31.05.2013 Иртәгә – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө
Әкиәттәр тыңлап, иркәләнеп,
Үҫһен әле илдә балалар.
Уйынсыҡтар, туптар, бәүелсәктәр −
Байрам булып иҫтә ҡалалар.
Әсәй һөйһөн бәпләп, атай һөйһөн,
Тик йылмайып уға бағайыҡ.
Ғүмерҙәрҙең иң саф мәле бит ул,
Иң бәхетле осор – балалыҡ.
Үҫһен бала, улым, ҡыҙым үҫһен,
Ғаилә бәхете – сабый тауышы.
Иң моңло йыр бишек йыры булыр,
Бәпес тауышы ҡыуа һағышты.
Тик бала саҡ – мәңгелек тә түгел,
Һағынып та ҡайтып булмай шул.
Бөгөн – сабый, иртәгә һин − өлкән,
Ваҡыт аға, елеп туймай ул.
Ғәмһеҙ саҡтар, уйнап туймаҫ саҡтар
Онотолмаҫ булып ҡалалар.
Әсәй һөйөп баҡһын, атай һөйһөн −
Бик бәхетле булһын балалар.
А. ИШЕМҒОЛОВА.