«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Был аҙнала беҙҙе...



12.07.2013 Был аҙнала беҙҙе...

Ышандырҙы
Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев белдереүенсә, алдағы өс йылда илдә яңы һалымдар барлыҡҡа килмәйәсәк.
Был Рәсәй һалым системаһында ҙур үҙгәрештәр, йәғни реформа көтөлмәй тигән һүҙ. Дмитрий Медведев Рәсәй сәнәғәтселәре һәм эшҡыуарҙары берлеге менән осраш­ҡанда шундай белдереү яһаған. Хөкүмәт һалым сәйәсәтен камиллаштырыу яғында, системаның 2014 – 2016 йылдарға үҫеш йүнәлештәрен дә хуплаған. Төп көс “күләгәләге иҡтисад”ты ҡыҫҡартыуға йүнәлтеләсәк, йәғни һалым органдарында теркәлмәйенсә бизнес алып барыусылар асыҡланасаҡ. Барыһы ла – ҙур предприятиелар ҙа, бәләкәйҙәре лә, Рәсәй эшҡыуарҙары ла, сит илдекеләр ҙә – һалым түләһен өсөн һалым йыйыусылар көнө-төнө тырышасаҡ.

Аптыратты
Ярославль ҡалаһы полицияһының өлкән опер­уполномоченныйы келәттән күпләп таҫтамал урлауҙа ғәйепләнә.
Эйе-эйе, һис яңылыш уҡымайһығыҙ – эш хәҙер таҫтамал урлауға барып етте.
Ғәйепләнеүсе полицияның иҡтисад хәүефһеҙлеге һәм коррупция бүлегендә эшләгән. Урланған әйбер хаҡы биш миллион һумға барып баҫа. Ниндәй таҫтамал, тип һораһағыҙ – аш-һыу бүлмәһендә ҡулланылған ябай таҫтамалдар түгел инде, иң йомшаҡтары, йөнтәҫтәре (махровый). Бур яңғыҙ булмаған. Әшнәләре менән складҡа ул пистолет тотоп барған, тентеү яһайбыҙ, тигән булып, бинаны байҡағандан һуң, таҫтамалдар юҡҡа сыҡҡан. Тышта ҡараҡтарҙы йөк машинаһы көткән.

Йылмайтты
Үзбәкстан Алтын Урҙаны тергеҙмәксе. Бер академик шундай тәҡдим менән сығыш яһаған.
Баҡһаң, күп быуаттар элек йәшәп килгән дәүләтте кире тергеҙеү өсөн элекке СССР, бөгөнгө Рәсәй ерҙәре лә алынасаҡ, имеш.
Иҡтисад фәндәре докторы Рустамжон Абдуллаев тигән әфәнде әлеге инициативаһын тарихи факттар менән нигеҙләй. Үзбәкстандың ер мәсьәләһе буйынса Рәсәйгә, Ҡаҙағстанға, Ҡырғыҙстанға, Тажикстанға, Төркмәнстанға дәғүә белдереүе мөмкин. Хатта Украина менән Әрмәнстан да ошо исемлеккә инә. Украинанан үзбәктәр Ҡырымды алырға тейеш, ул – элекке Алтын Урҙа биләмәһе. Ә Алтын Урҙаны Абдуллаев Үзбәк дәүләте тип атай. Был академиктың үҙенә Үзбәкстанда ла шикләнеп ҡараусылар күп икән.

Хәүефләндерҙе
Пермь күген билдәһеҙ газ баҫып алған.
Тәүҙә Ғәҙәттән тыш хәлдәр ми­нистрлығының Пермь крайы буйынса идаралығына Мотовилихин райо­нынан шылтыратыуҙар килә башлай. Кешеләр һаҫыҡ еҫтән баш әй­ләнеүгә, күңел болғаныуға зарлана.
Әле махсус лабораториялар тикшереү үткәрә, газ еҫе сыҡҡан урындарҙа торбалар тикшерелә. Белгестәр боҙоҡлоҡ юҡ тип бара.
Әйткәндәй, Пермдә был осраҡ тәүгеһе түгел. Былтыр октябрҙә лә билдәһеҙ газ күптәрҙе аптыратҡан, ә быйыл февралдә һаҫыҡ еҫ сығыу сәбәпле хатта Ергач-Кукуштан тигән урында поездарҙы туҡтатҡандар. Ул саҡта тикшереүселәр газ сығанағын тапмаған. Пермь күрше бит, хәүефләндерә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға