҙөү бар. Әлбиттә, изоляторҙарҙың мегаполис үҙәгендә булыуы бик үк яҡшы ла түгелдер. Был фекер менән Президент та ризалашты.
Өфө янында объект төҙөү өсөн федераль милектә булған майҙан бүленә. Бина мең кешене һаҡ аҫтында тотоуға иҫәпләнә. Әлеге корпустар 80 процентҡа иҫкергән. 1092 кешегә иҫәпләнгән 1-се тикшереү изоляторында әлеге мәлдә 1600 кеше тотола.
Яңы комплексты төҙөү өсөн биш миллиард һум самаһы аҡса кәрәк. Сығымдарҙың яртыһын – федераль бюджет, икенсе яртыһын инвесторҙар ҡаплаясаҡ. Һуңғылары иһә бушатылған биләмәгә эйә буласаҡ. Унда әле 1-се тикшереү изоляторы менән 10-сы холоҡ төҙәтеү колонияһы урынлашҡан. Ул колония ябылырға тейеш, хөкөм ителеүселәр башҡа учреждениеларға күсерелгән.

Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға