«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ә беҙҙең ауылда...



16.08.2013 Ә беҙҙең ауылда...

Рафиҡ АЛҒУШАЕВ, Йылайыр районының Ҡашҡар ауылы хакимиәте башлығы:

– Ауыл биләмәһенә Ҡашҡар, Исҡужа, Ишбулды, Мәҡсүт ауылдары инә. Демографик хәл буйынса районда тәүге урындарҙа киләбеҙ. Ағымдағы йылда ун бер сабый тыуған. Йәштәребеҙ, Аллаға шөкөр, күп. Һуңғы осорҙа аҙна һайын тиерлек туйҙар гөрләй.
Ошо көндәрҙә мәктәп һәм балалар баҡсалары тикшерелде. Белем усаҡтары уҡыусыларын ҡабул итергә әҙер. Исҡужа ауылындағы белем биреү ойошмаһы “Урал – лото” компанияһынан 700 мең һумлыҡ грант алғайны. Был суммаға мәктәп һәм балалар баҡсаһына мебель, уҡыу кәрәк-яраҡтары, компьютер һ.б. һатып алынды.
Шишмәләрҙе кәртәләү һәм таҙартыу, ауылдарҙы төҙөкләндереү эштәре менән даими шөғөлләнәбеҙ. Халыҡ бесәнгә төшә башланы. Оҙайлы ямғырҙарға тиклем үк күбәләр эшләп, артыҡ дымлылыҡ арҡаһында бесәндәре янған кешеләр ҙә бар, үкенескә күрә.

Рөстәм ИСҠУЖИН, Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылы хакимиәте башлығы:

– Туҡтауһыҙ ҡойған ямғырҙар тымғанға ике көн. Әлегә бесәнгә төшөрлөк түгел. Агроферманың да эше туҡтап тора.
Ауыл халҡы өсөн ҡыуаныслы мәл – федераль программаға ярашлы Ишмырҙаға “зәңгәр яғыулыҡ” үтә. Был эш менән Сибай ҡалаһының “Техноресурс” ойошмаһы шөғөлләнә, ауыл егеттәре лә эшкә ҡушылды. 108 кеше, йорттарына газ үткәрергә теләк белдереп, ғариза яҙҙы, аҡсаһын да түләне. Сентябрь – ноябрь айҙарында йорттарға газ үтеп бөтөр, тигән ышаныстабыҙ. Тик шуныһы, байтаҡ өй проектҡа инмәгән. Был газ үткәреү эшен бер аҙ ҡатмарлаштыра.
Күңелде ҡырып торған күренеш бар. Ауылда балалар һаны кәмеү сәбәпле, мәктәбебеҙ туғыҙ йыллыҡҡа ҡалдырылғайны. Быйыл тағы ла өс класҡа бөтөрөлөү хәүефе янай.

Рима КӘРИМОВА, Архангел районы, Заря ауылы:

– Йәйҙең йәмле бер көнөндә ауылыбыҙҙа “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте. Үҙем Ғафури районының Ерек ауылында йәшәйем. Йәнтөйәгемә һағынып ҡайттым. Заряла төрлө милләт вәкилдәре йәшәй. Байрамға хатта Латвиянан да ҡайттылар. Латыштар тарихи Ватандары менән бәйләнеште өҙмәй. Барлыҡ туғандар ҡыуанышып осрашты. Сарала район хакимиәте башлығы ла ҡатнашты. Ғаиләләр матур итеп сығыш яһаны. Ғөмүмән, иҫтә ҡалырлыҡ матур көн булды. Байрам үткәс, беҙ ҙә булдырабыҙ икән, тип һығымта яһалды. Матур йәшәү үҙебеҙҙән тора.
Ауылда өс йөҙҙән ашыу кеше йәшәй. Шуныһы үкенесле: мәктәп ябылған, балаларҙы уҡыуға ике автобус йөрөтә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға