«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Быуындар сылбырын нығыттыҡ



26.07.2013 Быуындар сылбырын нығыттыҡ

Быуындар сылбырын нығыттыҡЕйәнсура районының Самаҙы ауылында үткән шәжәрә байрамында туғандар нәҫел-нәсәбен барланы
Кеше тамыры ағас тамырынан да күп, тип әйтәләр. Ысынлап та, шулай икән ул. Барлай башлаһаң, Аллаға шөкөр, күмәк икәнебеҙгә инанаһың. Был донъяла бер кем дә яңғыҙ түгел. Уның ата-әсәһе, туғандары, олатай-өләсәһе, яҡындары була. Элек-электән башҡорттар ырыу-ырыу булып тупланып, бер-береһе өсөн ышаныслы терәк булып, ярҙамлашып йәшәгән. Бөгөн дә беҙ үткәнебеҙгә байҡау яһау ниәтенән шәжәрәбеҙҙе барлайбыҙ, бы­уындар йылъяҙмаһын өйрәнәбеҙ.
Шәжәрә борон-борондан ырыу тарихы, ырыу-араның дөйөм танытмаһы булып һаналған. Был документта, нәҫел-нәсәптән башҡа, ырыуҙың ер-һыу биләмәһе лә теркәлгән. Тап бына ошо яғы менән ул ижтимағи-сәйәси, тарихи сығанаҡ та. Бына шуның өсөн дә һәр башҡорт үҙенең ете быуын ата-бабаһын белергә, үҙ сиратында, уны балаларына еткерергә бурыслы булған.
Совет осоронда шәжәрәне, ата-бабаларҙы барлау, үҙ быуыныңды белеү тыйылды. Беҙҙең быуын шул яҡтан китек үҫте. Мин, мәҫәлән, ни эшләп кенә ҡартәсәйемдән һорашып ҡалманым икән, тип бөгөн шул тиклем үкенәм... Яраманы шул, беҙ һорашманыҡ, улар һөйләмәне...
Шөкөр, бөгөн үткәнебеҙҙе барлау, өҙөлөп барған быуындар сылбырын ялғау ниәтендә шәжәрә байрамдарын үткәреү матур йолаға әйләнде. Беҙҙең Ейәнсура райо­нының Самаҙы ауылында ла йыйындар үтеп тора. Ике йыл элек “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы шаулап-гөрләп уҙғайны. Ауылыбыҙҙа Ҡарабаевтар шәжәрәһе байрамы үтә, бөтөнөгөҙҙө лә көтәбеҙ, тигән хәбәр алғас, ошо мәлде түҙемһеҙлек менән көттөм. Был ниәтте бойомға ашырып, ойоштороп, башлап йөрөүселәр − ауылыбыҙҙың абруйлы кешеләре Роза һәм Гәрәй (Ҡарабаевтар) Йәрмөхәмәтовтар. Афарин уларға! Иҫәнғол ауылында йәшәһәләр ҙә, улар көн һайын Самаҙыла була. Матур итеп мәсет төҙөтөп ултырттылар, хәҙер һәр йомала унда аҙан тауышы ишетелә.
Шәжәрә байрамы ошо иман йортонда мәрхүм булғандарҙың изге рухына бағышлап аят уҡыу менән башланып китте. Уны ошо ауыл кейәүе, Өмбәт ауылы муллаһы Әхмәт Абдуллин уҡыны. Артабан ауылдың бөтөн Ҡарабайҙары – йәше лә, ҡарты ла, ситтән ҡайтҡандары ла − тәбиғәт ҡосағына, Таҙғаҡ буйына ағылды. Аулаҡ ҡына урынға кем аты менән, кем йәйәү, кем машинаһы менән килде. Шатлыҡлы осрашыуҙарҙан, күрешеүҙән аҡлан гөрләп торҙо. Бындай байрамдар шуныһы менән әһәмиәтле: күп йылдар бер-береһен күрмәгән, осрашмағандар осраша, күрешә, аралаша, бәйләнештәрен яңырта.
Халыҡ йыйылып бөткәс, Самаҙы тулы булмаған урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы, байрамды алып барыусы Алмабикә Ҡарабаева-Дәүләтбаева бөгөнгө сараның программаһы менән таныштырҙы һәм һүҙҙе туғандар йыйынын ойоштороусы Гәрәй (Ҡарабаев) Йәрмөхәмәтовҡа бирҙе.
− Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле туғандарым! Бөгөн беҙ шәжәрә байрамына йыйылдыҡ. Тимәк, ул – бер туғандар, бер ата-бабанан таралған ырыу­ҙаштар байрамы. Был − тарихи тамырҙарыбыҙҙы иҫкә алыу, ололау, хөрмәтләү, − тип башланы Гәрәй ағай үҙенең сығышын. Уны һәр кем тын да алмай тыңланы. Үҙ сиратында Гәрәй ағай, күптәрҙең үҙенең быуынын бөтөнләй белмәүен, бында уларҙың ғәйептәре юҡлығын, ә совет осорондағы тыйыуҙарҙың һөҙөмтәһе булыуын билдәләп үтте.
− Әммә заманалар үҙгәрә, борон­ғоға ҡыҙыҡһыныу уяна, арта икән, тимәк, ул беҙгә, беҙҙең балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә кәрәк, тигән һүҙ. Беҙ ҙә, Роза еңгәйегеҙ менән, архив сығанаҡтарына таянып, быға тиклем белмәгән, ишетмәгән олатай-бабайҙарыбыҙҙың исем-шә­рифтәрен, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе табып ҡыуандыҡ. Һәм ошо шатлыҡты һеҙҙең менән дә уртаҡлашыу ниәте тыуҙы. Бала­ларыбыҙҙы ла бер-береһе менән таныштырыуҙы төп маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Сөнки күптәр быуынын белмәйенсә, туғанына кейәүгә сығырға ашыға, кемдер, туған икәнен белә тороп та, өйләнергә тырыша. Бына ошондай яңылышлыҡтар булмаһын өсөн, үҙ балаларыбыҙҙың яҙмышын беҙ, ололар, ҡайғыртырға бурыслы, тип ошо мәртәбәле эшкә тотондоҡ.
Беҙҙең нәҫел бик уҡымышлы, арҙаҡлы, дәрәжәле булған. 1691 йылғы Ҡарабай исемле ҡартатайыбыҙҙан билдәле беҙҙең ара. Уның улы − Бикйән, Бикйәндең улы − Ғәбделкәрим, уның улы − Үтәбай. Үтәбай ҡартатайҙың иһә алты улы булған: Шаһиәхмәт, Ҡотләхмәт, Әлмөхәмәт, Йәрмөхәмәт, Ғәби­ҙулла, Баһауетдин. Бына бөгөн бында йыйылған кешеләр ошо Үтәбай ҡартатайҙың балаларының балалары, вариҫтары булабыҙ инде, – тип һүҙен дауам итте Гәрәй ағай. – Үтәбай Ғәбделкәрим улы (1785 – 1851) бик арҙаҡлы шәхес булған. Парижды алған өсөн 1814 йылда көмөш миҙалдар менән бүләкләнгән. Яҡташыбыҙ Марат Түләбаевтың “Үҫәргәндәр ере” китабынан беҙ Самаҙы ауылынан, 9-сы кантондың Абзан ауылынан сыҡҡан − 26, Ниязғолдан − 38, Этҡолдан − 38 йән, башҡорттоң ышаныслы кешеһе – зауряд Ниғмә­тулла Бирҙебаев аша, үҙҙәренең Самаҙы йылғаһы буйында йәшәүҙәрен һәм үрҙә аталған ауылдарҙан иҫәптән төшөрөп, хәҙерге йәшәгән ерҙәре – Самаҙы ауылына теркәүҙе үтенеп, Ырымбурҙың хәрби губернаторы Перовскийға мөрәжәғәт итә. Был үтенес 1837 йылдың 27 июнендә ыңғай хәл ителә. Шулай итеп, 1850 йылғы халыҡ иҫәбен алыу осоронда ауылда 131 ир һәм 149 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.
Бөгөн ауылыбыҙ ҙур, унда тулы булмаған урта мәктәп, клуб, магазин, балалар баҡсаһы, мәсет бар. Халҡы татыу, тыйнаҡ. Мәрхүм булған атай-олатайҙарыбыҙ ҙа ихтирамға лайыҡ. Улар үҙ заманында, Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, ауылды аяҡҡа баҫтырыу өсөн бөтә көсөн һалып колхозда эшләне. Бөгөн беҙ уларҙы хөрмәтләп иҫкә алырға тейешбеҙ. Ата-бабаларыбыҙҙың, бөгөнгө быуындың фотоһүрәттәре, ҡулъяҙмалары теркәлгән китап сығыу өҫтөндә.
Артабан һәр ара үҙе менән таныштырҙы. Арҙаҡлы ата-бабалары, данлыҡлы ул-ҡыҙҙары, эшләгән эштәре тураһында белешмә һәр кем өсөн ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә булды. Ошондай сығыштарҙан һуң шуны билдәләп үткем килә: Ҡарабаевтар ҡайҙа ла һынатмай. Арабыҙҙа юғары белемле шәхестәр ҙә байтаҡ. Әлмөхәмәт Үтәбай улының вариҫы Мансур Ҡарабаев оҙаҡ йылдар “Дружба” колхозын етәкләне, бөгөн хаҡлы ялда. Умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Йәрмөхәмәт Мырҙамөхәмәт улының ейәнсәре Гөлназ апай Ғөбәйҙуллина -Алсынбаева − билдәле режиссер, Өфө ҡалаһында йәшәй. Шәмәхәмәт ҡартатай ейәне Мөнир Ҡарабаев Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт педагогия академияһында студенттарға белем бирә. Саҙ­рислам ҡартатайҙың быуыны, Ғәйнетдин бабайҙың бер туған һеңлеһенең ейәне Гәрәй Әхмәткирәй улы Уйылданов бөгөн Башҡор­тостан Республикаһы буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһында эшләй, полковник дәрәжәһендә хеҙмәт итә. Йәрмөхәмәт олатайҙың улы Юлай Ҡарабаев үҙенең улы Салауат менән сикһеҙ ғорурлана: ул юридик фәндәр кандидаты, Ставрополь ҡалаһында юридик академияла уҡыта, шулай уҡ үҙенең нотариаль офисын да етәкләй. Бына бит, данлыҡлы Ҡарабаевтар алыҫ Ставрополь яҡтарында ла һынатмай, гөрләтеп, фамилиябыҙҙы күтәреп ғүмер итә. Ә Гәрәй ағайҙың оло улы Марс Йәр­мөхәмәтов районыбыҙҙа беренселәрҙән булып шәхси эшҡыуар булараҡ автосервис асты. Һанай башлаһаң, бер бит ҡағыҙ ҙа етмәҫ: арабыҙҙа уҡытыусылар, табиптар, һатыусылар, ашнаҡсылар, етәкселәр ҙә, полиция хеҙмәткәрҙәре, суд приставтары хеҙмәтендә эшләүселәр ҙә һәм башҡа һөнәр эйәләре лә байтаҡ. Киләсәктә билдәлелек яулаясаҡ, әле төрлө конкурстар лауреаттары булған бәләкәй йырсылар ҙа, бейеүселәр ҙә үҫеп килә. Шулай, һәр ара үҙенең билдәле шәхестәрен барлағас, ҡорбан итеп салынған итле аш бешеп сыҡҡансы, майҙан түрен балалар биләп алды. Бер нисә урында кескәйҙәр өсөн махсус уйындар ойошторолдо: кемдер бауҙа күҙҙе ҡыҙыҡтырып элеүле торған уйынсыҡтарҙы, бүләктәрҙе күҙ бәйләп ҡырҡырға ашыҡһа, икенселәре иһә арҡан тартышырға тотондо, өсөнсөләре тоҡ кейеп ярышҡа әҙерләнде. Балаларҙың эскерһеҙ шат тауыштарын беҙ, ололар, бер кинәйә менән күҙәттек. Ҡайһы берҙәребеҙ хатта, сыҙап тора алмай, уйынға төшөп китте. Шуныһы ҡыуаныслы, был байрамда эскелек булманы. Һәр кем айныҡ, һәр кем шат, барыбыҙға ла күңелле. Һәр ара, өйкөм-өйкөм булып табын әҙерләп, ҙур ҡаҙандан бешкән итле һурпаны ауыҙ итеп, яйлап ҡына әңгәмә ҡороп, һөйләшеп, аралашып ял итте. Йыйын шул тиклем матур, юғары кимәлдә үтте. Тимәк, әгәр теләһәк, эскеһеҙ генә лә үткәреп була икән!
Майҙандан таралышыр алдынан нәҫелебеҙ менән ауылға ниндәй ҙә булһа файҙалы эш ҡылыу ниәтендә шундай тәҡдим килде: Зәйнетдин олатай шишмәһен тәртипкә килтерергә. Ауылға төшкән һәр килен үҙенең тәүге һыу юлын тап Зәйнетдин олатай Ҡарабаев шишмәһенән башлай, тыуған төйәгебеҙҙең күркәм урыны булараҡ, шишмә юлын таҙартырға, тирә-йүнен матурларға, йыйыштырырға, тигән ҡарар бер тауыштан ҡабул ителде.
Ауылыбыҙҙа беренселәрҙән булып ойошторолған фамилиялар йыйынын башҡа аралар ҙа күтәреп алыр, тигән өмөт менән таралыштыҡ байрамдан. Өс йөҙгә яҡын нәҫел-нәсәбен бергә туплауға өлгәшкән Роза һәм Гәрәй Йәр­мөхәмәтовтарға, уларға шәжәрә байрамын юғары кимәлдә ойошторорға ярҙам иткән Мансур Ҡарабаевҡа, Алмабикә Ҡарабаева-Дәүләтбаеваға һәм башҡаларға һәр кем оло рәхмәтен белдерҙе.
Бына көтөп алған йыйыныбыҙ артта ҡалды. Алда кемделер − эш аҙнаһы, кемделер − ял, үҙ мәшәҡәте көтә. Әммә тыуған ауылға, атай йортона ҡайтып, ырыуҙаштары, күптән күрмәгән туғандары менән күрешкән һәр кемдең күңелендә ошо байрамдан бер йылылыҡ, илаһы бер нур ҡалғандыр. Улар киләсәккә көс-ҡеүәт, дәрт, илһам алғандыр. Ни тиһәң дә, быуындар сылбырын барланыҡ, уны башҡа өҙөлмәҫтәй итеп нығыттыҡ бит! Иманыбыҙ камил, киләсәк быуыныбыҙ беҙҙең был башланғысты дауам итер, нәҫелебеҙ шәжәрәһе инде юғалмаҫ, киреһенсә, үҫер, байыр ғына. Илебеҙ тыныс, атыр таңдарыбыҙ аяҙ, көндәребеҙ ҡояшлы булһын, туғандар!

Гөлмирә ҠАРАБАЕВА-БИКБУЛАТОВА.

Туймазы − Самаҙы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға