«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Илештә бай ҡәберлектәр табылған



26.07.2013 Илештә бай ҡәберлектәр табылған

Илештә бай ҡәберлектәр табылғанИлеш районының Ҡыпсаҡ ауылында ҡиммәтле биҙәүестәре һаҡланған ике борон­ғо ҡәберлек тапҡандар. Был урында археологтар күптән эшләй, 1992 йылдан алып ҡына 10 экспедиция ойошторолған.
Боронғо ҡәберҙәрҙең береһендә 4 – 5 йәшлек ҡыҙ бала ерләнгән. Уны биҙәүестәр тағып ерләгәндәр − ҡолағында бронзанан эшләнгән алҡа, муйынсағы ла бар. Ғалимдар әйтеүенсә, биҙәүестәргә кәмендә 2000 йыл! Улар боронғо Римдә оҫтаханала эшләнгән, тип баралар.
Башҡортостанға Рим биҙәүестәре ҡайҙан килеп эләккән һуң? Яуап ябай ғына: борон халыҡ сауҙа юлдары менән әүҙем ҡулланған. Был ҡаласыҡ эргәһенән сауҙа юлдарының береһе үткән булған. Урындағы халыҡ хәлле йәшәгән һәм йәнлек тиреләрен, ит һәм башҡа нәмәләрҙе ошондай биҙәүестәргә алмаштырған.
Икенсе ҡәберҙә − ир һөлдәһе. Унда ла бик ҡиммәтле әйберҙәр − бронзанан эшләнгән биллек һәм алтын биҙәүес табылған.
Ҡәберлектәр Ҡыпсаҡ археология комплексына ҡарай. Был комплекс ҡаласыҡтан тора, ҡаласыҡтың халҡы ерләнгән зыяраты ла, торлаҡтар булған урындар ҙа күп. Әлегә унда бөтәһе 40 ҡәберлек табылған. Тарихи урында Һамар дәүләт университетының археология лабораторияһы етәксеһе Сергей Зубов менән Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалындағы дөйөм тарих кафедраһы доценты Илдар Аҡбулатов эшләй. Уларға 30-ға яҡын студент һәм мәктәп уҡыусылары ярҙам итә. Ҡәберлектәрҙе тарихи яҡтан баһалағанда, улар Башҡортостанда иң ҙуры һәм әһәмиәтлеһе, тип билдәләргә була. Уларҙың үҙенсәлеге – ҡәберлектәр өҫтөндәге ҡурғандарҙа. Бындай эҙ ҡалдырған ҡәбиләләр бик ҙур территорияла йәшәгән.

Л. СОЛТАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға