«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Күстәй гөжләне Күсем



02.08.2013 Күстәй гөжләне Күсем

Күстәй гөжләне КүсемБайрам юҡҡа ғына Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, СССР-ҙың мәғариф отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре, Советтар Союзы Геройы генерал-майор Т. Күси­мовтың йорт-музейын төҙөүсе һәм уның беренсе директоры Ғ. Ғил­мановтың йорто алдында башланманы. Бында арҙаҡлы шәхестең яҡты иҫтәлегенә арналған таҡтаташ асыу тантанаһы уҙҙы. Сараны Ташбулат ауыл биләмәһе башлығы С. Нафиҡов асты. Артабан һүҙҙе мәртәбәле ҡунаҡ – Өфө дәүләт авиация техник университеты президенты, республиканың атҡаҙан­ған фән эшмәкәре С. Күсимов алды.
− Мин ошо ерҙә донъяға килмәһәм дә, үҙемде төп сығышым буйынса Күсемдән тип иҫәпләйем. Шуға ла осрашыуға саҡырыу алғас, тулҡынланып, һағынып, ҡанатланып ҡайттым. «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» − беҙҙең арала күптән булмаған яҡындарҙы иҫкә алыу, иҫән яҡташтар менән күрешеү, аралашыу байрамы. Нәҡ ошо көнгә тура килтереп, Ғүмәр ағайҙың йортонда мемориаль таҡтаташ асылыуы уғата мөһим ваҡиға. Ул күренекле кеше булды, яугир, уҡытыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе... Атайым менән бик дуҫ инеләр. Уның йорт-музейын төҙөүгә күп көс һалды, бынан тыш, бөтә фронтовик ауылдаштарының яу юлын өйрәнеп, улар­ҙы мәңгеләштерҙе, − тине Салауат Таһир улы.
Ғ. Ғилмановтың ауылдаштар ос­ра­шыуына ҡайтҡан балалары, ейәндәре, бүләләре өсөн был көн икеләтә байрам булды. Ҡайныһы тураһында Башҡортостандың ха­лыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай ялҡынлы телмәр тотто. «Бөгөн асыласаҡ таҡтаташ үткәндәрҙе, ауылдаштар яҙмышын иҫкә төшөрөп тороусы аманат буласаҡ. Шәхес­тәрен онотмаған халыҡ бөйөк хәтерле», − тине ул. Ҡурайсылар − Башҡор­тостандың халыҡ һәм атҡаҙанған артистары Рәсүл Ҡарабулатов менән Илшат Ишморатов яугирҙың яҡты рухына бағышлап «Ҡарт һалдат» маршын уйнаны.
Күсем боролошонда, машиналар геүләп торған оло юл сатында Геройға стела асылды.
Күсем буйлап экскурсияны ауыл советы депутаты И. Билалов йәнле итеп ойошторҙо. Һәр йорттоң хужаһы тураһында тулы белешмә бирҙе. Шуныһы ҡыҙыҡ: Күсемдә әле лә ара-ара булып бер урындараҡ тупланып йәшәй халыҡ. Ауылға килеп ингәс тә Ҡарамалай йылғаһына тиклем − ҡаралар, ике йылға, йәғни Ҡарамалай һәм Бикембәт араһында − бауырҙар, Бикембәттең аръяғында − бөгәзеләр, моҙғалар йәшәй, шулай уҡ шештәр һәм ҡатай аралары бар.
Мәсеткә туҡталып, хәйер биреп, изге фатиха алып сыҡты осрашыуға ҡайтыусы күсемдәр.
Байрамдың төп өлөшө тәбиғәт ҡосағында үтте. Киң сәхрәлә һәр ара тирмә ҡороп, милли аш-һыуҙан һығылған өҫтәл, бай күргәҙмә әҙерләп, ҡунаҡтарҙы йыр-моң, икмәк-тоҙ менән ҡаршыланы.
Күсемдәрҙе байрам сәхнәһенән мәртәбәле ҡунаҡтар − Ҡ. Аралбай, С. Күсимов, Р. Ҡарабулатов, район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе У. Хәлисов, район советы депутаты И. Ҡалдаманов, Ташбулат урта мәктәбе директоры Т. Нафиҡов сәләмләне. Байрам хөрмәтенә бүләктәр ҙә бирелде: Салауат Таһир улы менән Ишморат Хабрахман улы музейға инселәп ноутбук һәм телевизор бүләк итһә, Урал Марат улы ауылға район хакимиәтенән 20 мең һум аҡса бүленеүен хәбәр итте, Таһир Миңгәрәй улы мәктәпкә һауыт-һаба тапшыр­ҙы.
Атаһы кеүек тыуған яҡты өйрәнеүсе В. Ғилманова ололарҙан үҙе яҙып алған ауыл тарихын бәйән итте.
Ауыл советы депутаты И. Би­лалов ауылдың бөгөнгөһө менән таныштырҙы. Әлеге көндә Күсемдә 402 кеше, шул иҫәптән 122 бала. Алты йәш ғаилә барлыҡҡа килгән, 15 ғаилә яңы өй туйлаған, 9 йорт һалына, 27 студент төрлө уҡыу йорттарында белем ала, 4 егет әрмелә хеҙмәт итә, өс уҡыусы урта мәктәп тамамлаған. Исмәғил Булат улы, байрамдың ойоштороу комитеты рәйесе булараҡ, күсемдәрҙең был осрашыуға дәррәү әҙерләнеүен маҡтап телгә алды. Шәхси йорт-ихаталарын тәртипкә килтереп, ауылды төҙөкләндереүҙән тыш, байрамды матур итеп ойоштороуға ла ауыл халҡы ҙур өлөш индергән. Майҙанда гөрләгән спорт ярыштарында еңеүселәргә инселәп аралар бүләк әҙерләгәйне. Көрәшкә − тәкә, һырғауылға − итек, әтәс һәм башҡалар ҡуйылды. Байрамды ойоштороуҙа Риф Ҡарағужин, Ихсан, Денис һәм Йәмил Фә­йезовтарҙың бағыусылыҡ ярҙамы айырыуса ҙур булған.
Ойоштороу комитеты номинацияларҙы шул тиклем күп булдыр­ғайны, хатта бер генә ғаилә лә күҙ уңынан ситтә ҡалманы, ахыры. Башта ауылдың иң оло кешеләре − Асия Әхмәҙина, Сәфинә Әхтәмова һәм Фәрит Ҡарағужин тәбрикләнде. Иң кесеһе – Тамерлан Ҡаһар­манов уйынсыҡ менән бүләкләнде. Унан сәхнә түренә Герой-әсә Вәхиҙә Ишбулдина һәм «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ Гөлсирә Христофорова, Миңзәлә Сәғәҙә­това, Лира Шаһимәрҙәнова, Гөл­синә Ғайсина саҡырылды. Тыл һәм хеҙмәт ветерандары, аҡһаҡалдар, уңған улдар, шәп кейәүҙәр, сос еңгәләр, өлгөр хужабикәләр, мәрхәмәтле олатай һәм өләсәйҙәр, татыу ҡәйнә һәм килендәр, матур йорт хужалары, өлгөлө ғаиләләр, алтын ҡуллы хужалар, сәмле ғаиләләр, әүҙем йәмәғәтселәр, йомарт эшҡыуарҙар, йәш ғаиләләр, юби­ляр­ҙар хөрмәтләнде. Ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе С. Ғүмәров Фәрит Ҡарағужин һәм Ишбулат Әхмәтовҡа «Күсемдең почетлы гражданы» таҫмаһын таҡты. Тынғыһыҙ хакимиәт башлығына һәм ярҙамсыл депутаттарға ла иҫтәлекле дипломдар тапшырылды. Ойоштороу комитеты ағзалары һәм байрам сценарийын шиғри һүҙ менән бай йөкмәткеле итеп төҙөгән йәш шағирә Зөлфирә Ҡарағужина «Ҡаурый ҡәләм» номинацияһында билдәләнде. Байрам концерты ла бик шәп үтте.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Әбйәлил районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға