«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Байғусҡарҙар тамырҙарын барланы



02.08.2013 Байғусҡарҙар тамырҙарын барланы

Шәжәрә − ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә,
Күҙ яҙҙырһаң, шул тәҙрәнән атыр йәҙрә,
Ал бер үрнәк − бал ҡорттары төҙөй кәрәҙ,
Һин дә ятма: ҡор ояңды. Үр шәжәрә!..
Шәжәрәмдә − сал тарихы баба­лар­ҙың,
Уралымдың яҙыласаҡ, яңырасаҡ
Шәжәрәһе-башҡортомдоң ал ҡанында! − тип Шәжәрә байрамын йәмле, йәнле итеп асып ебәрҙе алып барыу­сылар − З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенты Айгөл Ғиләжет­динова менән Өфө дәүләт сәнғәт училищеһы студенты Йәмил Баймырҙин. Бай­ғусҡар ауыл советы депутаты, тарих уҡытыусыһы Рөстәм Насыръян улы Дәүләт­бирҙин ауыл тарихы тура­һында: “1816 йылда Аҡназарҙан Ҡусҡар исемле ауыл бүленеп сыға, Һаҡмар буйында урынлаша. 2-се булып йорт сотнигы Бай­ғусҡар Йәғәфәр улы Мағашов күскән. Ауылға ошо аҡһаҡалдың исеме бирелгән дә инде. 1816 йылда Байғусҡар 67 йәшлек ҡарт, тимәк, 1749 йылғы. Мағаш ҡарт тураһында ауыл ҡарттары Мағаш батыр тип һөйләр булған. Батша власына ҡаршы күтәрелгән ихтилалдарҙың береһендә Мағаш үҙ кешеләре менән генерал Астафьев отрядына ҡаршы һуғышҡан. Был һуғышта башҡорттар еңелә, Мағаш һәләк була.
Баһауетдин, Байтүрә, Шәрә­фетдин һәм Мифтахетдин Са­ламатовтар, Аҡбалиндар, Татлы­баевтар, Ҡолсонбаевтар, Баймыр­ҙиндар, Дәүләтбирҙиндар һәм Хаббиндар йәшәгән был ауылда. ХIХ быуаттың 80-се йылдарында ситтән килгәндәргә уңдырышлы Иһәнбәт ерҙәрен “һатып биреү” (ысынында талау) хәрәкәте башланып китә. Байғусҡарҙар йәшәгән уңдырышлы ерҙәрҙе Ивановкаға күсеп килеүсе урыҫтарға арзан хаҡҡа “һаталар”. Ерһеҙ ҡалған байғусҡарҙар үҙ түрәләрен, урыҫтарҙы ҡарғай-ҡарғай, тау-таш араһына, хәҙерге ултырған ерҙәренә күсеп китергә мәжбүр була. Яңы ауылға Байғусҡар-Тиргәмеш исеме ҡушыла. Боронғо Байғусҡар кешеләре Үҫәргән ырыуының Шешәй түбәһенә ҡараған. 1859 йылда ауыл түбәндәге араларға бүленгән: шауайҙар, ойоҡбаш, сүтәл, ҡаҙаҡ, татар, күтәнәй, шыҡыр, мишәр һәм ҡалмыҡ. Хәйбулла-Аҡъяр, Кәрйән һәм Байғусҡар-Тиргәмеш ауылдары кешеләренең ата-бабаларының тамыры бер, улар барыһы ла − Юныс-Бабай ҡарт вариҫтары”, − тип һөйләне.
Байғусҡар ауылының үткәнен Байғусҡар ҡарт (Салауат Дәү­ләтбаев) бик матур сәхнәләштер­ҙе.
Байрам ауылдың тарихы менән башланып китте. Милли кейемдәге ҡыҙҙар, ҡурай моңо аҫтында икмәк менән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алды.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Миңзәлә Баймырҙина, Стәрлетамаҡ дәүләт бейеү театрының художество етәксеһе Рим Асҡаров, район советы депутаты Риф Мәжит улы ауылдаштарын оло байрам менән ҡотланы. Татырүҙәк ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Виктор Демидов, “Иң бәләкәй сабый − Айназ Ҡыуатов, “Өлгөлө ғаилә” − Зөһрә һәм Кәбир Баймырҙиндар, “Ауылдың иң оло кешеһе” − Ҡаһарман Дәүләт­бирҙин, “Өлгөлө йорт” − Баныу һәм Радик Дәүләтбаевтарҙы һәм юбилярҙар­ҙы ҡотлап, бүләктәр бирҙе. Шәһит Баймырҙин, Хә­кимйән Дәүләтбирҙин, Римма Дәү­ләтбаева, Лиза Ҡолсонбаева, Юнир Хаббин, Алһыу Мерәҫова, Йәнтүрә Ғәббәсов, Нәзилә То­ромтаева үҙ шәжәрәләрен аңлайышлы һәм йөкмәткеле итеп һөйләп үтте. Теләгән һәр кем үҙ шәжәрәһе менән танышты.
Ауылыбыҙҙа бөтә республика һәм Париж тамашасыларын таң ҡалдырған данлыҡлы өзләүсе Мансур олатай Саламатов, йәштәр араһында һәм республикала еңеү яулаған Стәрлетамаҡ дәүләт бейеү театрының художество етәксеһе Рим Асҡаров, Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ы Юғары Советының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән ағалы-ҡустылы Исхаҡ һәм Хәсән Дәүләтбирҙиндар кеүек данлыҡлы кешеләр тыуған. Ошондай шәхестәр булғанда шәжәрәбеҙҙә матур эҙҙәр ҡалыуы көн кеүек асыҡ.
Стәрлетамаҡ дәүләт бейеү театры бейеүселәре Наил Шәйхуллин һәм Рим Асҡаров, Башҡор­тостандың атҡаҙанған артистары Гөлгөнә һәм Рәил Лоҡмановтарҙың “Дала сыңы”, “Ирәндек бөркөттәре”, “Шишмә буйында”, “Кавказ халыҡ бейеүе”, “Бөрйән егеттәре”, “Башҡорт казактары”, Аҡъярҙан Рөстәм Ибраһимов (“Замана Байығы”), Байғусҡар мәҙәниәт йортоноң “Һылыу ҡыҙҙар” бейеү ансамбле (”Башҡорт ҡыҙына”, етәксеһе Гөлсиә Ғиләжетдинова) бейеүҙәре, “Өлгөлө Тиргәмеш ҡурайсылар ансамбле” (етәксеһе Рөстәм Дәүләтбирҙин), Йәмил Баймырҙиндың моңло ҡурай моңо, Гөлфиә Ҡолсонбаева, Раушания Баймырҙина, Йәнтүрә Ғәббә­совтарҙың йырҙары халыҡҡа бик оҡшаны.
Әлбиттә, байрам халыҡ уйындары менән дә тулыландырылды. Мәҫәлән, көйәнтә менән һыу ташып ярышыуҙа йәш килен Гөлсөм Игебаеваға етеүсе булманы.
Ҡолғаға менеү, волейбол уйыны, оҙонлоҡҡа һикереү, йомортҡа тешләп йүгереү, гер күтәреү, ҡул көрәше, көрәш ярыштарында алдынғылар билдәләнде.
Аҙаҡтан йәштәр өсөн дискотека ойошторолдо. Унда Йәмил Бай­мырҙин, Ғәзиз Сынбулатов, Гөлфиә Ҡолсонбаева, Зилә Моратова сығыш яһаны.
Шәжәрә байрамы Байғусҡар ауылы халҡына, килгән ҡунаҡтарға бик оҡшаны.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Миңзәлә Баймырҙина: “Быйылғы шәжәрә байрамы Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналды, Байғусҡар халҡы унда бик әүҙем ҡатнашты. Ойоштороусыларға − Татырүҙәк ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Виктор Демидовҡа, Резеда Бай­мырҙинаға, Рөстәм Дәүләт­бир­ҙинға, Гөлсиә Ғиләжет­диноваға ҙур рәхмәт! Уйлауымса, бындай байрамдар кәрәк, ауыл халҡы күптән күрмәгән дуҫтары, туғандары менән осраша”, ‒− тине.

Ғәлиә ҒИЛӘЖЕТДИНОВА.

Хәйбулла районы,
Байғусҡар ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға