31.05.2013 Бөрйән – мәғрур тауҙар иле
Бөрйән — таулы район. Алыҫ дәүерҙәрҙә ырыу бейҙәрен буйһондороп йәшәгән Мәсем хан исемен алған Мәсем тауы – иң бейек түбәле мәғрур тау. Шулай уҡ Баҙал, Ураҙы, Ҡурыуҙы, Аҡбейек, Ҡаншал тауҙары райондың даны булып тора. Бөгөнгө һүҙем үҙебеҙҙең Әбделмәмбәт ауылы (Ҡыпсаҡ) яғындағы мөһабәт тауҙар хаҡында.
Ҡаншал
Атайым аласыҡты, бағана ултыртып, ҡойма һуғып, оҙон итеп эшләгәйне. Эсе иркен булды. Ишектән ингән тапҡырҙа – ҡаҙан ултыртылған ҙур мейес. Уң яҡта – стенанан стенағаса арҡыры урындыҡ (тәпәш һике). Мейестән һул яҡта ҙур-ҙур ҡаҙандар. Улар буш түгел: ҡатыҡҡа йылытылған һөт, эркет…
Йәйге алсаҡ иртәләрҙә һыйырҙар һауылып урманға ҡыуылғас, башлана аласыҡта ысын тормош. Эргәлә йәшәгән Мәликә, Нәғимә, Зөлхизә, Зәбирә, Фәниә инәйҙәрем күнәк-күнәк һөтөн күтәреп килеп етә. Ул ваҡытта сепарат кешелә һирәк булды. Атайым артелдә бухгалтер сағында Өфөгә отчет менән барғанында һатып алып ҡайтҡан ҙур барабанлы һөт айырғыс күрше-күләнгә оҙаҡ йылдар тоғро хеҙмәт итте. Беҙгә, бәләкәс малайҙарға, сепарат “руле” эләкмәй, ҡулыбыҙға ағас ҡашыҡ тотторор ҙа күбек яларға ҡушырҙар ине…
Әсәйем Хәҙисә, аҙыраҡ һөйләп, күберәк көлгән киң күңелле, көләс йөҙлө ҡатын, инәйҙәрҙең эштәре теүәлләнеүгә, ҡуҙ төшөрөп, мейес алдындағы йылтыр самауыр менән еҙ самауырҙы йырлатып та ҡуя. Инәйҙәр, аяҡ бөкләп урындыҡҡа ултырышып, сәй эсергә тотона. Бына ошо мәлдә инде уларҙың иң ҡыҙыҡ хәбәрҙәре ҡолаҡҡа салына…
− Ҡаншал тауҙарында башҡорттар ҡырғыҙҙар менән һуғышып йөрөгән.
− Ҡаҙаҡтар менән түгелме?..
− Ҡаҙаҡтарҙы ништәптер ҡырғыҙ тигәндәр…
− Ҡырғын тимәгәндәрме, ҡырғын яуы тип тә һөйләйҙәр ҙә баһа…
– Кит, бушты һөйҙәмә, килен, ҡырғыҙ тигәндәр. Ҡаҙаҡтар башҡорт еренә яҡын ятҡан бит, беҙҙең яҡҡа йыш килгәндәр, һылыу-һылыу ҡыҙҙарҙы урҙап, өйөр-өйөр йылҡыларҙы ҡыуып алып киткәндәр… Башҡорттар ҡаршы сыҡҡас, ҙур яуҙар башланып киткән. Таштарға яғылып ҡандар шал* һымаҡ түгелеп ҡалған, шул замандарҙан бирҙе ул тауҙы Ҡаншал тип йөрөтәләр.
Ҙурайғас, ишетәм: күрше ҡолғаналарҙың да ундай тауҙары бар икән. Тик беҙҙекенән арыраҡ һәм Канчал тип атала. Имеш, башҡорт һуңғы дошманын үлтергән дә “Кончал!” тип һөрәнләгән.
Әммә миңә ауылыбыҙҙан өс-дүрт саҡрым самаһы көнсығышта ятҡан үҙебеҙҙең Ҡаншал тауҙары һөймәлекле…
Бында башҡорт менән ҡырғыҙ
Алышҡандар тас та тос.
Йәнлек-хайуан ситкә шылған,
Ары осҡан хатта ҡош.
Алышҡандар. Маҡсат берәү:
Кемгә бында хан булмаҡ.
Кеше баштары ҡыйылған,
Ҡандар аҡҡан шал һымаҡ.
Шул замандарҙан был тауҙы
Ҡаншал тип йөрөтәләр.
Елдәр генә ҡылғандарҙың
Башын һыйпап үтәләр.
Сал тарих бик алыҫ ҡалған,
Ҡандар аҡмай шал булып.
Ә тау тора күккә ашып,
Һаман да Ҡаншал булып.
Уҡыусылар менән килдек,
Күрәйек, тип, Ҡаншалды.
Тау, ни, ыжламай ҙа тора,
Ҡосаҡлап ҡаршы алды.
Түбәһендә ҡарағастар,
Күпте күргән ағастар.
Тамырҙары таш аҫтында,
Үҙҙәре хас ҡоростар.
Һалдаттарҙай, йәшен утын
Үҙ иңдәренә һөйрәп,
Торалар хас һәйкәл һымаҡ,
Утта ҡарайып, көйрәп.
Бында ҡырғыҙ менән башҡорт
Бик аяуһыҙ алышҡан.
Тарихта булған был ысын,
Шал һымаҡ аҡҡан ал ҡан.
Ҡырғыҙ-башҡорт алышында
Башҡорт еңгән, әлбиттә.
Сөнки уға ярҙам иткән
Йәнтөйәк – тәбиғәт тә!
Бөгөн бында тынлыҡ бар ҙа,
Ел бар. Бар ялбыр ҡылған.
Сал тарихты изге һаҡлап,
Тау Ҡаншал булып ҡалған.
Бында бөгөн донъя бөтөн,
Ҡоштар иркен осалар.
Йәнлек-януар үрсем бирә,
Үҙәктәргә боҫа ла.
Айыуҙарҙың өңө бында,
Тып -тыныс ҡыш сығалар.
Иң түбәлә бүре олой,
Кәкрәйеп дуғалай.
Ҡаншалдың өс армытынан
Һуҡмаҡ төшә түбәнгә.
Һарғаяға тигән юлың
Тәүҙә төшә Үҙәнгә.
Көнсығышта Ҡолғанаға
Һуҡмаҡ буйлап юл һарҡа.
Ә көн яҡта, уйһыулыҡта
Минең Һарағым ята.
Өс ауылдың уртаһында
Мәғрур Ҡаншал тауҙары.
Гүйә, һалдат һаҡта тора,
Ҡурсалап ауылдарҙы.
Аҡбейек
Битләүҙәренең текәлеге, үҙенең бейеклеге менән хайран ҡалдырған Аҡбейек беҙгә бәләкәй сағыбыҙҙан яҡшы таныш. Шулай уҡ күңелгә бик яҡын тау. Яҙлы-көҙлө юл өҙөклөгө осоронда Яуымбайға, йәғни оло юлға Аҡбейектең тар ғына түбәһенән үткән юл буйлап йөрөр инек. Ике яҡ, әйтерһең дә, упҡын, саҡ ҡына яҙа баҫтыңмы, йәһәннәмгә остоң тигән һүҙ. Армияға киткәнемдә, 1974 йылдың 14 майында, мине шул юл буйлап Сәғит ағай Кирамов кузовлы “УАЗ”ик машинаһында Бөрйәнгә (район үҙәгенә) алып барҙы. Армияла ике йыл буйы Аҡбейек рухы менән йәшәнем, Ҡыпсаҡта интернатта ятып уҡыған саҡтарым, физкультура уҡытыусыһы Рәшит ағай Дауытовтың беҙҙе ҡышҡыһын саңғыла йөрөргә, яҙлы-көҙлө йүгерергә Аҡбейек итәгенә алып сығыуы, тау үренә ҡарай йүгертеп ярыштырыуы күҙ алдынан китмәне, хәтерҙән сыҡманы.
Аҡбейек һуҙымлы ике бейек тауҙан тора. Биргеһен, итәгендә генә һыйынып Әбделмәмбәт ауылы ятҡанын, Бәләкәй Аҡбейек, арғыһын Өлкән Аҡбейек тип йөрөтәләр. Өлкән Аҡбейектең иң ҡалҡыу түбәһендә маяҡ та була торғайны. Кесеһенең түбәһенә “Мегафон” контейнерын ултырттылар…
Түбәһендә ҡар бураны уйнай,
Һырт бирмәгән аҫау ат кеүек.
Бала саҡтан һуҡмаҡ һалған үрем,
Тағы киләм һиңә, Аҡбейек!
Аҡбейек – тау, мәңге
даулы-шаулы,
Һырты, гүйә, елдәр төйәге,
Ир-егетте сәмләндерә генә
Текәлеге, тауҙың бейеге.
Үр ынтылам ҡар дингеҙен кисеп,
Ныҡыш атлап барам – тау бейек.
Кеше түгел, бынау сасҡауҙарҙа
Тау яуларға ҡыймаҫ ҡош-кейек.
Көрттәр йырып үр яулағас,
әйтәм,
Маңлай тирем һөртөп:
“Ах, бейек!”
Шул ваҡытта, гүйә, тау теҙләнә
Минең алда үҙе баш эйеп.
Ғорур тауҙың был булмышы
миңә
Ни өсөндөр ғәжәп, ят кеүек.
Ир-егеттең көсөн, саялығын
Танынымы әллә Аҡбейек?!.
Бөрйән тауҙары… Ғөмүмән, уларҙы айырым телгә алыу шартлы ғына рәүештә. Бөрйән − тауҙар иле. Көньяҡ Урал тауҙары иле. Беҙҙә тауҙар бер-береһенең иңдәренә таянышып юғары ҡалҡа. Иң бейек тауҙың да түбәндәге битләүе – ябай ғына исем йөрөткән ҡалҡыулыҡ. Ул үҙенең бөйөк тауҙарҙың нигеҙе булып тороуын тоймайҙыр ҙа. Хас ил таянған эшсән, күңеле менән матур ябай кешеләр һымаҡ. Бөрйән халҡының татыулығы, бер-береһен танып-белеп, бер-береһенә таяныс булып, ышанып, хәстәрләнеп йәшәүе ана шул тауҙар рухын күңелдәренә һеңдереүҙән, тауҙарға оҡшарға тырышыуҙандыр…
Мөнир ФӘЙЗУЛЛИН,
тарих уҡытыусыһы.
Бөрйән районы.
*Шал − Бөрйәндә ағас, иҙән буяуын ошолай атап йөрөтәләр.