«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Яңы энергия сығанаҡтарын ҡайҙан табырға?



02.08.2013 Яңы энергия сығанаҡтарын ҡайҙан табырға?

Был хаҡта венер сабанчиндан һорарға була
Яңы энергия сығанаҡтарын ҡайҙан табырға?алыҡта «Талантлы кеше бөтә нәмәлә лә талантлы» тигән әйтем бар. Ошондай сифатҡа эйә булған шәхестәр менән һоҡланмай булмай. Күптән түгел Ырымбур дәүләт университетының Күмертау филиалында транспорт-энергетика факультетын «ҡыҙыл» дипломға тамамлаған Венер Сабанчинды шундай шәхестәр төркөмөнә ышаныслы индерергә мөмкиндер. Әле яңы ғына 22 йәшен тултырған йәш инженер-энергетиктың, ниндәй генә шөғөлгә тотонһа ла, ҡулынан килә тип әйтергә була.
Көйөргәҙе районының Таймаҫ урта мәктәбендә уҡыған йылдарҙа ул үҙен көслө ихтыярлы спортсы ла, халҡыбыҙҙың телен, тарихын ныҡлап өйрәнеүсе лә, туризм менән ҡыҙыҡһыныусы, үҙешмәкәр театрҙа әүҙем шөғөлләнеүсе лә, интеллектуаль уйындар менән, физика предметы буйынса төрлө тәжрибәләр үткәреү менән мауығыусы ла итеп күрһәтте. Ошо өлкәләрҙәге уңыштары өсөн Венер Ришат улы күп һанлы дипломдарға, Маҡтау грамоталарына, Рәхмәт хаттарына, сертификаттарға лайыҡ булған. Әйтәйек, 9-сы класта уҡығанда туризм буйынса райондағы шәхси беренселек өсөн ярышта ул иң яҡшы баһа ала. Башҡортостандың үҙ ирке менән рус дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығы хөрмәтенә үткәрелгән республика фәнни-ғәмәли конференцияла уның ижади эше диплом менән бүләкләнә. Ә урта мәктәпте тамамлаған йылда Венер Рәсәй күләмендә уҙғарыл­ған ижади фестивалдә шағир Самуил Маршактың шиғырҙарына анимация эше өсөн Мәскәүҙең «Беренсе сентябрь» нәшриәт йортоноң дипломы менән билдәләнә.
Университетта белем алған йылдар ҙа уҡыу алдынғыһы Венер өсөн әүҙем ижади эш, эҙләнеүҙәр, табыштар ваҡыты булараҡ иҫтә ҡала. Студент үҙе һайлаған техник түңәрәктә яңы энергия сығанаҡтарын эҙләү, булғандарын файҙаланыуҙы камиллаштырыу өҫтөндә ныҡышмалы эшләй, эксперименттар үткәрә, өҫтәмә әҙәбиәт уҡый. Әйтергә кәрәк, тырышлығы бушҡа китмәй. Уның «Тиҙәк – традицион яғыулыҡтарға альтернатива» тигән эше университетта ғына түгел, халыҡ хужалығы белгестәре араһында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Улар был мәсьәләнең актуаллеген һәм практик әһәмиәтен билдәләй. Былтыр Норвегияла донъяның күп илдәре ҡатнаш­ҡан йәштәрҙең ижади форумында ла ошо эшкә ҙур иғтибар бүленә, һәм ул юғары баһа ала. Киләсәк тураһында алдан уйлаған егетте шулай уҡ ҡояш энергияһын йәшәйешебеҙҙә киңерәк ҡулланыу мәсьә­ләһе лә ҡыҙыҡһындыра. Һөҙөмтәлә «Йәшел энергетика» тип атал­ған проект барлыҡҡа килә. Ошо эште яҡташыбыҙ Свердловск өлкәһендә 6 меңдән ашыу йәш эҙләнеүсе ҡатнашҡан Волга буйы федераль округының «Селигер – 2013» форумында тәҡдим итте. Сараның төп маҡсаты – һәләтле йәштәрҙе асыҡлау, уларға ярҙам күрһәтеү, һәләттәрен артабан үҫтереү буйынса майҙансыҡ булдырыу. Венерҙың ошо проект сиктәрендә биналарҙы ҡояш нурҙары ярҙамында йылытыу өсөн тәғәйенләнгән батареяһы эксперттарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан, юғары баһа алған, һәм башҡорт егете 50 мең һумлыҡ грантҡа эйә булған. Республикабыҙ етәкселеге лә ошо яңы йылытыу ысулын хуплаған һәм Көйөргәҙе, Дүртөйлө райондарында практикала ҡулланып ҡарарға фатиха биргән. Был сара райондың Павловка урта мәктәбендә бойомға ашырылыр тип күҙаллана. Әле белем усағын йылытыу өсөн йылына уртаса 109 мең һум аҡса тотонолһа, яңы ысул ярҙамында сығым күпкә кәмер тип көтөлә. Ә янда ҡалған аҡсаны башҡа көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итергә тотонор­ға мөмкин булыр ине. В. Са­­­­­­­банчин, ваҡыт яғы наҡыҫыраҡ булһа ла, Күмертауҙың ижтимағи тормошонда ла ҡатнашырға өлгөрә. Ул урындағы башҡорт ҡоролтайының йәштәр комиссияһын етәкләй, ҡурайсылар ансамблендә лә шөғөлләнә. Уның әүҙем ойоштороу эше һөҙөмтәһендә ҡалала тәүге тапҡыр шаяндар һәм отҡорҙар клубы уйыны башҡортса уҙғарылды.
Венер киләсәккә яҡты хыялдар ҡора, маҡсаттар ҡуя. Уҡыу йорто етәкселеге егетте аспирантурала уҡырға саҡырған. Яҡташыбыҙ алдағы йылдарҙа энергетика фәне менән етди шөғөлләнеп, асыштарҙы көнкүрештә киң ҡулланып, халыҡтың йәшәйешен еңеләйтеү, уны етештереү өлкәһенә индереү теләге менән яна. Шик юҡ, тырыш, маҡсатына ҡыйыу аҙымдар яһаған Венер үҙенең алдына ҡуйған бейеклектәрҙе яулар, ниәттәрен эше менән раҫлар.

Урал ҠӘЙҮПОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға