«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ергә эйелгән асыҡмаҫ



04.06.2013 Ергә эйелгән асыҡмаҫ

Ергә эйелгән асыҡмаҫУҙған быуаттың 40-сы йылдары аҙағында, беҙ беренсе синыфҡа барған осорҙа, мөғәллим-мөғәллимәләрҙе (ул саҡта уҡытыусылар­ҙы шулай атайҙар ине) ағай, апай тип кенә атап йөрөтөргә өйрәттеләр. Ә бына юғары синыфтарҙа атайҙарының исемен ҡушып әйтеү мотлаҡ булды. Башҡа кешеләргә ундай хөрмәт эләкмәне. Хәҙер уйландыра, уҡытыусы кеүек абруйлы, ихтирамлы, ҡәҙерле һөнәр кешеләре булманыны икән ни? Булды. Тик уларға ҡарата хөрмәт тә, ҡараш та икенсерәк булды шикелле. Әйтәйек, иртәнге сәғәт 5 − 6-нан киске 10-ға тиклем, оҙон көн буйына эҫе ҡояш аҫтында бешеп, һыуһап-сарсап көтөү көткән малсы, йәғни төнгө сәғәт 1 – 2-гә тиклем тиргә, майға буялып, ҡара саңға батып, штурвал артында ултырған игенсе лә иң ихтирамлы, хөрмәтле һөнәр эйәләре бит.
Егерменсе быуаттың икенсе ярты­һына ҡағылышлы фекер йомғаҡтарын тағатыуҙан алда үҙем һәр саҡ ихтирам иткән, уларға һәр саҡ аталары исемен ҡушып өндәшкән игенселәр − Ленин ордены кавалеры, РСФСР һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған механизаторҙары Миҙ­хәт Хафиз улы Рәхмәтуллин, Петр Патанович Андрейчев, орден-миҙалдар менән бүләкләнгән РСФСР-ҙың атҡаҙанған механизаторҙары Әнәс Карам улы Дин­мөхәмәтов, Иван Иванович Ткачук, БАССР-ҙың атҡаҙанған ме­ха­низаторҙары Насырйән Сәйфулла улы Түләбаев, Леонид Петрович Кули­ненко, Виктор Иванович Артамонов, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Александр Денисович Аюев һәм башҡаларҙы оло хөрмәт менән иҫкә алам. Район гәзитендә 12 йылдан ашыу эшләү осоронда (1976 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы) улар менән күпме осрашып һүрәтләмә-очерктар яҙыу минең ихлас күңелдән ошо хеҙмәт кешеләренә ҡарата ихтирамым ине. 25 − 30 йыллап ваҡыт уҙһа ла (күптәре хәҙер гүр эйәһе инде), хеҙмәттәре менән дан-шөһрәт ҡаҙанып, шәхес булып районыбыҙ тарихына инеп ҡалыу­ҙары һөйөнөслө.
Мин уларҙың хеҙмәт ҡаҙаныштарын һүрәтләүҙе маҡсат итеп ҡуйманым. Хеҙмәт алдынғыларының һәр береһенең ураҡ осоронда 10 – 15, ҡайһылары хатта 20 – 25-әр мең центнер иген һуҡҡанының шаһиты булдым. Бөгөн ундай үрҙәрҙе яулаған игенселәрҙе республика күләмендә лә табыуы ауыр.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарына тиклемге осоро ауыл тарихына алтын хәрефтәр менән яҙырлыҡ эҙ ҡалдырҙы. Ошо осорҙа районыбыҙ яулаған бейеклектәрҙе барлаһаҡ, районыбыҙ хужалыҡтарының иң уңышлы үҫеш осоро 60 – 80-се йылдарға, КПСС-тың район комитетына Социалистик Хеҙмәт Геройы Ғилман Яҡупов етәкселек иткән осорға тап килде тиһәк, бер ҙә яңылыш булмаҫ. Ваҡытында 73 мең гектар сиҙәм ерҙе үҙләштергән хужалыҡтарыбыҙ республикала иң күп, шул уҡ ваҡытта иң ҡиммәтле иген етештереүсе фабрикаға әйләнде. Миҫал өсөн ошондай һандарҙы килтереү ҙә етәлер. Районыбыҙ 1968 йылда хөкүмәткә − 150 мең тонна, 1979 йылда 162 мең тонна иген тапшырҙы. Тыуған ил бураларына «Аҡъяр» совхозы игенселәре − 30 мең, «Матрай» совхозы − 25 мең, «Маҡан» совхозы − 23,5 мең, «Таналыҡ» совхозы 20 мең тонна юғары сифатлы иген оҙатты.
Ғ. Яҡуповтың КПСС-тың Баш­ҡортостан Өлкә Комитеты Пле­нумында: «Хәйбулла игенселәре бөтә үҙәк өлкәләр менән бергә (шул иҫәптән Сыуаш АССР-ы – 125 мең тонна, Мари АССР-ы – 35 мең тонна) етештергәндән дә күберәк иген етештерҙе», − тип сығыш яһап, башҡа район етәкселәрен таң ҡалдырғанын хәтергә төшөрһәк, башҡа аңлатма биреп тороуҙың кәрәге лә юҡтыр, моғайын.
Өлгәшкән уңыштар, әлбиттә, партия һәм хөкүмәт тарафынан билдәләнмәй ҡалманы − районыбыҙ бер тапҡыр СССР Министрҙар Советы­ның, ВЦСПС-тың, дүрт тапҡыр РСФСР Министрҙар Советының күсмә Ҡыҙыл байрағы менән бүләкләнде, «Матрай» совхозы – Ленин ордены, «Таналыҡ» совхозы, «Крас­ное знамя» колхозы КПСС Үҙәк комитетының, СССР Юғары Советы Президиумының, ВЦСПС-тың Ленин юбилей Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Ҡаҙаныштарыбыҙ − районыбыҙ хеҙмәтсәндәренең фиҙакәр хеҙмәт емештәре. Хужалыҡ етәкселәре И. Дәүләтбирҙин, Һ. Ғәлиев, Ә. Хө­сәйенов, Ф. Әбүбәкиров, З. Ис­ҡужин, Б. Лобанов, И. Кулибаев, И. Но­виков, Ҡ. Килмөхәмәтов, И. Ҡә­йепов, К. Абдуллин һәм башҡалар үҙҙәрен ауыл хужалығы производствоһын оҫта ойоштороу­сылар итеп танытты. Уларға булған ихтирам, хөрмәт халыҡ күңелендә оҙаҡ йылдар һаҡланыр әле, «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Яҡташтар» проектында лайыҡлы урын биләрҙәр, тигән ышаныста ҡалам.
1967, 1973, 1975, 1977 йылдар­ҙағы ҡоролоҡ хәйбуллаларҙы күп яҡлы һаҡланыу һәм һаҡсыллыҡ сараларына өйрәтте. Колхоз-совхоздарҙа һуғарылыусы баҫыу­ҙарҙың майҙаны арттырылды, культуралы көтөүлектәр булдырылды. Таналыҡ йылғаһы буйҙарындағы болондарҙы һуғарыу өсөн быуалар, һыу һаҡлағыстар төҙөлдө, был йәһәттән «Хәйбулла», «Аҡъяр», «Маҡан» совхоздарында, «Новый путь», Фрунзе исемендәге колхоздарҙа ҙур эштәр башҡарылды. Урман зонаһындағы хужалыҡтарҙа баҫыуҙар берәмләп үҫкән ағастар­ҙан, ҡыуаҡтарҙан таҙартылып, гектар ҡеүәтен арттырҙылар.
Ата-бабаларыбыҙ ғүмер буйы ергә йәбешеп ятҡан, ваҡытында һуҡа, һуңғараҡ тимер төрәнле һабан менән, үгеҙ, ат, кәрәк саҡта хатта һыйырҙарын егеп, үҙҙәре лә егелеп, сиҙәм аҡтарған һәм мәңгегә ошо ерҙәргә үҙ исемдәрен ҡалдырған. Баҫыуҙарын эшкәртмәйенсә, сәсмәйенсә, иген үҫтереп, йыйып алмайынса ҡалмаған, ер уларҙы туйындырған, һыйындыр­ған. Башҡорт йәшәйешен ерһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмаған. Ерҙең байлыҡ сығанағы икәнен һәр быуын аңына һеңдерә килгән. Ошо байлыҡтың ҡәҙерен белеп тә бөтмәнек, йә белергә лә теләмәнек, туйып һикерҙек шикелле. Үҙ ҡулдарыбыҙ менән бөртөкләп йыйған байлыҡты 90-сы йылдарҙа емерҙек, юҡҡа сығарҙыҡ. Һөрөнтө ерҙәребеҙ ҡабат сиҙәмгә әйләнде, сабынлыҡтарыбыҙҙы әрем, селек баҫты, малсылыҡ биналарының таш нигеҙҙәре генә һерәйеп тороп ҡалды. Уның ҡарауы, ауылдарҙы эшһеҙлек баҫты. «Республикала колхоз-совхоздарҙы һаҡлап ҡала алдыҡ», − тип үҙебеҙҙе йыуатһаҡ та, халыҡ күҙе үткер бит, юлдан ситтә меңәрләгән гектар ерҙең сәселмәй ятҡанын күрә ине. Урлашыу менән бер рәттән, алдашыу шундай кимәлгә барып етте, хатта үҙ-үҙебеҙҙе алдай башлау тәбиғи күренешкә әйләнде. Ырҙын табаҡтарыбыҙ, иген келәттәребеҙ буп-буш булһа ла, район буйынса гектар ҡеүәте 25 центнерға «барып етте». Иң уңдырышлы 1979 йылда район буйынса гектарынан 24 центнерҙан ашыу иген алғанды ла онотоп ебәр­ҙек шикелле.
Ил башлыҡтары: «Үткәндәр барыбер кире ҡайтмай», − тип халыҡты тынысландырырға тырышһа ла, ауыл халҡында әле өмөт һүнмәгән, һүнмәҫ тә. «Күмәкләгән − яу ҡайтар­ған» тигән халыҡ мәҡәле ишкә ҡуш түгелме? Ул мәҡәл бөгөн генә уйлап сығарылмаған. Ә борондан тормош үҙе кеше күңеленә мәңге юйылмаҫлыҡ итеп һеңдереп ҡалдырған.
Баҙарҙа иттең килограмы 270 – 300 һумдан (беҙҙең районда шулай), ҡош-ҡортҡа бер тоҡ емде 600 һумдан һатып, үҙ кеҫәһен ҡалынайтып ултырған берәм-һәрәм фермерҙарҙың илде байытыуына ышанып ултырыуҙан фәтүә бармы икән?
Уйландыра… Шулай ҙа киләсәктә тик яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа өмөт бағлайыҡ. Республикабыҙҙа «500 ферма» проектының уңышлы башланып китеүе лә ошоға ишара бит.

Урал ИЛЕМБӘТОВ.
Хәйбулла районы,
Аҡъяр ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға