19.07.2013 Остаз һәм уҡыусылар
«Бурысым – буласаҡ рәссамдарға «күҙ ҡуйыу», – ти акварель оҫтаһы Альберт Ҡоҙаяров
Ҡайһы бер кешеләр тормошто төрлө биҙәктәрҙә күрә. Күңел талабы буйынса, бумаланы буяуға манып, күргәндәрен, үҙ фәлсәфәһенән сығып, һүрәттәрендә сағылдыра. Ул рәсемдәрҙә ысынбарлыҡ менән оҡшашлыҡ ҡына күҙгә ташланмай, ә ниндәйҙер тәрән мәғәнә һаҡлана. Рәссамдың һәләтен фәлсәфәүи фекерҙәрен буяуҙар теле аша аңлата алыуы билдәләй. Хәйер, халҡыбыҙ һынлы сәнғәт оҫталарына бай. Шуларҙың береһе – Альберт Ҡоҙаяров.
Рәссам Альберт Ҡоҙаяровтың картиналарында ябай кешеләр, ауыл эшсәндәре, тәбиғәт күренештәре урын алған. Сәнғәт әһеле күп осраҡта портрет жанрына мөрәжәғәт итә. Кешенең тышҡы ҡиәфәтен һүрәтләүгә генә туҡталып ҡалмай, ә шәхестең холҡон асырға, эске кисерештәрен күрһәтергә, уйҙарын сағылдырырға ынтыла. Шул уҡ осраҡта тамашасыға картина хаҡында уйланырға урын ҡалдыра.
Альберт Шамил улының бумала оҫтаһы буласағы тәүге һүрәттәренән үк күренә. Өсөнсө класта уҡығанда хыялындағы морякты төшөрә. Һүрәт төшөрөүгә әүәҫлеге йәш рәссамды баш ҡаланың 1-се сәнғәт мәктәбенә алып килә. Артабан ул М. Калинин исемендәге Мәскәү художество училищеһының Өфөләге филиалын тамамлай. Студент йылдарында уҡытыусыһы Әнүәр Сәғитов менән Иҫке Өфөнө, Ағиҙел буйҙарын төшөрөп йөрөп, үҙ өлкәһендә байтаҡ тәжрибә туплай һәм ошо уҡыу йортонда эшкә ҡалып, ун йыл уҡыусыларҙы һынлы сәнғәт серҙәренә төшөндөрә.
Артабан педагог-рәссам тормошон мәктәп менән бәйләй. Бөгөнгә тиклем Өфө ҡалаһының 68-се лицейында һәм “Гефест” балалар үҙәгендә “Күп төҫлөлөк” һынлы сәнғәт студияһын етәкләй. Бер юлы ситтән тороп Һамар университетының живопись факультетын тамамлай.
Альберт Ҡоҙаяров уҡыусыларында һынлы сәнғәт донъяһына һөйөү тәрбиәләгән тынғыһыҙ хеҙмәте өсөн “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Байтаҡ уҡыусыһы остазының юлын дауам итеп, хәҙер үҙҙәре киләсәк быуынды һүрәт төшөрөү оҫталығына өйрәтә.
Акварель оҫтаһы декоратив сәнғәт менән дә шөғөлләнә. Сувенирҙарға, ҡумталарға мифик һәм башҡорт әҙәби әҫәрҙәренән геройҙарҙы, башҡорт халыҡ эпостарынан күренештәрҙе төшөрә.
2007 йылдан ул Рәсәй Рәссамдар союзы, ЮНЕСКО ҡарамағындағы Халыҡ-ара рәссамдар федерацияһы, Башҡортостан Республикаһының һынлы сәнғәт ойошмаһы ағзаһы. Бөтә Рәсәй, республика кимәлендәге бихисап күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡан шәхес. Былтыр 60 йәшлек юбилейын ҡаршылағанда, рәссамдың фиҙакәр хеҙмәте юғары баһаланып, Рәсәй Рәссамдар союзы тарафынан ул “Ватаныбыҙ мәҙәниәтенә индергән өлөшө өсөн” тигән миҙал менән бүләкләнде.
Быйыл баш ҡаланың 68-се лицейында картиналар күргәҙмәһе асылғайны. “Остаз һәм уҡыусылар” тип аталған күргәҙмә ошо белем усағында эшләп килгән “Күп төҫлөлөк” һынлы сәнғәт студияһының барлыҡҡа килеүенә ун йыл тулыу айҡанлы ойошторолдо. Белем усағының икенсе ҡатындағы фойела Альберт Ҡоҙаяровтың төрлө йылдарҙа төшөрөлгән, төрлө һынлы сәнғәт жанрына ҡараған “Пиондар”, “Аҡташ”, “Маша портреты”, “Көҙгө баҡса”, “Аттар” һәм башҡа гүзәл әҫәрҙәре урын алһа, учреждениеның өсөнсө ҡаты “Күп төҫлөлөк” һүрәт төшөрөү студияһына йөрөүселәрҙең һәм түңәрәктең эшләп килеү дәүерендә унда шөғөлләнеп киткән быуындың уҡытыусы ҡарамағынан “иң-иң”дәре тип һаналған буяу өлгөләре менән байытылған. Ул – студияның ун йыл эшләү дәүере һөҙөмтәһе.
Әлеге көндә һүрәт төшөрөргә әүәҫ, төҫтәр теле серҙәренә ихласлығы ҙур булған йөҙгә яҡын бала һәм үҫмер студияға бик теләп йөрөй. Хатта 74-се, 121-се, 151-се белем усаҡтарынан килеп шөғөлләнәләр. Араларында, республика, халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашып, мәртәбәле урын яулағандар етерлек.
Акварель оҫтаһы уҡыусыларын тәбиғәттең матурлығы һәм төҫтәре аша тәрбиәләй, яҡшылыҡҡа өндәй. “Ҡала эргәһендә баҡсам бар. Бер ваҡыт шундағы тәбиғәт мөйөшөн төшөрҙөм. Күршеләремә күрһәтһәм, ниндәй матур рәсем, ҡайһы тирә ул, тип һорайҙар. Көн дә баҡсаға килгәндә ошо урындан үтеп йөрөйһөгөҙ бит, тим тегеләргә. Таныштарым ғәжәпкә ҡалды. Эйе шул, ҡайһы бер матурлыҡты рәссам ғына күрергә һәләтле. Минең бурысым − буласаҡ рәссамдарға “күҙ ҡуйыу”, ябай кеше иғтибар итмәгәнде күреп, уны буяуҙар теле аша тамашасы зиһененә еткерә алған сәнғәт әһелдәрен әҙерләү”, − ти рәссам Альберт Ҡоҙаяров.
Уҡыусыларҙың барыһы ла киләсәктә остаздарының юлын һайламаһа ла, бала саҡтан күңелдәренә һалынған ихласлыҡ тормошта матур йәшәргә көс бирер, изгелеккә өндәр, хозур төҫтәр менән байытылған рухтары йәшәйештә килеп тыуған ауырлыҡтарға ҡалҡан булып торор.
Бына шулай педагог-рәссам Альберт Ҡоҙаяров донъяны төрлө биҙәктәрҙә күреп, уҡыусыларын һынлы сәнғәт серҙәренә төшөндөрөп, тормоштан ҡәнәғәтләнеп ижад итә.
Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ.
Өфө ҡалаһы.