«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Һаҡланғанды ғына һаҡлар



02.08.2013 Һаҡланғанды ғына һаҡлар

Һаҡланғанды ғына һаҡларБеҙ өсөнсө синыфта уҡыйбыҙ, ә мәктәптең икенсе бүлмәһендә Сәйфуллин Мәжит ағайҙар йәшәй ине. Яҙ еткәс тә ғаилә башлығы Көрәк йылғаһына балыҡҡа йөрөй башланы. Һәм көн дә ағайыбыҙҙың (мәрхүм) эре-эре бағры балыҡтарын алып ҡайтҡанын күрәбеҙ ҙә, беҙҙең дә шунда барғы, шул бағрыны ҡармаҡлағы килә. Шулай йөрөй торғас, ҡусты тейешле Йәғәфәр менән ҡармаҡтар алып киттек, ара дүрт саҡрым. Барыуға барҙыҡ та, беҙгә тигән бағры булмай сыҡты. Йылғала тик ваҡ балыҡтар − ҡомтой ҙа сабаҡ тулып йөрөй, тик береһе лә ҡапмай. Иртәнсәк барғайныҡ, төш ауҙы, бик күп һыу буйланыҡ − бер бағрыны ла күрә алманыҡ. Был ваҡытта Каншал тауы аша көслө ямғыр килеп сыҡмаһынмы? Беҙ ялан аяҡ, ялан баш, килеп тороп йәшен ата. Ҡайтыр яҡҡа йүгерҙек. Ярты юлға етеүгә Әхмәҙи апа, ямғырға ҡарамай, ағасҡа китеп бара. Ул ваҡытта Амангилделә мал һарайы эшләй­ҙәр ине. Ул шунда диләнкәнән ағас ташый торғайны. Ауылға инер алдынан ҡый түккән ергә етеүебеҙ булды, йәшен атып ебәрҙе. Беҙ, икебеҙ бер-беребеҙгә һуғыла-һуғыла йүгереп килгән кешеләр, бер-беребеҙгә ҡарап, 6 − 7 метр алыҫлыҡта тора инек. Шунан урам аша инәй тейешле кешеләргә инеп, урындыҡтағы юрған аҫтына сумдыҡ. Ямғыр тымғас ҡына ҡайтып киттек. Беҙҙе шулай йәшен ырғытты. Бына хәҙер уйлауымса, йәшен шары бул-ғандыр, моғайын. Беҙҙе ян-яҡҡа ташлап, арабыҙҙан үтеп киткәндер тигән һығымтаға килдем. Беҙҙе, ике баланы, Хоҙай аралағандыр инде.
Был хәл 1950 − 1952 йылдарҙа булды шикелле. Көслө ямғыр яуа башланы, күк күкрәй, йәшен ата. Апайым урындыҡта ҡул тирмәне тарта, әсәйем миңә: «Ана, апайыңа алдырҙы алып бир», − тине. Мин алып уның яғына бер-ике аҙым атлап ҡалдым, бик көслө йәшен атып ебәрҙе. Тертләп ырғып киткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Бик ҡурҡтым. Шунан күп тә үтмәне, тәҙрәнән Рәхмәтулла ағай килеп һөрәнләп тә китте. Һөйөндөк апаны йәшен атты, тип. Ямғыр ҙа шул ваҡытта уҡ ысыҡтарға кереште. Был ваҡытта атайымдар беҙҙең өйҙән алыҫ түгел генә тимерлектә эшләй ине. Һөйөндөк ҡарт та шунда булған. Атайымдар сығармаҫҡа булған, ә ул тыңламай ҡайтып киткән. Ул Һәйетҡол ауылыныҡы ине. Ауыл уртаһында йәшәгән Исраил апаларға ингән дә сыҙамай ҡайтырға булған. Ағайҙың уны сығарғыһы килмәгән − тыңламаған. Ул бик шәп атлап йөрөй торғайны. Шул урам­ға сығып, юлдан күп тә бара алмаған, аяғы йәшенгә эләккән. Беҙ барып еткәндә муллалар, ололар уны шул йәшен атҡан ергә күмгәйне. Файҙаһы булманы. Йәшен башынан ингән дә аяҡ осонан сыҡҡан, аяҡ кейеменең икеһе лә бармаҡтары осонан йыртыҡ ине.
Атайым мәрхүм менән урман­ға күп йөрөргә тура килде. Йәшен ваҡытында ул атты туҡтата ла, эре ағас төбөнә яҡынламаҫ ине. Ултырғанда ла ҡулдар­ҙы, бармаҡтарҙы ергә батырып ултырырға ҡуша торғайны.

Н. ЙӘНБИРҘИН.

Әбйәлил районы,Йәнгел ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға