«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Башҡорт ҡыҙҙары – Испанияла



12.07.2013 Башҡорт ҡыҙҙары – Испанияла

Башҡорт ҡыҙҙары – ИспаниялаБөгөнгө йәштәр ниндәй булырға тейеш, тигән һорауға һис бер икеләнеүһеҙ, минең әхирәттәрем һымаҡ, тип яуап бирер инем. Ни өсөнмө? Сөнки улар − тормош дилбегәһен үҙ ҡулына алып, ғүмер юлынан ышаныслы атлаған, бөгөнгөһөн генә түгел, киләсәген дә ҡайғыртҡан айыҡ ҡарашлы, оптимистик рухлы йәштәр.
Айгөл Йәноҙаҡова менән Лилиә Хәбилова икеһе лә Баймаҡ райо­нынан. 2009 йылда Баймаҡ лицей-интернатын тамамлап, БДУ-ның Сибай институтының инглиз теле бүлегенә уҡырға инәләр. Сит телде өйрәнеүсе студенттарға төрлө илдәрҙә стажировка үтеү мөмкинлеге бирелгәс, ҡыҙҙар уны ҡулдан ысҡындырмай. Әлеге мәлдә икеһе лә ҡояшлы Испанияла. Сит ил тураһындағы тәьҫораттарын белер өсөн улар менән скайп аша бәйләнешкә индем.
– Сәләм, ҡыҙҙар! Ни өсөн тап Испанияны һайланығыҙ?
Лилиә: Мин тәүҙә Au Pair программаһы буйынса Финляндияны һайланым, унда үҙемә ғаилә таптым, улар менән килешеү төҙөнөм. Тәүҙә фин телен бөтөнләй белмәй инем. Минең төп эшем – бергә торған ғаиләнең алты балаһын ҡарау. Уларҙың әсәһе – билдәле журналист. Өйҙәрендә ҙур китапхана, иҫәпһеҙ-һанһыҙ музыка ҡоралы бар. Балаларының бер генә буш минуты ла юҡ. Улар китап уҡырға бик әүәҫ, бесәй-эт яраталар. Тағы ла Финляндияла мине шаҡ ҡатырғаны сауна булды. Ул хатта күп ҡатлы йорттарҙа ла бар. Ил бик таҙа, ә бына кешеләре ихлас түгел.
Финляндияла ярты йыл булғандан һуң Испанияла йәшәгән туғандарыма ҡунаҡҡа барҙым. Был ил йылы климаты, кешеләренең “ҡояшлы” булыуы менән арбаны. Бында һәр кем бер-береһенә ысын күңелдән ярҙам итергә, хөрмәт күрһәтергә әҙер. Финляндияға ҡарағанда Испания миңә нығыраҡ оҡшаны.
Айгөл: Мин дә шул уҡ программа буйынса Испанияға килдем. Гел генә ошо ил менән ҡыҙыҡһына инем, ниһайәт, хыялым тормошҡа ашты. Көндәлек эшем балалар ҡарауҙан ғибәрәт. Телде бөтөнләй белмәгәс, ҡыйынлыҡтар, ҡыҙыҡлы та, мажаралы ла мәлдәр күп булды. Кешеләре көләс йөҙлө, гелән йылмайып йөрөй, ярҙамсыл. Хатта һине белмәһәләр ҙә һаулыҡ һорашып үтеүҙәре ихтимал.
– Испания нимәһе менән айырыла?
Айгөл: Бында урамдар таҙа. Берәү ҙә йөрөгән еренә сүп-сар ташламай, тик махсус урынға ғына һалалар.
Лилиә: Испанияла көндөҙ­­гө сәғәт 2-нән киске 6-ға тиклем ял ваҡыты була. Был мәлдә бер кем дә башҡа берәүҙе борсорға, маҙаһыҙларға тейеш түгел. Сөнки бөтәһе лә ял итә. Ошо ваҡыттан һуң туғандар-дуҫтар күрешә, ҡунаҡҡа йөрөшәләр.
Шулай уҡ Испанияла миңә дауаханалағы тәртип оҡшаны. Унда кәрәкле табипҡа алдан яҙылаһың һәм тейешле ваҡытта ғына бара­һың. Беҙҙәге кеүек иреш-талаш, этеш-төртөш булмай.
Белем кимәле бында түбән тип әйтер инем. Өлкән йәштәге инәй­ҙәр бөтөнләй яҙыу-уҡыуҙы белмәй. Ә балалар тәрбиәләүгә килгәндә, Испанияла балалар үтә шуҡ, сос. Беҙҙәге кеүек уларҙы, ул ярамай, был ярамай, тип үҫтермәйҙәр.
Мин генә яһаған асыш түгел был: беҙҙең халыҡ иң тәү сиратта ябай, алсаҡ һәм ҡунаҡсыл. Ә испандар­ҙың ҡайһы ваҡыт килгән ҡунаҡты хатта өҫтәл янына саҡырмауы ла ихтимал. Беҙҙә кешеләр эш тип үлеп бара, ә Испанияла ял-байрамдар, күңел асыуҙар күберәк.
Башҡорт ҡыҙҙары – Испанияла− Ят ергә яңғыҙ сығып китеүе, башҡа мәҙәниәткә, йәшәйешкә өйрәнеүе еңелдән булмағандыр...
Айгөл: Юлға сығыр алдынан күңелдә икеле уйҙар булды, йәшермәйем. Кискеһен, сәғәт 11-ҙә самолет Испания еренә төшкәс, мине аэропортта ҡаршы алдылар ҙа, өйгә алып ҡайттылар. Шунда уҡ йоҡларға яттым, юл йөрөү арыттыр­ғайны. Иртәнсәк торғас та, тәүге уйым: “Эй, Хоҙайым, ҡайҙа килеп эләктем”, − булды. Шунан яйлап күнегелде инде.
Лилиә: Теләк, хыял, маҡсат булғас, әлбиттә, ҡыйынлыҡтарҙы, борсолоу-бошоноуҙарҙы оноторға тура килде. Финляндияла ла, Испанияла ла үҙемде иркен хис итәм. Испанияла рус магазиндарының, китапхана булыуы ҡыуаныслы. Үҙебеҙҙекеләр менән йыш осрашабыҙ, йәштәштәрем менән ял көндәрен дә бергә үткәрәбеҙ.
– Тыуған яҡты һағынаһығыҙмы?
Икеһе лә: Әлбиттә! Тыуып үҫкән ергә бер нәмә лә етмәй, уны бер илгә лә алмаштырыу мөмкин түгел. Гүзәл Башҡортостаныбыҙҙа ҡәҙерле атай-әсәйебеҙ, яҡындарыбыҙ, белем алған институтыбыҙ, уҡытыу­сыларыбыҙ, дуҫтарыбыҙ бар. Мөмкинлектән файҙаланып, улар­ҙың бөтәһенә һағынышлы ҡайнар сәләмдәребеҙҙе еткергебеҙ килә. Студенттарға сит ерҙәрҙе күреү мөмкинлеген булдырған, камиллашырға шарттар тыуҙырған институтыбыҙ етәкселегенә, беҙҙе аңлап, кәңәштәренән, иғтибарынан айырмаған атай-әсәйебеҙгә, һәр саҡ бәйләнештә булған, һуңғы яңылыҡтар менән таныштырып торған дуҫтарыбыҙға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Алла бирһә, тиҙҙән осрашҡан­ға тиклем.

Әлиә ХӘСӘНОВА,
БДУ-ның Сибай институты
студенты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға