02.11.2010 Йөрәктән – йөрәккә
Уҙған аҙнала Ишембай ҡалаһы мәҙәниәт һарайында «Асыҡ йөрәктәр – изге йөрәктәр» хәйриә акцияһы үтте. Хәҙер инде был сара нефтселәр ҡалаһында изге бер йолаға әйләнеп бара.
– Тәүге тапҡыр бындай акция 2008 йылда ойошторолғайны, – тине, уны асыуҙа сығыш яһап, Ишембай районы хакимиәте башлығы Марат Ғайсин. – Ул ваҡытта, хәтерегеҙҙә булһа, бер көн эсендә 250 мең һум аҡса йыйылды. Ләкин акция бының менән генә туҡтап ҡалманы, 2009 йылдың февраленә ҡәҙәр махсус иҫәпкә бөтәһе 1 миллион һумдан ашыу аҡса күсерелде. Был аҡсаның бер генә тине лә ситкә китмәне, мохтажлыҡ кисергән байтаҡ ғаиләгә, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында сәләмәтлеге ҡаҡшаған сабыйҙарға ярҙам күрһәтелде. Шулай уҡ ғәрип балаларға уҡыу әсбаптары алыуға сарыф ителде.
Сараның тәүге ике көнөндә генә ҡала һәм район предприятиелары, ойошмалар, ябай хеҙмәтсәндәр тарафынан 885 мең һум аҡса йыйылыуы асыҡланды.
Хәйриә акцияһы әле лә дауам итә.
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
«Йәшлек»тең үҙ хәбәрсеһе.
Ишембай районы.