«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Шахта хужаһын "майлау"



23.08.2013 Шахта хужаһын "майлау"

Шахтерҙарҙың эше ялҡытҡыс ауыр, әллә шуға инде улар йыш ҡына бер-береһен мәрәкәләргә ярата – бер аҙға ғына булһа ла эш көндәренә үҙгәреш индерәләрҙер инде.
Шулай күп йылдар элек бер йәш егетте, стажерҙы, күптән эшләгән шахтерға өйрәнсек итеп ебәрәләр. Ҡайҙа барһа ла, ни эшләһә лә, стажер үҙенең "һөнәрсеһе" артынан бер тотам да ҡалмай. Шахтаның шомло ҡараңғылығынан ҡурҡа, имеш. Шуны күреп-һиҙеп ҡалған өлкән шахтер­ҙарҙың береһе "һөнәрсе"гә, әйҙә стажерыңды ҡыҙыҡ итәйек, ти. Тегеһе риза була. Эш көнө тамамланыр алдынан "һөнәрсе", өйрәнсек һәм теге шахтер өсәүләп өҫкә күтәреүсе келәт яғына барырға сыға.
– Ҡара әле, һинең шахта хужаһы тураһында ишеткәнең бармы? – тип һүҙ башлай өлкән шахтер, өйрәнсеккә өндәшеп. Юҡ, тигәнде ишеткәс, һүҙен дауам итә, – Бар ул, хужа, бар. Беҙгә йыш осрап тора, һиңә лә осрар әле. Ана, теге забойҙа элекке ташландыҡ слесарный бар бит әле (беҙ көн дә шуның янынан йөрөйбөҙ), ул хәҙер шунда оялаған. Былай кешеләргә зыяны теймәй, тик уны, миңә теймәһен тиһәң, майлап ебәрергә кәрәк.
– Нисек майларға? – тип аптырай стажер.
– Һуң, кешеләрҙе нисек майлайһың, уны ла шулай майлайһың инде, йәғни берәй нәмә менән һыйларға кәрәк.
– Миндә һурғыс кәнфиттәр генә бар, – тип егет кеҫәләрен аҡтара.
– Бара, кәнфиттәр ҙә бара, – тип мыйыҡ аҫтынан йылмая шахтерҙар.
– Слесарканың ишеге асыҡ торһа, тимәк, шахтаның хужаһы шунда, эстә. Ә инде бикле булһа, тимәк, шахта буйлап йөрөп ята. Ишеге асыҡ булһа, кәнфиттәрҙе индергәндә, оятһыҙ итеп һүген, юғиһә, артыңдан эйәрер.
Егет шахтерҙарҙың әйткәненә ышана, кәнфиттәрен усына йома. Слесаркаға етер саҡта теге икәү аҙымдарын йышайта. Өйрәнсек ҡараһа, слесарканың ишеге яртылаш асыҡ икән. Бисмиллаһын уҡып, ҡурҡҡан егет тиҙ генә ишекте шар аса ла, инәһенән һалдырып һүгенеп, кәнфиттәрҙе эскә ырғыта. Ҡараңғыла күҙенә ниндәйҙер ҡарасҡы салыныу менән ҡото осоп, табанын ялтырата: "Шайтаныма кәрәкме миңә был шахта, бөгөн үк эштән китәм!"
...Шул уҡ сменала иң оло слесарҙарҙың береһе һуңғы эш көнөнә килгән була. Ташландыҡ слесаркала йәшереп ҡуйған "НЗ"-һын иҫләп, шуны алырға бара. Берәй етәксе күреп ҡалмаһын тип, каскаһындағы фонарҙы һүндереп, таш өҫтәл артында иркенләп араҡыһын эсеп ултырғанында ишек шар асылып китә лә, битенә ниндәйҙер ваҡ нәмәләр бәрелә һәм һүгенеү ҡатыш ишек шап иттереп кире ябыла. Бер ни аңламай шаңҡып ҡалған слесарь саҡ аҫтына ебәрмәй: "Был ни булды һуң, әллә шахтаның, ысынлап та, хужаһы бармы икән? Был эштән китә, тип ҡайғырыуы булдымы икән ни?.. Юҡтыр... Былай бармай, эсеүҙе ташларға кәрәк, юғиһә күҙгә әллә нимәләр күренә, ҡолаҡҡа әллә нимәләр ишетелә башланы..." Шахтер эсеп бөтмәгән шешәһен мөйөшкә быраҡтыра ла, шәп-шәп атлап, слесарканан сығып һыҙа: "Бәләһенән баш-аяҡ, бынан тиҙерәк тайырға кәрәк...”

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға