«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » “Археолог өсөн һәр табыш ҡәҙерле”, – ти йәш тарихсы Рәмил Насретдинов



16.08.2013 “Археолог өсөн һәр табыш ҡәҙерле”, – ти йәш тарихсы Рәмил Насретдинов

“Археолог өсөн һәр табыш ҡәҙерле”,  –  ти йәш тарихсы Рәмил НасретдиновАрхеология – тарих фәненең мауыҡтырғыс та, ҡатмарлы ла, үтә мөһим дә бер өлөшө ул. Ҡаҙылма материалдарҙы өйрәнеүгә йүнәлтелгәнлектән, уны көслөләр һәм сыҙамлылар ғына һайлай ала. Әлбиттә, был һө­нәр­ҙә йәштәр өсөн романтика ла бар. Күҙ алдына килтерегеҙ әле: әҙ генә ҡалҡып ятҡан ҡурған янына килеп баҫтығыҙ ҙа көрәк тотоп эшкә тотондоғоҙ. Ә төптә тарих йәшеренгән. Уны тапҡансы, ҡаҙып алғансы йөрәк тә, күңел дә урынында түгел. Ә бәлки, ер аҫтында тотош тарихты үҙгәртерлек табыш көтәлер? Шундай уйҙар мотлаҡ булалыр әле археологтарҙа.
Немец тарихсыһы Э. Церен был һөнәр кешеләренә шундай баһа биргән: ”…Цивилизациянан тулыһынса тиерлек айырылған шарттарҙа, теләһә ниндәй көн торошонда, уңайһыҙлыҡтарға ҡарамай ҡаҙын­ған дала, сүллек, тау-ҡаялар археологтарыныҡы кеүек һөнәрҙе һирәк осратаһың. Улар үҙ эшенән бер ниндәй ҙә сенсация яһамай, эшләй бирә. Ауыр эш шарттарын, шулай тейеш, тип ҡабул итә. Улар өсөн ер йөҙөндә археологтан да мауыҡтырғысыраҡ һөнәр юҡ. Археологтар хәүеф араһында йәшәй, әле асылмаған серҙәр менән күҙмә-күҙ ҡарашырға әҙер. Бөгөн-иртәгә был сер асылыуы, донъяла тап уларҙың исемдәре яңғырауы бик мөмкин...”
Ер аҫтынан тарих эҙләүсе йәш археолог, БР Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы “Башҡортостан Республикаһының күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-производство үҙәге” дәүләт учреждениеһының археологик мираҫ бүлегенең әйҙәүсе белгесе, Хәйбулла районы егете Рәмил Насретдинов менән әңгәмәлә лә әлеге һөнәрҙең нескә лә, кешелә ихтыяр көсө булдырыу көсөнә эйә икәне лә асыҡланды.
– Рәмил, археологтың ҡыҙыу эш миҙгеле бара. Моғайын, экспедицияла булып ҡайтҡанһығыҙҙыр? Табыштар ниндәйерәк?
– Беҙҙең үҙәктең бер төркөм хеҙмәткәре июль буйына Баймаҡ райо­нында экспедицияла булды. Ҡаҙыныу эштәрендә Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты студенттары ла ҡатнашты. Юридик факультеттың тарих бүлегенең беренсе курс егет һәм ҡыҙҙары, беҙҙең менән бергә практика үтте. Был экспедиция “Ирән­дек” тарихи-археологик һәм ландшафт музей-ҡурсаулығы биләмәһен өйрәнеү барышында ойошторол­ғайны. Алғараҡ китеп, шуны әйтергә кәрәк: әлеге музей республиканың ошо төбәгендә, Көньяҡ Урал төбәгендә иң ҙуры буласаҡ.
Беҙҙең төркөм Баймаҡ ҡалаһы эргәһендәге Төлкөлөтау – 5 археологик ҡомартҡыһын өйрәнде. Бындағы ҡурғанды “ҡара археологтар” ҡаҙып маташҡан. Йәғни кем­дәр­ҙер рөхсәтһеҙ-ниһеҙ тарихи урынды соҡоған. Хатта бер нисә тапҡыр.
Ҡаҙғанға тиклем ҡурған тау башында 14 метр диаметрлы ер һәм таш менән ҡапланған бәләкәй генә ҡалҡыулыҡ булған. Артабан түбән төшә торғас, уның ҡәберлек булыуын асыҡланыҡ, парлы һөлдәләр таҙартылды. Фаразлауыбыҙса, ир һәм ҡатын-ҡыҙ. Баштары көньяҡҡа ҡаратып һалынған, бер һөлдә янында бәләкәй ҡылыс (акинак) бар.

– Ә ул ҡылыстың нимәнән эшләнгәнлеге билдәләндеме?
– Коррозияға бик ныҡ бирешкән тимер ҡорал. Уның янында тағы конус һымаҡ бронза подвеска, ҡайышҡа таға торған әйбер, «λ» хәрефен хәтерләткән тамға һалын­ған тишекле балсыҡ диск (пряслице), һөлдәләрҙең баш осонда биҙәкле балсыҡ һауыт бар ине. Шуныһы иғтибарҙы йәлеп итте – ҡәберлек өҫтөндә ниндәйҙер конструкция булған, фаразлауыбыҙса, йола буйынса яндырылған. Һөйәктәрҙең дә янғаны күренә. Ғөмүмән алғанда, был ҡурған ғалимдарҙы ҡыҙыҡһындырасаҡ, тикшереү өсөн унды материалдар күп.

– Был табыштарҙың йәшен белергә мөмкинме?
– Уны иртә сармат мәҙәниәтенә индерергә, йәғни Көньяҡ Уралдың беҙҙең эраға тиклем V–IV быуаттар­ҙа йәшәгән күсмә ҡәбиләләренеке тиергә була. Беҙ был төбәктәрҙән һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы ҡаҙылдыҡтар көтәбеҙ. Көньяҡ Урал үҙенең үҙенсәлекле климаты менән дә, тарихи мираҫы менән дә мауыҡтырғыс.

– Күп ваҡытығыҙ экспедицияла үтәлер?
– Ер әрселеү менән археолог экспедицияға сығып китә. Уның майҙан алып көҙҙөң һуңғы айҙарынаса һуҙылыуы мөмкин. Яңы тәбиғи һәйкәлдәр эҙләйбеҙ, уларҙы һаҡлау йәһәтенән дә эштәр етерлек. Студенттар бик ҡыҙыҡһынып йөрөй. Мин үҙем дә БДУ-ның Сибай филиалында уҡығанда беренсе курста тәүге тапҡыр экспедицияға сыҡҡайным. Оҡшап ҡалды. Шулай башланды ҡаҙыныуҙарға “сәйәхәттәр”. Бер-берең менән дуҫлашып-туғанлашып ҡайтаһың, алған тәьҫораттарҙы һөйләп бөтөрөрлөк түгел. Ниндәй шарттарҙа булһа ла, зарлан­ғандарҙы ишетмәйһең. Па­лат­каларҙа йәшәү – үҙе бер ваҡи­ға. Ҡаҙыныу эштәре үтә һаҡлыҡ талап итә. Физик көс тә кәрәк. Минеңсә, археологҡа ихтыяр көсө лә талап ителә. Маҡсатҡа ирешеү өсөн әллә нисәмә метр ерҙе ҡаҙып сығыуҙы әйтәм инде.

– Үҙең өсөн иң ҡыҙыҡлы йә ҡәҙерле табыш булдымы? Ниндәйерәк асыштар тураһында хыялланаһың?
– Археолог өсөн һәр табыш ҡәҙерле. Ниндәйҙер ҙур тарих та­бырға ынтылаһың. Боронғо үт­кәндең һәр өлөшө тиерлек бөртөкләп йыйыла. Үҙем картография, археологик ҡомартҡыны фаразлау менән шөғөлләнәм, урта быуаттар һуңы, археологияла геомәғлүмәт системаһы менән ҡыҙыҡһынам. Киләсәктә Арҡайымды уҡ асмаһам да, республикала аналогы булмаған берәй урын тапҡы килә, әлбиттә. Беҙҙең тарихыбыҙ, еребеҙ бай, үҙе үк уникаль. Һөнәремде яратам һәм ихтирам итәм.

– Артабан да эш ҡоралығыҙ ҡиммәтле табыштарға юлыҡһын, тарихи асыштар теләйбеҙ!
– Рәхмәт.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА
әңгәмәләште.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға