09.11.2010 Йондоҙнамә 8-14 ноябрь
Ылаҡ (22. 12 – 20. 01)
Ғаилә тормошонда ҡайһы бер ыңғай ваҡиғалар булыуы бик ихтимал. Төп эшегеҙҙә шишәмбе һәм шаршамбы ҡатмарлыраҡ килер. Һәр хәлдә, һыналған ысулдарға таяныу дөрөҫ булыр. Төрлө яңылыҡтар файҙа килтермәҫ.
Һыуғояр (21. 01 – 19. 02)
Һәйбәт һәм файҙалы осор. Шаршамбыла һәр саҡ иғтибарлы булырға кәңәш ителә. Был бигерәк тә етди ҡағыҙҙар менән эш итеүгә ҡағыла. Йомалағы ваҡиға өмөтөгөҙҙө тулыһынса аҡламаҫ кеүек.
Балыҡ (20. 02 – 20. 03)
Йондоҙҙар был арала төрлө сәйер хәлдәр вәғәҙә итә. Уларҙы тулыһынса аңлауы ауыр булыр, бәғзеләре һеҙҙең өсөн сер булып ҡаласаҡ. Яңы өмөтлө танышлыҡтар булдырыуығыҙ ихтимал.
ҡуҙы (21. 03 – 20. 04)
Аҙна башын тыныс һәм уйлап ҡына үткәреү мөһим. Бигерәк тә төрлө ығы-зығынан алыҫыраҡ булырға тырышығыҙ. Күптән күрмәгән туғанығыҙҙың хәлен белеү сауаплы булыр. Иң өмөтлө көнөгөҙ – кесе йома.
Буға (21. 04 – 21. 05)
Ваҡиғаларҙың барышы күҙгә күренеп тиҙәйер һымаҡ. Эштә һәм уҡыуҙа үҙегеҙҙе әүҙемерәк күрһәтерһегеҙ. Икенсе яҡтан, артыҡ ашығыуҙың зыян килтереүе лә бар. Яҡындарығыҙ менән йыш бәхәскә инерһегеҙ.
Игеҙәктәр (22. 05 – 21. 06)
Был арала элек башлаған эштәрегеҙҙе тамамлап, яңы, өмөтлө осорға әҙерлек башларһығыҙ. Бер ҙә йәлләмәйенсә иҫке ҡағыҙҙарҙан, әйберҙәрҙән ҡотолорға кәңәш ителә. Йомала алыҫтан хәбәр килер.
ҡыҫала (22. 06 – 23. 07)
Элекке эштәрегеҙҙә тәртип урынлаштырырға кәңәш ителә. Яңы, таныш булмаған мәсьәләләргә әлегә тотонмауығыҙ хәйерле. Юғиһә көсөгөҙҙө юҡҡа түгерһегеҙ. Шаршамбыла яҡшы танышығыҙ менән дәғүәләшеүегеҙ ихтимал.
Арыҫлан (24. 07 – 23. 08)
Был арала иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар күбәйер. ҡайһы бер донъяуи хәлдәр һеҙҙең файҙаға уңышлы тамамланыр. Шаршамбыла өмөтлө ваҡиғалар булыр. Уларҙың һеҙ көткәндән дә яҡшыраҡ булыуы бар.
ҡыҙ (24. 08 – 23. 09)
Аҙна барышында ялҡытҡан эштең дә ҡәнәғәтлек килтереүе ихтимал. Яҡын тирәгеҙҙә яңы кеше пәйҙә булыр. Әлегә уның менән күңелле лә һымаҡ... Шишәмбелә уйламаған ерҙән ярҙам алырһығыҙ.
Үлсәү (24. 09 – 23. 10)
Бик өмөтлө аҙна. Борсоған мәсьәләләр тураһында бер аҙға онотоп тороуығыҙ хәйерле. Был арала ижади һәләтегеҙ ҙә асылып китер. Иң уңышлы көндәрегеҙ – шаршамбы һәм йома.
Саян (24. 10 – 22. 11)
Тормоштан артыҡ күпте көтмәгеҙ, һемәйеп ҡалыуығыҙ ҙа ихтимал. Бүләк тип уйлаған әйберҙең буш нәмә булып сығыуы ла бар. Шишәмбе һәм кесе йома яңы эштәрҙе башлап ебәрер өсөн уңайлы.
Уҡсы (23. 11 – 21. 12)
Уңышлы осор. Шаршамбы бигерәк тә өмөтлө көтөлә. Шулай ҙа эштәрегеҙҙе ыңғай яҡҡа үҙгәртер өсөн байтаҡ көс түгергә тура килер. Йоманың икенсе яртыһында һағыраҡ булырға ҡушыла.