19.07.2013 Аҡыллы малай хаҡында
Ямғырлы көндө урамға сыға алмай, доклад әҙерләргә ҡамасаулаған малайға атаһы иҫке журналдағы донъя картаһы төшөрөлгән битте, бик күп өлөштәргә йыртҡылап, тоттора һәм:
– Мин эшемде бөтөргәнсе, шул картаны яңынан йый. Бөтәһен дә дөрөҫ итеп урынлаштыра алһаң, туңдырма һатып алырға аҡса бирәм, – ти.
Был ҡағыҙ киҫәктәренә ҡарап, оло кеше өсөн дә анһат эш түгел, тиергә була, ә бала өсөн әйтеп тә тораһы түгел. Әммә 10 минут үтеүгә малай атаһының бүлмә ишеген шаҡып, эшен эшләп бөтөүен белдерә. Тегенеһе, шаҡ ҡатып:
– Нисек итеп шул тиклем тиҙ йыя алдың? – тип һорай. Ә малай:
– Бер ҡыйынлығын да тапманым, – ти. – Ни өсөн тигәндә, биттең икенсе яғында ҙур итеп кеше һүрәте төшөрөлгәйне. Мин ҡағыҙ киҫәктәренең икенсе яғын әйләндереп, кеше һүрәтен йыйҙым. Әгәр ҙә кеше дөрөҫ итеп йыйыла икән, тимәк, карта ла дөрөҫ буласаҡ, тип уйланым.
Атаһы улының уңышына бик шатлана һәм вәғәҙә иткән аҡсаны бирә.
– Әгәр ҙә кеше дөрөҫ икән, тимәк, донъя ла дөрөҫ буласаҡ, – тип уйлана ир һәм докладына бик яҡшы исем табыуына һөйөнә.
Бында бик тә ҡиммәтле дөрөҫлөк бар. Әгәр ҙә һеҙгә донъяғыҙ оҡшамай икән, мотлаҡ үҙегеҙҙе үҙгәртеп, уны төҙәтә башлағыҙ. Әгәр ҙә һеҙ тәртиптә икән, тимәк, һеҙҙе уратып алған донъя ла тәртиптә буласаҡ.
Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.