«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Инвалид баланы уллыҡҡа алған өсөн – 500 мең һум



04.06.2013 Инвалид баланы уллыҡҡа алған өсөн – 500 мең һум

Республикабыҙҙа инвалид баланы уллыҡҡа алған гражданға 500 мең һумға тиклем пособие түләү тураһында закон проекты ҡарала, тип алдағы һандарҙа хәбәр иткәйнек инде. Ниһайәт, был документ законлы көскә эйә булды.
“Башҡортостан Республикаһында уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) бала (балалар) алыусыға бер тапҡыр аҡсалата пособие тураһында” БР законының 2-се һәм 4-се статьяларына үҙгәрештәр индереү тураһында” закон проекты БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында ҡабул ителде.
Бөгөн республика балалар йорттарында 145 инвалид бала тәрбиәләнә. Үкенескә күрә, уларҙы ғаиләләргә алырға атлыҡмайҙар. Һуңғы бер нисә йылда мөмкинлектәре сикләнгән унға яҡын бала уллыҡҡа алынған.
Әйткәндәй, 2011 йылдың 1 ғинуарынан уллыҡҡа бала алыусыларға “әсәлек капиталы” күләмендә аҡсалата пособие бирелә. Уның күләме – 408 960 һум.
Яңы закон етем балаларға ата-әсә наҙы, ғаилә йылыһы табырға ярҙам итер, тип юрайыҡ.

Г. ЯХИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға