«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ике пенсия түләнергә тейешме?



16.08.2013 Ике пенсия түләнергә тейешме?

Йәйҙең бығаса үткән көндәрендә редакцияның дежур телефоны бер аҙ тынып торҙо. Был аңлашыла ла, һәр кемдең ғәмендә ҡышҡа әҙерлек, бесән, еләк, баҡса, тигәндәй. Алдағы көндәрҙә лә “Йәшлек” гәзите журна­лис­тары һеҙҙе тыңларға әҙер. Һорауҙарығыҙҙы ал­дан бер “епкә” теҙеп бирергә тырышығыҙ. Улар­ға яуапты көтөргә лә тура килер, бәлки. Сөнки компетентлы белгестәргә мөрәжәғәт итеп, уларҙан хәбәр килгәнсе бер аҙ ваҡыт үтә. Кәңәш­тә­регеҙ­ҙе, башҡалар менән уртаҡлашырлыҡ тәжрибәгеҙҙе һәм, әлбиттә, ҡыуаныслы ваҡиғаларығыҙҙы ла беҙгә шылтыратып әйтә ала­һығыҙ.

Фәниә ФӘТТӘХОВА, Әбйә­лил районының Исхаҡ ауылынан, мәғариф ветераны:
– Гәзит аша рәхмәт һүҙҙәре еткергем килә. Тормош булғас, барыһы ла була, тигәндәй, күптән түгел ике туған ағайыбыҙ – иҡтисад фәндәре кандидаты, профессор Хәдис Шәйхетдин улы Ғәбитов вафат булғайны. Мәрхүмде тере сағындағы теләге буйынса тыуған ауылы Шәриптә ерләнек. Унда хәҙер яҡын туғаныбыҙ ҙа ҡалмаған, шуға башҡаларҙан ярҙам һорарға тура килде. Гөлдәр һәм Рәфис Абдрахманов­тарҙың ғаиләһенә рәхмәт. Бик ихтирамлылар. Өйҙәрен тәҡдим иттеләр, мәрхүмде тәрбиәләп, шунан оҙаттыҡ. Ошо ауылдың ир-аттарына ла рәхмәт, кеше хәленә инә белделәр. Шундай саҡта барыбер ярҙам ҡулы һуҙырҙай кешеләр булһа, еңелерәк кисерелә. Аллаһы Тәғәлә барыһына ла һаулыҡ, оҙон ғүмер насип итһен.

Х. Собханғолова, Әбйә­лил районының Байым ауылынан:
– Мин опекунмын. Июндә пенсияға сыҡтым. Ике пенсия түләнергә тейеш түгел, тип береһен түләмәҫкә итәләр. Был дөрөҫмө икән?

– Башҡортостан Респуб­лика­һының 2005 йылда раҫ­лан­ған “Баланы ҡарау өсөн опекундарға (попечителдәргә) аҡсалата түләү күләме һәм тәртибе тураһында” 262-се законының 7-се статьяһына ярашлы, түләүҙе туҡтатырға түбәндәге осраҡтар нигеҙ булып тора:

1) Баланың 18 йәшкә етеүе;
2) тәрбиәгә икенсе ғаиләгә биреү;
3) баланы тулыһынса дәүләт ҡарамағында булған тәрбиә учреждениеһына биреү;
4) уллыҡҡа йә ҡыҙлыҡҡа алыу;
5) баланың эшкә урынлашыуы;
6) баланың никахҡа инеүе;
7) опекун тәрбиәһендә бу­лыу­сыны ата-әсәһенә тапшырыу;
8) опекунды үҙ бурыстарын үтәүҙән азат итеү йә ситләтеү;
9) опекундың үлеме.
А. ЗИННУРОВА яҙып алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға