«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Яҙмыш ҡаршылыҡтарын еңеп



02.08.2013 Яҙмыш ҡаршылыҡтарын еңеп

«Ҡаршылыҡтарҙы емереп» бал­а­­­лар фестивале – йылдың төп социаль проекты
Интернетта «Ҡаршылыҡтарҙы емереп» балалар фестиваленең һайлап алыу туры башланды, проекттың идеяһы – ижад ярҙамы менән һау һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы берләштереү.
Физик мөмкинлектәре сикләнгән баланың төп проблемаһы − тышҡы мөхит менән бәйләнеше боҙолоуы, һау тиңдәштәре, ололар менән аралашмауы, сифатлы белемгә, ҡайһы бер мәҙәни ҡиммәттәргә юлдың ябыҡ булыуы, хатта ябай ғына иғтибарҙың да етмәүе. БР-ҙың Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы, «Газпром трансгаз Уфа» компанияһы һәм «Культпросвет» коммуникация агентлығы физик мөмкинлектәре сикләнгән бала­лар­ға йәмғиәт иғтибарын йәлеп итеү өсөн «Ҡаршылыҡтарҙы емереп» тигән социаль проект ойошторҙо.
Фестиваль барышында ауырыу балалар, һау тиҫтерҙәре менән берлектә, үҙҙәрен инструменталь ижад, вокал, хореография һәм һынлы сәнғәт номинацияларында таныта ала. Тәүге этап 17 авгусҡа тиклем www.vk.com/socialrb адресы бу­йынса барасаҡ. Ә 30 августа ойошто­роу­сылар составынан торған жюри йомғаҡтарҙы иғлан итәсәк.
Уникаль ижади оҫталыҡ дәрестәрендә, уҡыу семинарҙарында ҡатнашырға һәм һәләтеңде күрһәтергә, тәжрибә менән уртаҡлашырға мөмкин. Конкурстың йомғаҡлау көнөндә Өфөнөң иң ҙур майҙанында ҙур сағыу концерт күрһәтеләсәк, шаршау ябылыр алдынан балалар күренекле артистар һәм билдәле шәхестәр менән проекттың гимнын башҡарасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға