«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » “Һыуҙарыбыҙҙы, тәбиғәтебеҙҙе киләсәк быуынға ҡалдырайыҡ!”—



12.07.2013 “Һыуҙарыбыҙҙы, тәбиғәтебеҙҙе киләсәк быуынға ҡалдырайыҡ!”—

“Һыуҙарыбыҙҙы, тәбиғәтебеҙҙе киләсәк быуынға ҡалдырайыҡ!”— тине республика автоуҙышында ҡатнашҡан Баймаҡ ҡатын-ҡыҙҙары
Тәбиғәттең ҡағиҙәһе ябай,
Ҡайһы берҙә уның сере юҡ:
Бөрөң ҡатһа, тамыр ниңә кәрәк?
Тамыр кипһә, ярылыр бөрө юҡ.
Р. Бикбаев.

Кешелекте хәстәрләп

Тәбиғәтте һаҡлау, уны тәләфләмәй киләсәк быуынға еткереү, эсәр һыуыбыҙ, һулар һауабыҙ таҙа булһын өсөн быйылғы йыл Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителде. Әлбиттә, был тик ошо мәлдә генә экология проблемаларын күтәреүҙе, уны хәл итеүҙе аңлатмай. Сөнки заманында тә­биғәтте һаҡлау мәсьәләһен икенсе планға ҡалдырып, хәҙер уның эҙемтәләрен кисерәбеҙ. Кеше­лектең һаулығы йылдан-йыл ҡаҡшай, аҙыҡ-түлектең экологик яҡтан таҙа булыуы ҙур һорау аҫтына ҡуйыла, климат шарттары үҙгәрә... Эйе, быларҙың барыһын да хәл итеү әлегә һуң түгел әле.
Ошо һанап үтелгән мәсьәләләргә бар халыҡтың иғтибарын йүнәлтеү өсөн Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте “Һыуҙарыбыҙҙы, тәбиғәтебеҙҙе киләсәк быуынға ҡалдырайыҡ!” тигән девиз аҫтында экологик автоуҙыш иғлан итте. Был сараға автомобилде ышаныслы йөрөткән бар гүзәл зат вәкилдәре ҡушылды.

Руль артында — гүзәл заттар

28 июндә, изге йома көнөндә, тыуған яғыбыҙҙы сүп-сарҙан таҙартырға теләгән ханымдар район китапханаһы алдына йыйылды. Беҙ, 14 водитель ҡатын-ҡыҙ, машиналарыбыҙға әхирәттәребеҙҙе ултыртып, бирсәткәләр, халаттар, ҡый йыйыу өсөн тоҡтар һалып алып, юлға сыҡтыҡ. Әлбиттә, һәр кемебеҙ оло тулҡынланыу хистәрен кисерә ине. Изге эшкә фатихаһын биреп, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Луиза Дәүләтшина: “Һәр гүзәл зат өйөн, йорт-ҡураһын тәртиптә то­тор­ға, уны гөл-сәскәгә күмергә ынтыла. Тәбиғәт − беҙҙе үҙенә һыйындырған ғәзиз әсәбеҙ ул. Шуға күрә һәр беребеҙ уны таҙартыуға ғына түгел, ә бысратмауға ла бар иғтибарыбыҙҙы йүнәлтергә тейешбеҙ. Уйлап ҡараһаң, балаларыбыҙҙы ла, тормош иптәштәребеҙҙе лә этәргес көс беҙ бит. Бөгөн автоуҙышта ҡатнашҡан һәр ҡатын-ҡыҙҙың үҙе лә, яҡындары ла тә­биғәтте һаҡлауға бар көсөн һалһа, ниндәй ҙур уңышҡа өлгәшәсәкбеҙ”, − тине.
Ысынлап та, уйлап ҡараһаң, үҙенсәлекле сарала ҡатнашҡан илленән ашыу ҡатын-ҡыҙҙың яҡындары ла тәбиғәтте һаҡлау бурысын үҙ өҫтөнә алһа, артабан был эш сылбыр буйынса таралһа, Ер-әсәбеҙҙең торошо яҡшырасағына өмөт уяна бит.

Әбйәлил сигендә

Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы, Баймаҡ районының байрағын елберләткән, руль артында тик ҡатын-ҡыҙҙар булған бер колонна булып теҙелеп барған машиналарҙы юлдағылар ғәжәпләнеп күҙәтте, йәйәүлеләр ҡул болғап оҙатып ҡалды. Ҡайһы бер йөк машиналарының юл бирмәҫкә маташыуы ла кәйефебеҙҙе төшөрә алманы. Районыбыҙҙың матурлығына һоҡланып, Әбйәлил районы сигенә килеп тә еттек. Бында беҙҙе Билал ауыл биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, китапханасылар түҙемһеҙлек ме­нән көтә ине. Сылтырап аҡҡан шишмә, юл буйҙарын сүп-сарҙан таҙартып, яңы һалынған баҫманы зәңгәр һәм аҡ төҫкә буяп ебәргәс, донъя тағы яҡтырып киткәндәй булды. Баянда өҙҙөрөп уйнаған Рима Сәғит ҡыҙы, уның ейәнсәрҙәре скрипкала һәм думбырала уйнап ебәреү менән, йыр-бейеү, уйын-көлкө башланды. Ул арала тимер аттарына ултырып, Әбйәлил ханымдары ла килеп етте. Уларҙы тантаналы ҡаршылап, тәбиғәт, Ер-әсә тураһында шиғыр­ҙар, тапҡыр һүҙ­ҙәр әйтелде. Әбйәлил ҡатын-ҡыҙҙары беҙҙе ихлас сәләмләп, Белорет районынан ҡабул иткән экологик эстафетаның вымпелын тапшырҙы. Артабан ике райондың гүзәл заттары барыһын да борсоған тәбиғәтте һаҡлау проблемалары тураһында йәнле әңгәмә ойошторҙо, Билал ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм китапханасылары бешергән “Ҡарға бут­ҡаһы”нан ауыҙ итте.

Изгелек эшләргә ашыҡ!

Шуны ла әйтергә кәрәк, экологик автоуҙышта беҙҙең ҡаланың һәр ойошмаһынан ҙур теләк менән ҡатнаштылар. Район китапханаһы, үҙәк ҡала дауаханаһы, ҡала биләмәһе, мәғариф хеҙмәткәрҙәре айырыуса ҙур әүҙемлек күрһәтте. Авто­уҙыштан һуң да беҙгә мөрәжәғәт иткән ҡатын-ҡыҙҙар күп булды. Улар ҙа үҙҙәренең машинаһы булыуын һәм киләсәктә тыуған яҡтың тәбиғәтен таҙартыуға йүнәлтелгән ошондай мөһим сараларҙа ҡатнашырға теләүен белдерҙе. Бынан сығып, автоуҙыштың үҙ маҡсатына тулыһынса ирешеүен әйтергә була.
Ғөмүмән, бер көс булып йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар советында һәр кем үҙенә ышаныслы әхирәттәр табыу­ҙан тыш, шатлығын да, ҡайғыһын да уртаҡлаша, ауыр саҡта ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала. Был ошо автоуҙыш мәлендә лә тағы бер дәлилләнде. Мәғлүм булыуынса, Күгиҙел­дән Гөлдәр Ишморатова бик ныҡ ауырыған улы Данирға операция яһатыу өсөн ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәйне. Был хаҡта мәғлүмәт район гәзиттәрендә лә, интернет селтәрендә лә булды. Балаға ысын күңелдән ярҙам итергә теләгән Баймаҡ ҡатын-ҡыҙҙар советы әсәгә 98 мең һум аҡса йыйып бирҙе. Был аҡсаны беҙ Баймаҡ һәм Әбйәлил райондары сигендә тапшырҙыҡ. Кү­ңеле тулған Гөлдәр Ишморатова: “Был донъяла мин хәҙер изгелек ҡылыусылар бик күп булыуына инанып йәшәйем. Мине ҡыуандырған кеүек үҙегеҙ ҙә бәхет-шатлыҡҡа төрөнөп йәшәгеҙ”, − тип күҙ йәш­тә­­­ре аша рәхмәтен белдерҙе.
Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа Данирҙың аяҡҡа баҫып, һөйөклө парын табып, Алла бирһә, уның тантаналы никах туйында бейергә насип булыуын теләйбеҙ.

Һаҡмар
уңғанбикәләре

Әбйәлилдәр менән киләсәктә лә ошондай оло уй-ниәттәр менән осрашырға һүҙ ҡуйышып, артабан ҡуҙғалдыҡ. Хәҙер инде баймаҡтар эстафетаны райондың икенсе сигенә барып етеп, йылайырҙарға тапшырырға тейеш. Аяуһыҙ ҡыҙҙырған ҡояштан көс алып, колоннабыҙ асфальт юл буйлап елде. Һаҡмар ауылына яҡынлашҡас, данлыҡлы Һаҡмар йылғаһы буйына боролдоҡ. Бында Һаҡмар ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары яр буйындағы сүп-сарҙы таҙартып, тейәп йөрөй ине. Һаҡмарҙа үҙ ғаиләһе өсөн генә түгел, ә тыуған ауылы, тәбиғәте өсөн янған ханымдар, һылыуҙар йәшәй. Улар, ниндәй генә кимәлдәге сара үткәрелһә лә, ҙур теләк менән ҡушыла. “Һыуҙарыбыҙҙы, тәбиғәтебеҙҙе киләсәк быуынға ҡалдырайыҡ!” тигән автоуҙыш иғлан ителеүен ишеткәс, Һаҡмар ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары үҙҙәрендә ниндәй экологик саралар үткәрелеүе тураһында хәбәр итеп, Һаҡмар йылғаһы буйындағы өмәлә ҡатнашырға саҡырҙы. Ғәзиз төйәгенең киләсәге өсөн янып йәшәгән, яңы күҙен асҡан бәпембә төҫөндәге футболкалары менән иғтибарҙы шунда уҡ йәлеп иткән ҡатын-ҡыҙҙар менән аралашыуҙан көс-дәрт алып, юлыбыҙҙы дауам иттек.

Тынғыһыҙ таулыҡайҙар

Ошондай мөһим саранан таулыҡайҙар ситтә тороп ҡалһа, барыһының да ғәжәпләнеүенең иге-сиге булмаҫ ине. Сөнки был ауыл советы ҡатын-ҡыҙҙарының тынғыһыҙ эшмәкәрлеге элек-электән киң билдәле. Экологик десант­ҡа дәррәү сыҡҡан таулыҡайҙар әллә нисә тоҡ сүп-сар йыйып та ҡуйған. Улар тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтелгән сараларҙың Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылында ғына түгел, ә һәр миҙгелдә үткәрелергә тейешлеген белдерҙе.

Тылсымлы һыу

Ҡуянтау ауылының “Сударушки” ансамбле яңғыратҡан рус халыҡ йыры әллә ҡайҙарға яңғыраны. Ҡышын да туңмаған Шәһит ҡоҙоғо янына йыйылған ҡатын-ҡыҙҙар ҡоҙоҡтоң һыуы ни тиклем тәмле булыуына хайран ҡалды. Ҡуян­тауҙар әйтеүенсә, был һыу менән сәсте шампунһеҙ ҙә йыуып була. Шуға күрә улар ҡоҙоҡтары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана, уның тирә-яғын таҙалыҡ-тәртиптә тота. Тылсымлы һыу тураһында ише­теп,ҡаланан да, башҡа ауылдарҙан да киләләр икән. Шәһит ҡоҙоғо һыуынан ҡайнатылған сәй ҙә иҫ киткес тәмле. Эйе, ошондай шифалы эсәр һыуҙарыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу − беҙҙең иң мөһим бурыстарыбыҙҙың береһе. Ә инде ҡоҙоҡто ҡаҙып, уны ауылдаштарының, бар ҡәрҙәштәренең ҡыуанысына әүерелдергән Шәһит ағайҙың исеме бөгөн үк тарихҡа яҙылып ҡуйылған.

Бәхет шишмәһе

Бәхет шишмәһе янын таҙартҡан Аҡморон ауыл советы ҡатын-ҡыҙҙарына эш етерлек булды. Билдәле булыуынса, был кафела ял итергә төрлө тарафтан килгән водителдәр туҡтай. Шулай уҡ йәштәрҙең дә был йәмле урынды үҙ итеүе билдәле. Саф, таҙа шишмәнең һыуы, ысынлап та, йәнгә лә, тәнгә лә сихәт биргәндәй. Әммә ошонан эсәр һыу алып, унан һуң эргә-тирәһенә бысраҡ өйөп, шешәләр, аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтары ташлап киткән кеше­ләр­ҙе аңлауы мөмкин түгел. Был көндө Аҡморон ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙың гүзәл заттары йыйылып, дәррәү рәүештә тирә-яҡты таҙартып та ҡуйҙы. Сылтырап аҡҡан шишмә буйына аллы-гөллө шарҙар таҡҡан туй машиналарының килеп туҡтауы сарабыҙға йәм өҫтәп ебәрҙе. Эйе, никахын туйлаған һәр пар Бәхет шишмәһенең һыуына тәңкәләр ташлай. Был беҙҙең яҡтың матур йолаһына әүерелгән. Шуға күрә тормошон яңы башлаған йәштәрҙең таҙа, матур, ҡоштар һайрауы яңғыраған ергә аяҡ баҫыуы үҙе ҡыуаныс бит.

Ишмырҙа ағинәйҙәре

Ишмырҙа ауылының ҡатын-ҡыҙҙары ғына түгел, ә ағинәйҙәре лә мөһим сараға ҡушылған булып сыҡты. Милли кейемдәге инәйҙәр­ҙең ихлас йырлауы, тәбиғәтте һаҡларға, киләсәк быуынға аманат итеп тапшырырға саҡырыуы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Ишмырҙалар тыуған ауылының урамдарын да, унда урынлашҡан ҡоҙоҡто ла, тирә-яҡ тәбиғәтте лә таҙартыуға күп көс һалған. “Әлбиттә, беҙҙә бындай эштәргә һәр саҡ иғтибар бирелә. Шулай ҙа республика кимәлендә үткәрелгән сарала ҡатнашып, үҙебеҙ өсөн башҡарылған изге өмәләрҙе һәр ерҙә күтәреп алырҙар, тип ышанғы килә”, ‒− тине ишмырҙалар.

“Хәйерле кис, йылайыр­ҙар!”

Йылайыр районы ҡатын-ҡыҙҙары баймаҡтарҙан эстафетаны ихлас ҡабул итте. Улар әйтеүенсә, йылайырҙар һәр ауылында экологик өмәләр үткәргән. Ә инде республика кимәлендә ойошторолған был сараға тәү сиратта етәксе ханымдар йәлеп ителгән. Ысынлап та, вазифалы урын биләгән, республикаһына, иленә тырышып хеҙмәт иткән ҡатын-ҡыҙҙар бар яҡтан өлгө булырға тейеш. Йылайырҙар баймаҡтарҙы йыр-моң менән тәбрикләне. Өҫтәлдә шыжлап ҡайнап ултырған самауыр сәйе лә шул тиклем тәмле булып сыҡты. Моңға бай Баймаҡ ҡатын-ҡыҙҙары ла йыла­йыр­ҙарға бүләк итеп төрлө йырҙар башҡарҙы. Бер-бер артлы урғылған көйҙәр хозур тыуған еребеҙ буйлап алыҫтарға таралды. Эйе, хәҙер сират − йылайырҙарҙа. Улар “Һыу­ҙа­рыбыҙҙы, тәбиғәтебеҙҙе киләсәк быуынға ҡалдырайыҡ!” экологик эстафетаһын Хәйбулла районының ҡатын-ҡыҙҙарына тапшырасаҡ. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, ошолай ра­йон­дан-районға күсеп килгән мөһим сара күпме йылға-күлде, шишмә-инеште бысраҡтан, сүп-сарҙан таҙартты.

Ямғыр яуҙы!

Автоуҙышта ҡатнашҡан һәр кеше тәбиғәтебеҙҙең киләсәге өмөтлө булыуын һәм, әлбиттә, шифалы ямғырҙар яуыуын теләне. Сөнки ҡыҙыу ҡояш аҫтында кибеп, һарғайып ултырған үлән-сәскәләрҙе, баш ҡалҡыта алмай интегеп ултыр­ған иген баҫыуҙарын күреү йөрәкте әрнетте. Ҡайҙалыр ерҙең ярылып, тәбиғәттең хәлһеҙләнеп ҡалыуында әҙәм балаһының ғәйебе булһа ла, һәр кем юғары ҡөҙрәтле көскә инана. Иртәнсәк башланған автоуҙыш кискә генә тамамланды. Темәс, Билал яҡтарында күпләп таралған, йәшеллекте ҡырған ҡара сиңерткәләрҙән машинаны таҙарт­ҡанда, ошо күпмелер ҡоротҡосто һәләк итеүебеҙ ҙә файҙа булыуы хаҡында уйландым. Ә инде икенсе көнөнә Баймаҡ ҡалаһында ҡойоп яуған ямғыр автоуҙышта ҡатнашҡан ханымдарҙың изге теләген тормош­ҡа ашырҙы. Бар донъя йәшәреп, матурайып, сағыу төҫтәргә мансылып, Ер-әсәнең киләсәгенә өмөт уятты...

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Автор фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға