«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » ҠУЛДАРЫНАН БАЛ ТАМА, ЙӨРӘГЕНӘН МОҢ АҒЫЛА



16.08.2013 ҠУЛДАРЫНАН БАЛ ТАМА, ЙӨРӘГЕНӘН МОҢ АҒЫЛА

ҠУЛДАРЫНАН БАЛ ТАМА, ЙӨРӘГЕНӘН МОҢ АҒЫЛАМәжит Әминевты Салауат ҡалаһында белмәгән кеше юҡ. Бала сағынан әүҙем тормош алып барырға күнеккән замандашыбыҙ уҙған быуаттың һикһәненсе йылдары аҙағында Салауатта, республикабыҙҙа беренселәрҙән булып, “Аҡбуҙат” башҡорт халыҡ үҙәген ойоштора. Был үҙәктең ҡалала йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү йүнәлешендә ниндәй эштәр башҡарыуы хаҡында яҙып тороуҙың кәрәге юҡ, был хаҡта бар ғаләм хәбәрҙар. Бөгөн һүҙебеҙ икенсе нәмә хаҡында.
Бынан ун йылдар самаһы элек Мәжит Әминев башҡорт халҡының борондан килгән кәсебенә – умартасылыҡҡа тотона. Бөгөн ул ҡасандыр үҙенең кендек ҡаны тамған Бала Сытырман ауылында бал ҡорттары менән гөж килә.
Күптән түгел тормош мәшәҡәттәре менән Сытырманға юл төшкәйне. Шунда Мәжит ағайҙың да хәлен белеп сығыр­ға булдыҡ. Эше күп булһа ла, йорт хужаһы беҙҙе ҡолас йәйеп, яҡты йөҙ менән ҡаршы алды.
– Ошо изге йән эйәләре минең холоҡ-фиғелемә яҡын, ‒– ти Мәжит ағай бал ағыҙып туҡтаған арала. – Быйылғы йәй ҡортсолар өсөн яҡшы булды. Алла бойорһа, уңыш мул булмаҡсы.
Тормоштоң кескәй генә матурлығына шатлана ул. Балалар кеүек ҡыуанып, умарталары араһында мәж килеп йөрөгән аҡһаҡалға ҡарап, башҡа шундай уй килде. Ә бит донъялыҡты төрлөсә үтергә мөмкин. Ҡайһы берәүҙәр уға яраҡлаша, ә бәғзеләр иһә, бер ниндәй ҙә ауырлыҡтарға бирешмәй, гел үҙе булып ҡала. Мәжит ағай ҙа, мин белә-белгәндән бирле, тормош юлынан үҙенсә атлай. Ҡорттар ҙа, хәстәрлекле хужаның ҡыуаныс­тарын уртаҡлашырға теләгәндәй, күңелле йырҙарын һуҙа.

С. ҒИБАТОВ.
Федоровка районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға