«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ни сәсһәң, шуны урырһың



12.07.2013 Ни сәсһәң, шуны урырһың

Йәш быуынға илһөйәрлек тәрбиәһе биреү дәүләт сәйәсәтенең мөһим йүнәлештәренең береһенә әүерелә бара, тиһәк, һис тә хата булмаҫ. Был юҫыҡта БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы һәм башҡа ведомстволар маҡсатлы эш алып бара. Ведомство-ара координация советының ши­шәмбелә уҙған патриотик тәрбиә биреү һәм граждандарҙы әрме хеҙмәтенә әҙерләүгә арналған тәүге ултырышында ла ошо мәсьәлә ҡаралды. Уны БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мә­һәҙиев алып барҙы.
Марат Шәриф улы әйтеүенсә, республикала илһөйәрлек тәрбиәһе эшен камиллаштырыу өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыл­ған. Беҙҙә йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү һәм әрмегә тиклем әҙерләү үҙәге, Рәсәйҙә лидерҙар рәтендә булған хәрби-патриотик клубтар селтәре бар. Шулай уҡ республикабыҙ “Кадет” йәштәр федераль программаһына ҡу­шылды.
Күпселек муниципаль берәмектәрҙә патриотик тәрбиә биреү клубтары тотороҡло эшләй. Тик Бәләбәй һәм Шишмә райондарында уларҙың һаны кәмеүе күҙәтелә. Бәләбәйҙә 2012 йылда 46 клуб булһа, быйыл улар 25-кә ҡалған, ә Шишмә районында – 23-тән 16-ға.
Бөгөн Асҡын, Бөрйән, Ейән­сура, Күгәрсен, Учалы, Яңауыл райондарында хәрби-патриотик клубтар асыу мәсьәләһе хәл ителмәй килә. Ә бына Дәүләкән, Стәрлебаш, Архангел, Ҡырмыҫ­ҡалы райондарында, Октябрь­ский, Салауат, Стәр­ле­тамаҡ ҡалаларында бындай тәрбиәгә ҙур иғтибар бирелә.
Башҡортостандың мәғариф сис­темаһында 232 өҫтәмә белем биреү учреждениеһы бар. Уларҙың база­һында уҡыусылар­ҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләүгә йүнәлтелгән секциялар һәм түңәрәктәр асыл­ған. Йыл һайын үткәрелеп килгән “Зарница” һәм “Орленок” спорт уйындарында йөҙ меңдән ашыу үҫмер ҡатнаша.
Ултырышта “2014 – 2016 йылдар­ҙа Башҡортостан Республи­ка­һында патриотик тәрбиә һәм граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү” маҡсатлы программаһын эшләү мәсьәләләре ҡаралды. Проект ошо арала БР Хөкүмәтенә тәҡдим ителергә тейеш.
Ултырышта бер нисә йәмәғәт ойошмаһы “РФ граждандарына патриотик тәрбиә биреүҙә әүҙем эшмәкәрлек өсөн” почетлы билдәһе менән билдәләнде. Бынан тыш, ун биш кешегә “Рәсәй патриоты” иҫтәлекле миҙалы тапшырылды. Улар араһында тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм физик тәрбиә биреү уҡытыу­сылары, дин әһелдәре, военкомат хеҙмәткәрҙәре бар.

Гүзәл БИКМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға