«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Башҡортостандың үҙ «Селигеры» буласаҡ



12.07.2013 Башҡортостандың үҙ «Селигеры» буласаҡ

Башҡортостандың үҙ «Селигеры» буласаҡРеспублика Президенты «iВолга – 2013» йәштәр форумы еңеүселәре менән осрашты
18 – 28 июндә Һамар өлкәһендә «iВолга – 2013» йәштәр форумы үткәйне. Унда Волга буйы федераль округынан 18 – 30 йәшлек 2200 кеше ҡатнашты. Улар һигеҙ йүнәлеш буйынса үҙҙәренең фәнни проекттарын тәҡдим итте. Башҡортостандан 100 кеше үҙен һынаны, шуларҙың һигеҙе еңеүсе тип билдәләнде. Авторҙарға махсус приз­дар һәм аҡсалата премиялар бирелде. Алынған гранттар буйынса 14 төбәк араһында Башҡортостан икенсе урын яуланы.
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Прези­денты Рөстәм Хәмитов «iВолга – 2013» йәштәр форумы еңеүселәре менән аралашты. Сара рәсми булмаған шартта «йәштәрсә» мөхиттә үтте. Аҡ йорт янындағы паркка ҡуйылған тирмәләрҙә проекттар менән танышырға мөмкин булды.
Йәштәрҙең тәҡдимдәре, ысынлап та, ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле ине. Мәҫәлән, Өфө дәүләт авиация техник университеты аспиранты Рөстәмхан Зиннәтуллин үҙенсәлекле техника тәҡдим итә. Двигатель бензинда ла, кәрәсиндә лә, дизель яғыу­лығында ла, хатта һыу ҡушылған этанолда ла эшләй. Әйткәндәй, был проект «АвтоВАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкилдәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Рөстәмхан Зиннәтуллин әйтеүенсә, двигатель бензинда эшләгән кеүек үк еңел, шул уҡ ваҡытта дизелдәге кеүек арзанға төшә. Белгестәр был проектты, киләсәк двигателе, тип атаған.
Ошо уҡ университетта белем алыусы Юрий Коевтың «Һаҡсыл юл» проекты барыһында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Форумда уның эшен юғары баһалағандар. Егет заманса технологиялар ярҙамында йорт ихаталарын күпкә уңайлыраҡ итергә теләй. Бынан ары ямғырҙан һуң күләүектәр хасил булмаясаҡ, һыу йәшерелгән торбалар буйлап шундуҡ аҫҡа ағып төшә һәм газонға һибеүҙә ҡулланыласаҡ. Бының өсөн махсус бордюрҙар эшләргә һәм уларҙы яңы технология буйынса буяр­ға кәрәк. Юрий Коев шулай уҡ юйылмай торған юл япмаһы, балҡып торған йәйәүлеләр юлы эшләргә тәҡдим итә. Уның проекты көнкүрешкә индерелһә, ҡаҙна аҡсаһы һиҙелерлек экономияланасаҡ. Был яңылыҡ тиҙҙән Өфө ҡалаһында ҡулланыла башлаясаҡ, әле уны тормошҡа ашырыу өсөн төрлө ойошмалар менән һөйләшеү алып барыла. «Һаҡсыл юл» проекты Пенза һәм Киров өлкәләре губернаторҙарына ла оҡшаған.
Президентҡа тәҡдим ителгән проекттар бихисап ине. Улар араһында башҡорт солоҡсолоғон һаҡлау юлы, мәктәптәрҙә инновациялы белем биреү, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы электрон карта булдырыу, һимеҙ кешеләрҙе биш ай эсендә ябыҡтырыу, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу программалары һәм башҡалар. Рөстәм Зәки улы һәр проектты ентекле өйрәнгәс, бик ҡәнәғәт ҡалды. «Һанаулы ғына көн эсендә «iВолга»ға әҙерләнеп юллана алыуығыҙ маҡтауға лайыҡ. Призлы урындар һаны буйынса икенсе булыуығыҙ ҙа яҡшы күрһәткес. Тимәк, беҙҙә ныҡлы нигеҙ бар. Хәҙер был проекттарҙы киңерәк ҡулланырға, халыҡ араһына сығарырға кәрәк. Мин һеҙгә матди һәм рухи ярҙам итергә әҙермен», – тине ул. Рәстәм Хәмитов яҡын арала Башҡортостанда ла «Селигер» кеүек йәштәр форумын үткәрергә тәҡдим итте. «Уны Инйәр, Йүрүҙән, йә Ҡандракүл буйында үткәрергә мөмкин. Иң мөһиме, уны формаль осрашыуға әйләндерергә ярамай, Сара заманса, ҡыҙыҡ һәм һөҙөмтәле булырға тейеш. Инновациянан тыш, унда спорт һәм мәҙәниәтте лә индерергә кәрәк. Вуз студенттарын ғына түгел, ә техникум, колледж уҡыусыларын, ауыр хо­лоҡло үҫмерҙәрҙе йәлеп итергә мөмкин», – тине Президент.
Дәртле, энергиялары урғылып торған йәштәр был тәҡдимде шундуҡ күтәреп алды һәм киләһе йылда сараны мотлаҡ ойошторорға һүҙ бирҙе. Осрашыу «iВолга – 2013» йәштәр форумы гимны менән тамамланды.

Гүзәл БИКМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға