«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Милли мәҙәниәттәр байрамы



04.06.2013 Милли мәҙәниәттәр байрамы

7 – 12 июндә Ҡырмыҫҡалы, Ғафури, Ишембай райондарында, Салауат, Күмертау һәм Өфө ҡалаларында “Берҙәмлек – Содружество” милли мәҙәниәттәр халыҡ-ара фестивале уҙасаҡ. Билдәле булыуынса, ул 1990 йылдан үткәрелә. Йыл һайын бәйгелә Рәсәйҙән генә түгел, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән дә ҡатнашалар.
Быйыл Латвия, Төркиә, Чад, Польша, Һиндостан, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстан һәм Төньяҡ Осетиянан ҡатнашыусылар килеүе көтөлә. Мәҫәлән, Ҡаҙағстандан Гөлжәйнә Ғүмәрова сығыш яһаясаҡ. Ул – Е. Оморҙаҡов исемендәге өлкә филармонияһы солисы һәм вокалисы. Йырсы бихисап конкурс лауреты булған. Былтыр Ескендир Хәсәнғәлиев исемендәге халыҡ-ара конкурс дипломанты исемен яулаған.
Байрам Ишембай ҡалаһында тантаналы парад һәм концерт менән башланасаҡ. Шунан Ғафури районында һабантуй ойоштороласаҡ. Ҡунаҡтар өсөн “Сәскә ат, республикам!” композицияһы тәҡдим ителәсәк. Йола буйынса, ат сабышы, көрәш, төрлө уйындар һәм ярыштар үткәреләсәк.
Халыҡ-ара фестиваль эстафетаһын артабан Салауат ҡалаһы ҡабул итәсәк. Бында “Юрматы ере” мемориаль комплексы буйлап экскурсия үткәреү күҙаллана. Фестиваль саралары – концерт, театрлаштырылған тамаша һәм байрам парады шулай уҡ Күмертау ҡалаһында үтәсәк.
Халыҡ-ара кимәлдәге сара 12 июндә Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанында гала-концерт һәм “Арыҫлан Мөбәрәков” теплоходында Ағиҙел йылғаһы буйлап экскурсия менән тамамланасаҡ.

Г. ЙОСОПОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға