04.06.2013 Социаль пенсия күләме арттырылды
РФ Президенты В. Путин ҡул ҡуйған “Рәсәй Федерацияһында дәүләт пенсия тәьминәте тураһында”ғы федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы (5. 04. 2013 йыл) законға ярашлы, быйыл ғинуарҙан инвалид балаларға һәм бала саҡтан беренсе төркөм инвалидтарына социаль пенсия күләме арттырылды.
1 апрелдә уҙғарылған индексация һөҙөмтәһендә, бөгөн ул 10 190 һум 77 тин тәшкил итә. Май айынан социаль пенсия яңыса түләнә башланы. Закон 1 ғинуарҙан үҙ көсөнә ингәс, ғаиләләр пенсияны май айы өсөн генә түгел, ә ғинуар, февраль, март, апрель айҙары өсөн айырма менән аласаҡ.
РФ Пенсия фондының БР буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, ғәрип бала һәм бала саҡтан беренсе төркөм инвалиды тәрбиәләүсе 19 меңдән ашыу ғаиләнең матди хәле яҡшырҙы.
РФ Пенсия фондының БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.