«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Мәңгелек мөхәббәт – сейә төҫөндәге “девятка”!



19.07.2013 Мәңгелек мөхәббәт – сейә төҫөндәге “девятка”!

Рәсәй эстрадаһының популяр йырсыһы Ирина Аллегрова беҙҙең илдә етештерелгән “девятка” машинаһын да телгә алып моңлан­ған бик шәп йыр ретро булып ҡына ҡалды инде. Тик был машина һаман да популярлығын юғалтмай, республикала әле лә ошо машиналарҙы урлау осраҡтары бик йыш теркәлә. Улай ғына тип әйтеү ҙә аҙ, бурҙар бындай машинаның тап ҡыҙыл төҫтәгеһен һайлай. Урлайҙар ҙа, икенсе ҡалаға китеп, рәхәтләнеп йөрөйҙәр. Шуға ла, гаражығыҙҙа ҡыҙыл төҫтәге ВАЗ − 2109 машинаһы тора икән, айырыуса иғтибарлы булығыҙ.
Республиканың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренән алын­ған мәғлүмәттәр буйынса, йыл башынан Башҡортостанда 450 автомобиль урланған. Уларҙың 350-һен табып, хужаларына кире ҡайтарып биргәндәр, ҡалған 100-өн әле лә эҙләйҙәр. Статистика күрһәтеүенсә, бурҙар машиналарҙың күпселеген артабан һатыу өсөн түгел, үҙҙәре ҡулланыу өсөн урлай. Рәсәйҙә етештерелгән йәки артыҡ ҡиммәт булмаған машиналарҙы урлап һатып, табыш алыуы бик икеле. Ә бына ҡиммәтле машиналарҙы, башлыса, заказ буйынса ҡыуып алып китәләр, улар­ҙы эҙләп табыуы ла ҡыйын. Әле яңыраҡ ҡына Infiniti FX37, BMW X5, Nissan Patrol, Toyota Land Cruiser машиналары урланған, полиция, уларҙың барыһына ла бер үк кешеләр төркөмө “айыу майы” һөрткән, тигән фаразды ла ҡарай.
Л. СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға