«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » 23 һәм 69 йәш – иң бәхетле осор



26.07.2013 23 һәм 69 йәш – иң бәхетле осор

23 һәм 69 йәш – иң бәхетле осорЛондондың иҡтисад буйынса ғалимдарынан бер төркөм тикшереүҙәр үткәргәндән һуң шундай һығымтаға килгән: кеше күңеле өмөттәргә тулы булған бер мәлендә – 23 йәшендә һәм‒ көтөлгән хыялдарының ҡай­һы берҙәре тормошҡа ашмауы менән килешкән йәштә – 69 йәшендә үҙен нығыраҡ бә­­хетле тоя икән. Эйе, эйе, тап ошо йәштәр билдәләнгән. Уйлап ҡараһаң, бәлки, дөрөҫтөр ҙә. Йәш саҡта кеше тормоштан ҡәнәғәт була инде ул. Олоғайғас та, нимәгәлер өлгәшә алманым, тип үкенеп ултырыуҙың файҙаһыҙ икәнен аңлай ҙа, булғанына шөкөр итеп, тыныс ҡына йәшәй бирә. Пенсияһын да килтереп торһалар... Ә тормошонан ҡәнәғәт булмаған осор сама менән 50 йәшлектәргә хас, имеш.
Баяғы ғалимдар раҫлауынса, 50-ләгән ил халҡында ошондай күренеш күҙәтелә икән.
«Йәшәйешенән риза булмағандар бошонмаһын, бары тик өлкәнерәктәр­ҙән өлгө алһын. 50 йәштә аҡланмаған өмөттәр арҡаһында, борсолоп, сиргә һабышыу ҙа оҙаҡ түгел», – тип кәңәш бирә белгестәр. Тимәк, 23 йәштән өлкәндәр алға, 69 йәшендәге бәхетле сағына ынтылырға тейеш.

“РИА Новости” сайтынан
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға