«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Яңылыҡтар



09.07.2013 Яңылыҡтар

РФ Хөкүмәте Премьер-минис­т­ры Дмитрий Медведев Instagram сайтындағы битенә Благовещен ҡалаһынан видеосюжет һалған. Был яҙманы БР Президенты Рөстәм Хәмитов менән бергә эш сәфәре ваҡытында вертолетта осҡанда үҙе төшөрөп алған. «ПОЛИЭФ» йәмғиәте хаҡында барған видеоның аҫтына: «Полимерҙар етештереү заводы, нефть химияһы сәнәғәтен үҫтерәсәкбеҙ», − тип яҙып ҡуйған.

Баш ҡалабыҙҙа, 10-сы лицей ҡаршыһында («Мир» фирмаһы» туҡталышы) халҡыбыҙҙың талантлы ҡыҙҙарының береһе, халыҡ яҙыу­сыһы Зәйнәб Биишеваға бюст ҡуйыласаҡ. Проект буйынса, бронза­нан ҡойол­ған 2,8 метр бейеклектәге бюст ял скверында урынлашасаҡ. Тирә-яғына эскәмйәләр, урам фонарҙары ҡуйыу күҙ уңында тотола, эште 22 июлгә тамамлау ҡаралған.

«Өфө» футбол клубы бер юлы ике футболсы менән контракт төҙөнө. Уларҙың береһе үткән миҙгелдең яҡшы бомбардиры Андрей Мязин булһа, икенсеһе − өмөтлө форвард Антон Килин. Клуб спортсыларҙың тәүгеһе менән – ике, ә һуңғыһы менән өс йыллыҡ контракт­ҡа ҡул ҡуйҙы.

БР Финанс министрлығы 2,5 миллиард һумлыҡ тергеҙелмәй торған ике кредит йәлеп итмәксе. Был сумма төбәк бюджетының дефицитын һәм дәүләт бурысын ҡаплауға китәсәк. Йылына арттырып түләү 8,6 проценттан да күп булмаған кредиттарҙы биш йылға алыу шарты менән, ведомство заказын дәүләт һатып алыуҙары порталына ҡуйған.

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлектә ике кеше батып үлгән. Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, пляж миҙгелендә һыуҙа батып үлеүселәрҙең барыһы ла иҫерек булған. Республикала июль айының дүрт көнөндә барлығы ете кеше әжәлен һыу төбөндә тапҡан.

Иртәгә Хәйбулла районында II республика «Бөйөк дала» асыҡ рок-музыка фестивале уҙасаҡ, ойоштороусылары − Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Хәйбулла районы хакимиәте. БР Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сарала ҡатнашыу өсөн күрше өлкәләрҙән дә заявка килгән. 2011 йылда «Рух» төркөмө тәүге тапҡыр ойошторған фестивалдең маҡсаты − милли рок мәҙәниәтен популярлаштырыу һәм үҫтереү.

Л. Хәлитова әҙерләне







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға