31.05.2013 Беренсе ярҙам күрһәтеү ҡағиҙәләре
Бик матур миҙгелгә аяҡ баҫырға торабыҙ. Һанаулы ғына көндән һыу инә башлаясаҡбыҙ, емеш-еләк йыйырға урман-ҡырға юлланасаҡбыҙ. Тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял итеүҙән дә яҡшыраҡ сара бармы икән?! (Шөкөр, хозур төбәктә йәшәбеҙ, Төркиә-Грециялары ары торһон!) Әммә төрлө ҡазалар әҙәм балаһын аҙым һайын һағалап ҡына тора. Саҡ ҡына уяулығыңды юғалттыңмы, хәүеф-хәтәр менән ҡара-ҡаршы ҡалаһың. Нисек үҙеңде һәм яҡындарыңды һаҡларға?
Иғтибарығыҙға тәүге ярҙам күрһәтеү ҡағиҙәләрен тәҡдим итәбеҙ. Уларҙы яҡшылап өйрәнегеҙ, шулай ҙа бындай белем менән ҡулланырлыҡ хәлдәр булмауын теләйбеҙ. Йәйегеҙ күңелле һәм имен үтһен!
Сумабыҙ, йөҙәбеҙ, рәхәтләнеп һыу инәбеҙ!
Тик ҡулайлаштырылған пляжда һыу инегеҙ. Билдәһеҙ урында һыу төшөргә тырышмағыҙ. Ғәмһеҙ генә сылтырап ятҡан йылға төбөндә ниндәй ҡурҡыныс ятҡанын билдәләп булмай. Һыу инер алдынан шул тирәне ентекләп өйрәнегеҙ. Ҡапыл-ғара һыуға ырғымағыҙ, аҫта таш, тимер киҫәге ятыуы ихтимал. Эскән килеш һыу инергә ярамағанлығы тураһында һөйләп тороу артыҡтыр. Кем әйтмешләй, иҫереккә диңгеҙ тубыҡтан.
Берәйһе бата башлаһа, иң алда физик хәлегеҙҙе самалағыҙ. Ҡотҡарам тип, икегеҙ ҙә һыу төбөнә китмәҫһегеҙме? Батып барыусыны ҡосаҡлап алырға ярамай. Ул ҡотҡарыусыға йәнтәслим йәбешеп, йөҙөргә ҡамасаулаясаҡ. Ул саҡта ике кеше лә батасаҡ. Иң яҡшыһы – сәсенән, кейеменән һөйрәргә кәрәк (беренсе һүрәт).
Батыусыларҙы “күгәргән” һәм “ағарған” тигән ике типҡа бүләләр. Тәүгеһе һуңғы минутҡа тиклем йәшәү өсөн көрәшә. Батып барыусы әүҙем ҡыбырлай, һулышын тотҡарлай, ярҙам һорап ҡысҡыра. Бер аҙҙан уның хәле бөтә, ул ҡаршылаша алмай, ашҡаҙанына һәм үпкәһенә ҙур күләмдә һыу тула. Шунан ул ҡан тамырҙарына китә һәм ҡан шыйығая. Йөрәк шул сама шыйыҡ ҡанды үҙе аша ҙур ауырлыҡ менән үткәрә. Энергия, йәғни кислород булмағас, ул тибеүҙән туҡтай. Кеше күкһел төҫкә инә.
Кеше иҫен юғалтып (шоктан, башы менән ҡаты әйбергә бәрелеп) батһа, “ағарған” батыусы һанала. Был осраҡта ашҡаҙанға һәм үпкәгә һыу ҙур күләмдә инмәй. Тын юлына әҙ генә һыу инеү арҡаһында шок була һәм кешенең йөрәге туҡтай. Әгәр ҙә кеше боҙло йәки хлорлы һыуҙа батһа, уның тын алыу юлы киҫкен быуыла һәм үпкәгә һыу инмәй. Шуға ла бындай кеше ап-аҡ була.
“Ағарған” батыусыны ҡотҡарыуы күпкә еңел. Йөрәк тибеүе һәм тын алышы туҡтаһа ла, биш минут эсендә тәүге ярҙам күрһәтелһә, “күгәргән” батыусыға ҡарағанда, кеше тиҙерәк “был донъяға” ҡайтасаҡ.
Боҙло һыуҙа батҡан кешенең мейе эшмәкәрлеге әкренәйә, метаболизм процесы бөтөнләй тиерлек туҡтай. Түбән температура биологик үлемде тотҡарлай. Ҡайһы бер осраҡта мәкелә хатта бер сәғәт самаһы булған кешене лә ҡотҡарып була.
Табиптар урынға килеп етмәҫ элек тәүге ярҙам күрһәтә башларға кәрәк. Иң алда батыусының ниндәй типҡа ҡарауын асыҡлағыҙ. Әгәр ҙә ул “күгәргән” икән, пульсын һәм тын алышын билдәләп тормағыҙ (һәр секунд ҡәҙерле!), ә уның башын аҫҡа эйелдерегеҙ, янбашы өҫтәрәк булһын (икенсе һүрәт). (Ҙур кәүҙәле кешене икәүләп биленән тотоп торорға мөмкин). Шунан бәләгә тарыусының тел төбөнә көс менән ике бармаҡты тығырға кәрәк. Әгәр ҙә ул йүткерһә, аҙыҡ өлөштәре менән ҡоҫа башлаһа, тимәк, ҡурҡыныс хәл артта ҡалды, тигән һүҙ. Арҡаһына ипләп кенә һуғып алырға мөмкин. Кеше тынын сығарған саҡта күкрәк ситлегенән ҡосаҡлап, һығып-һығып алырға кәрәк. Батыусыны мөмкин тиклем күберәк ҡоҫторорға тырышығыҙ, эсендәге һыу ни тиклем күберәк сыҡһа, ул шул тиклем тиҙерәк аяҡҡа баҫасаҡ. Шунан уның пульсын, яҡтылыҡҡа реакцияһын тикшерегеҙ.
Тын алыу юлдарынан, ашҡаҙандан һыу сығып бөткәс, ҡаза күреүсене бер яғына һалып, өҫтөн ябығыҙ (өсөнсө һүрәт). Табиптар килеп еткәнсе уны бер секундҡа ла иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ – ҡапыл йөрәге туҡтауы ихтимал. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, ҡаза күреүсе үҙен яҡшы тойһа ла, 3 − 5 тәүлек табиптар күҙәтеүе аҫтында булыуы хәйерле.
Әгәр ҙә ҡазаға тарыусының ауыҙына ике бармағығыҙҙы тығып, ҡоҫторорға маташһағыҙ ҙа, бер ниндәй ҙә реакция, йә ҡоҫҡолоғонда һыуҙан тыш ашаған ризығы булмаһа, һыу ҡанға таралып өлгөргән тигән һүҙ. Һеҙгә тиҙ арала яһалма һулыш һәм йөрәккә тура булмаған массаж эшләргә кәрәк (дүртенсе һүрәт). Һәр 3 − 4 минут һайын ҡазаға тарыусыны тиҙ генә эсенә ятҡырығыҙ һәм салфетка ярҙамында ауыҙ тирәһендәге лайланы һәм күбекте алығыҙ. Иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ, әгәр бер ниндәй ҙә үҙгәреш булмаһа ла реанимация процедураһы 40 минут тирәһе барырға тейеш.
Ҡотҡарылған кеше табиптар күҙәтеүе аҫтында булһын. 3 − 5 тәүлек эсендә йөрәк туҡтауы, үпкә, йә мейе шешенеү, бауыр эшмәкәрлеге боҙолоуы ихтималлығы ҙур.
Йәшен! Ҡас һин, йәшен!
Йәшендә көслө электр разряды тупланған. Кешене йәшен тулҡыны бер нисә метрға ырғыта ала. Шул ваҡытта мейе һелкенеүе, һөйәктәр һыныуы ихтимал. Республикабыҙҙа кешене йәшен атҡан осраҡтар йыш була. Үкенескә күрә, ҡайһы бер мәлдә ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәмәү арҡаһында кеше һәләк була. Асыҡ урында йөрөгәндә ҡапыл ғына йәшен башланһа, түбәндәге хәүефһеҙлек сараларын күрегеҙ:
– яҡын тирәлә ышыҡ урын булмаһа, ергә ятығыҙ, йә башығыҙҙы тубыҡтарға тиклем эйеп, сүкәйегеҙ;
– металл әйберҙәрегеҙҙе тиҙ генә сисегеҙ, мобиль телефонығыҙҙы һүндерегеҙ;
– һыу инеп йөрөһәгеҙ, һыуҙан сығығыҙ;
– яңғыҙ ағас төбөндә ултырмағыҙ.
Йәшен уты эләккән кеше иҫендә булһа, уға утыҙ тамсы корвалол эсерегеҙ, ҡыҫып торған кейемен бушатығыҙ, өҫтөнә һыу бөркөгөҙ. Янған урынын эшкәртеп бәйләгеҙ һәм дауаханаға алып барығыҙ.
Кеше иҫһеҙ булһа, уны арҡаһына ятҡырығыҙ һәм нишатыр спиртына сылатылған мамыҡты танау тирәһендә тотоғоҙ. Әгәр ҙә ул тын алмаһа, “Тиҙ ярҙам” килгәнсе, уға яһалма һулыш һәм йөрәккә тура булмаған массаж эшләгеҙ.
Ҡайһылар йәшен атҡан кешене тупраҡҡа күмә. Былай эшләргә ярамай, был тик зыян килтерә: яра урынына бысраҡ тула, кешенең тын алышы ауырлаша, тәне һыуына, ә иң мөһиме – ҡәҙерле ваҡыт юғала.
Йылан саҡһа
Йыландарҙы агрессив йән эйәһе тиһәләр ҙә, улар бер ҡасан да юҡҡа саҡмай. Юлында осраған “дошман”ынан ҡасып өлгөрмәһә, үҙенә хәүеф янаһа, һаҡланыу маҡсатында кешене сағыуы ихтимал.
Йылан сағыуының билдәһе: тәндә бер йәки ике бәләкәс кенә яра эҙе бар, тешләнгән урын ҡыҙара-бүртә, тын алыуы ауырлаша. Кешенең ҡапыл тән температураһы күтәрелеүе, ҡоҫа башлауы ихтимал. Күреү һәләте ҡырҡа түбәнәйә.
Әгәр ҙә янығыҙҙағы берәйһен йылан саҡһа, иң алда “Тиҙ ярҙам” саҡыртығыҙ. Бәләгә тарыған кеше сәбәләнмәһен, мөмкин тиклем әҙерәк хәрәкәтләнһен. Уны ергә горизонталь ятҡырығыҙ. Аяғы сағылған булһа, уны һау икенсе аяҡҡа бәйләгеҙ. Ә яра ҡулда булһа, уны терһәктән бөкләргә кәрәк.
Шунан яра урынына сепрәк һалығыҙ ҙа егерме минут самаһы ауыҙығыҙ менән ағыуҙы һурығыҙ һәм шундуҡ төкөрөгөҙ! Шул рәүешле организмдағы ағыуҙың 20 − 50 проценты сығып бөтәсәк.
Йылан саҡҡан кешенән ағыуҙы һурырға ҡурҡмағыҙ. Беренсенән, һеҙ ағыуҙы төкөрәһегеҙ, икенсенән, ауыҙ аша эләккән токсик матдә бик әҙ күләмдә, ул һеҙгә бер нисек тә йоғонто яһамаясаҡ.
Шунан яраны йод (спирт, “зеленка”) менән эшкәртегеҙ һәм ҡыҫып бәйләгеҙ. Тире туҡымалары шешһә, бәйләмде әҙерәк бушатығыҙ. Мөмкинлек булһа, шул урынға боҙ һалығыҙ. Бәләгә тарыусыға күп шыйыҡлыҡ (сәй, һыу, һут) эсергә кәрәк, был токсик матдәнең организмдан тиҙерәк сығыуына булышлыҡ итәсәк.
Йылан саҡҡан кешегә тәүге ярҙам күрһәтелгәс, уға мотлаҡ табипҡа күренергә кәрәк. Алты сәғәт эсендә йылан ағыуына ҡаршы сыворотка эшләнергә тейеш.
Ярамай:
– йылан саҡҡан урынды яндырырға, ҡырҡырға;
– сағылған урындан өҫтәрәк жгут һалырға. Был кешенең хәлен тағы ла насарайта, уның ҡапыл үлеүе ихтимал;
– алкоголь эсеү. Спиртлы эсемлек организмдағы ағыуҙың сығыуын тотҡарлай, уны тағы ла көсәйтә.
Хайуан тешләгәндә
Урамда һин дә мин йөрөгән эттең кешегә (бигерәк тә балаларға) ташланыуы ихтимал. Ул тәндә йыртылған һәм тешләнгән яралар ҡалдыра. Был берҙән-бер ҡурҡыныс түгел, эт тешләүе аша ҡотороҡ сирен йоҡторорға мөмкин. Әгәр ҙә ике көндә вакцина яһалмаһа, кешенең нервы системаһы ҡаҡшай һәм ул үлә. Хәтерегеҙгә һалып ҡуйығыҙ, ҡотороҡтан үҙ аллы дауаланып булмай!
Ҡотороҡ сирен йөрөткән эт уҫаллығы менән айырыла, уның шайығы ағып тора, өргәндә хырылдаған тауыш ишетелә. Бындай билдәләр эт инфекцияланғандан һуң аҙна самаһы үткәс кенә беленә башлай. Шуға күрә, ниндәй генә эт тешләһә лә, тиҙ арала табипҡа күренегеҙ. Әгәр ҙә яранан ҡан шәп аҡһа, уны туҡтатырға кәрәк. Ә яйлап ҡына аҡһа, туҡтатырға ашыҡмағыҙ, ҡан менән бергә инфекция ла йыуылып сығасаҡ. Яра ни тиклем тиҙерәк таҙартылһа, шул тиклем ҡотороҡ вирусын йоҡтороу мөмкинлеге кәмей. Иң алда тешләнгән (сапсылған) һәм хайуандың шайығы эләккән урынды ағып торған һыуҙа ун минут самаһы кер һабыны менән йыуығыҙ. Шунан яраны водород перекисе менән эшкәртегеҙ. Әгәр ҙә ошо ике ҡағиҙә теүәл үтәлһә, ҡотороҡ сире менән ауырыу ҡурҡынысы 90 процентҡа юҡҡа сыға.
Артабан яраның ситенә 5 процентлы йод йәки “зеленка” һөртөгөҙ һәм бәйләп ҡуйығыҙ. Ошоларҙы эшләгәс, медицина ойошмаһына мөрәжәғәт итегеҙ. Мотлаҡ ҡотороҡҡа ҡаршы иммунизация эшләтергә кәрәк, өс ай буйы алты укол һаласаҡтар. Ә тешләгән эт тураһында дәүләт ветеринария хеҙмәтенә хәбәр итегеҙ. Белгестәр уны тикшереп, ҡотороҡ сире булыу-булмауын асыҡлаясаҡ. Әгәр ҙә ул берәҙек хайуан икән, башын экспертизаға ебәрергә кәрәк.
Тешләнгәндең тәүге өс көнөндә яраны тегергә, ситтәрен ҡырҡырға ярамай. Бары ҡан туҡтатыу ниәтендә генә тегергә мөмкин. Хайуандар тешләгәндә яраға уның микроорганизмдары ла эләгә, шуға ла ундай яралар оҙағыраҡ уңала.
Бесәй, төлкө һәм башҡа хайуан тешләгәндә лә үрҙә әйтелгән кәңәштәрҙе файҙаланығыҙ.
Бал ҡортоноң наҙы ла, ағыуы ла бар
Йәй башында бал ҡорттары бик әүҙем була. Улар саҡһа, урыны ҡыҙарып шешә, көслө аллергик реакция булыуы ла ихтимал.
Бал ҡорто кешегә көслө ағыуын индерә. Шуға ла сағылған урын ауырта һәм елһенеү барлыҡҡа килә. Ғәҙәттә, ҡорттоң энәһе ярала ҡала. Ә ул һаман да ағыу бүлеп сығарыуын дауам итә. Тиҙ арала ана шул энәне тырнаҡ осо йә пинцет менән сығарырға кәрәк. Әгәр ҙә ул тире аҫтына үтеп инһә, һаҡ ҡына һығығыҙ, тик бер ҡасан да шул тирәне ышҡымағыҙ. Ағыуҙы оҙаҡ ҡына һыҡҡас, яра урынына сылатылған шәкәр йә спирт (одеколон) һөртөгөҙ. Күберәк һыу эсергә кәрәк, был организмды ағыуҙан таҙарта. Бал ҡорто саҡҡандан һуң араҡы эсергә ярамай, алкоголь организмға эләккән ағыуҙың тәьҫирен көсәйтә.
Ҡайһы бер кешеләрҙә бал ҡортоноң сағыуынан аллергик реакция булыуы ихтимал. Бигерәк тә 12 йәшкә тиклемге балалар һәм 55 йәште үткән ҡатын-ҡыҙҙар тиҙ бирешә. Ундай кешеләр сағылғандан һуң ҡып-ҡыҙыл булып шешенә, тындары быуыла. Уларға тиҙ арала антигистамин төркөмө препаратынан уколды ҡан тамырына ебәрергә кәрәк. Ғөмүмән, бал ҡорто сағыуына аллергияһы булғандар мотлаҡ аллергологҡа күренергә тейеш.